13.12.2018 №50 (11201)
Гәзиттең тәүге бите “Йәшлек – шоу” конкурсы еңеүсеһе, бәйге тураһындағы яҙма менән асыла. “Ауыл: аҫаба халыҡ, бөгөнгө йәшәйеш “ рубрикаһында Гөлнур Ҡыуатова Бишбүләк ауылының Ҡанаҡай ауылы уңғандары, уларҙың көнитмештәре, иғтибарға лайыҡ эштәре тураһында һөйләй.
Себер башҡорттары ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Башҡорт балалары туған телдәрен нисек өйрәнә? Юғыр башҡорттарының милләтте һаҡлау йәһәтенән алып барылған эштәре менән Ханты – Манси Автономиялы Округы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов менән әңгәмәлә таныша алаһығыҙ.
Флүр Ғәлимовтың әҫәрҙәре бөтә ил буйынса уҡыусыны йәлеп итә. Рәшит Зәйнуллин яҙыусының Рәсәй бизнесының асылын һүрәтләгән “Яңы башҡорт” романына байҡау яһай. Шиғриәт һөйөүселәрҙе лә ҡыуандырырға ашығабыҙ: гәзитебеҙҙең сираттағы һанын Тамара Ғәниеваның фәлсәфәүи шиғырҙары биҙәй.
“Байыҡ” телевизион конкурсында “иң-иң”дәр кемдәр булды икән? Бәйгенең нисек үтеүе, еңеүселәр тураһында Баныу Ҡаһарманованың мәҡәләһенән уҡып белерһегеҙ.
“ Йәшлек”ҡул оҫталарының эштәре менән даими таныштыра бара. Был һанда Рәлиә Йәһүҙина милли биҙәкле башлыҡ бәйләргә өйрәтә.
Яман шеш булмаһын өсөн нимә ашарға? Йод менән нисек дауаланырға? Витаминдар һәм минераль матдәләр етешмәһә, ниндәй сиргә тарыуыбыҙ ихтимал? Ошо һорауҙарға “Сәләмәтлек” битендә яуап табырһығыҙ. Психолог Әлмира Исхаҡованың балаларҙы телефонда уйнауҙан сикләү тураһындағы файҙалы кәңәштәре ата- әсәләр өсөн ҡыҙыҡлы булыр, моғайын. Гәзитебеҙҙең был һанында хикәйә, спорт бите лә урын алған.