03.01.2019 №53 (11204)
Сираттағы Эт йылы ла тарихта тороп ҡалды. Шатлыҡ-ҡыуаныстары, һағыш-юғалтыуҙары менән яҙылды ул тормош дәфтәренә. Гәзиттең тәүге һанында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Яңы йыл ҡотлауы күңелдәргә өмөт өҫтәһә, ут күршеләребеҙ Мәғнит ҡалаһындағы фажиғә бер-беребеҙгә ихтирамлы булырға, уҙып ҡына барған ғүмерҙең ҡабатланмаҫ миҙгелдәрен ҡәҙерләргә өйрәтә. Донъя булғас, төрлөһө була инде, тиеүселәр табылыр. Берҙәмлектә, татыулыҡта яулана бит барыһы ла, шатлыҡта, ҡайғыла ла бергә булайыҡ, дуҫтар. Ана, Баймаҡ районынан Илүзә Әфләтүнова үҙенең һабаҡташтарын оло хөрмәт һәм һағыныу менән телгә ала, йәштәштәрҙең дуҫлығына һоҡланырлыҡ.
Әйткәндәй, быйыл да гәзитебеҙҙе ҡулға алыуығыҙ тап берҙәмлектең өлгөһө бит. Һеҙҙең ярҙам менән, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, 2019 йылдың тәүге яртыһына 10 меңдән ашыу тираж йыйҙыҡ. Дуҫлығыбыҙ арҡалы «Йәшлек» гәзите — башҡорт телендә сыҡҡан иң күп һанлы баҫма матбуғат.
Мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәис Исмәғилев менән интервью, ҡасандыр оло популярлыҡ яулаған төркөмдәрҙе һүрәтләгән «Ҡайтауаз» рубрикаһында «Диуана» төркөмө, Рәсәйҙең иң яҡшы музейҙары тураһында мәҡәләләр йәлеп итер. Йолаға ярашлы, тәүге һанда «Йәшлек» гүзәле конкурсына йомғаҡ яһала. Был юлы ла уны береһенән-береһе сағыуыраҡ ҡыҙҙар биҙәй, еңеүсе һылыуҡай менән 2019 йылға календарь донъя күрҙе.
Кемдер үҙ бәхетен үҙ ерендә таба — Мәләүез ҡалаһынан шәп юрист Илгиз Ҡансияров атлы уҙамандың кешеләргә юридик ярҙам күрһәтеп, үҙ эшен асыуы маҡтауға лайыҡ. Ә бына алыҫҡа йөрөп эшләүселәр тейешле аҡсаһын ала алмай, бушҡа тир түгеүҙән гарантияланмай. Себергә тип эшкә юлланған ирҙең нисек Ҡаҙағстанда ҡоллоҡта булыуы тураһында «Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел» тигән яҙмала танышырһығыҙ.
Сәләмәтлек, психолог яҙмалары кеүек уҡымлы һәм файҙалы кәңәштәрҙән торған махсус биттәр үҙ уҡыусыһын тапҡан кеүек, спорт, әҙәбиәт һөйөүселәр ҙә был һанда үҙенә рухи аҙыҡ табасаҡ.