26.04.2019 №17 (11219)
« Йәшлек» тең 17- се һанына күҙәтеү
Гәзитебеҙҙең был һаны тәжрибәле умартасылар Наилә менән Тәлғәт Абдуловтарҙың бал ҡортон тәрбиәләү, унан табыш ала белеү серҙәре тураһындағы әңгәмәһе менән асыла. Улар балауыҙ, дарыуҙар, рамадар кеүек ҡортсолоҡ кәрәк- яраҡтарын алыу өсөн Өфөләге «Умартасылыҡ» кибетенә саҡыра.
БР Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов «Шәжәрәле булһын һәр ғаилә» мәҡәләһендә шәжәрә төҙөүселәр араһында ойошторолған «Ырыуым йылъяҙмаһы- халҡым тарихында» конкурсына йомғаҡ яһай.
6 майҙан Рамаҙан айына инәбеҙ. Ураҙала нисек туҡланырға? Быйыл фитыр саҙаҡаһы күләме күпме? «Иман» махсус битендә ошо һорауҙарға яуап табырһығыҙ. Шулай уҡ бында намаҙ, сәхәр ашау, ауыҙ асыу ваҡыттары, ниәт һәм ифтар доғалары ла бирелгән.
Вахтасы ҡатыны булыу еңелме? Лилиә Ғәлимйәнова эш таба алмау сәбәпле, сараһыҙлыҡтан Себергә юлланған кешеләрҙең тормошо, ғаиләһенең ниндәй кисерештәр менән йәшәүен бәйән итә. «Шиғриәт» битендә Ишембай районынан Эльмира Яҡупова - Сафина менән Күгәрсен районынан Фәнүзә Әбсәләмоваларҙың шиғри шәлкемдәре урын алған. «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһында Әлфиә Камалетдинованың мәҡәләһе лә һәр кемде уйландырыр, моғайын.
Ҡайындың бөрөһө ниндәй сирҙәрҙән дауа? Тештәр ныҡ булһын өсөн нимә менән дауаланырға? Ни өсөн әрем эсеү файҙалы? «Сәләмәтлек» битендә файҙалы кәңәштәр уҡый алаһығыҙ.
Татыу, башҡаларға өлгө булып йәшәгән ғаиләләр һәр кемдә һоҡланыу уята. Баныу Ҡаһарманова үҙенең «Ҡыуаныс сығанағы» һүрәтләмәһендә шундай парҙарҙарҙың береһе , Учалы ҡалаһынан Наталья менән Рөстәм Йосоповтар тураһында һөйләй.
«Һорау- яуап» рубрикаһында психолог Әлмира Исхаҡова аутист балалар тәрбиәләгән ата- әсәләргә кәңәштәрен бирә.