21.11.2018 №46 (11197)
“Йәшлек” гәзитенең 46-сы һанына күҙәтеү
Республика йәштәре баҫмаһы тәүге битенән үк асылына тоғро ҡалып, йәш, әүҙем, һәләтле замандашыбыҙ, сәсән телле егет Ислам Төхвәтуллин тураһындағы мәҡәлә менән асыла. Уның кеүек йөрәгендә Урал батырҙай рухи көс йөрөткән, маҡсатына атлап түгел йүгереп ынтылған йәштәребеҙ “Йәшлек” биттәрендә йыш ҡунаҡ.
Баҫмала, әлбиттә, көнүҙәк ваҡиғалар, һуңғы яңылыҡтарға, гәзит уҡыусылары хәбәрҙәренә лә ҙур урын бирелә. Был хаҡта рәсми яңылыҡтар, ауыл хәбәрҙәре, халыҡ фекерҙәрен белешеү хаҡындағы махсус рубрикаларҙа уҡырға мөмкин. Һуңғы, 46-сы һанда, мәҫәлән, “Ә беҙҙең ауылда” рубрикаһында Баймаҡ районында Башҡорт китабы магазины асылыуын ҡыуанып хәбәр итәләр. Бөгөн, кеше китап уҡымай, тигән һүҙҙәр тарала барғанда, халыҡтың шытлығын уртаҡлашыу беҙгә лә күңелле.
Йәшлек” ҡунағы” рубрикаһында был юлы бик үҙенсәлекле һөнәрле ижад кешеһе хаҡында бәйән ителә. Кем һуң ул инженер-драматург? Ғөмүмән, шулай булыуы мөмкинме? Тамашасының алҡыштары дәртләндергәндә мөмкин икән.
Кешегә тәбиғәттән һәләт бирелһә, бирелә лә шул! Үҙе шағир, үҙе ҡурайсы, үҙе журналист, үҙе көрәшсе… Үкенескә күрә, бындай күп яҡлы талант эйәһе арабыҙҙа юҡ. Әммә ул йәшәгән осорҙа матбуғатты яратып уҡыусылар, дуҫтары, яҡындары, балалары күңелендә ул бар. 46-сы һандағы бер геройыбыҙ – Ғәли Ильясов. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова менән ул фамилиялаш ҡынамы әллә? Гәзитте уҡығанда был һорауға тулы яуап алырға була.
Ҡасан тоҙ һалырға? Һыуытҡыста бар ризыҡ та берҙәй яҡшы һаҡланамы? Боросло май нимәгә килешә? Бер ҡараһаң, был һорауҙарҙың бер-береһенә бәйләнеше лә юҡ һымаҡ. Бар икән шул. Гәзитебеҙҙең халыҡ яратып көтөп алған “Кәңәш-төңәш” махсус бите бер урынға туплаған уларҙы.
Аҙна һайын сығып килгән “Сәләмәтлек” бите лә күптән уҡыусылар күңелен яулаған. Был һанда киң таралған ангина сире тураһында төплө мәғлүмәт алырға мөмкин. Әгәр һеҙгә ошондай диагноз ҡуйылһа, бутҡа ашау ҙа ярҙам итә икән. табип менән кәңәшләшегеҙ ҙә, тикшереп ҡарағыҙ.
“Мин аҡлау көтмәйем. Йәшәйем инде, ҡайҙа барайым…” – тип берсә һыҡтап, берсә уйға сумып, шым ғына өндәшә беҙгә гәзиттең һуңғы һанындағы “Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһының геройы. Хәйер, герой түгел ул, киреһенсә… Әсәһенең үлемендә, ысынлап та, ул ғәйеплеме икән? Йомшаҡ күңеллеләр күҙ йәше аша уҡый торған рубрикабыҙ был юлы ла тетрәндергес, ғибрәт алырлыҡ.
Гәзит уҡыусыларын бер төркөмө һәр һан һайын сканвордты көтөп ала. Ә кемгәлер психолог кәңәше кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙең автор-психолог Әлмира Исхаҡова “Кеше кеше менән бәхетле” тип раҫлай.
“Йәшлек” гәзите Башҡортостандың иңенән-буйынаса көнитмешебеҙ хаҡында һөйләй. Был һанда БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән барған – Салауат, йәнә лә Баймаҡ, Илеш, Ҡариҙел райондары, Туймазы ҡалаһынан алып, аҫаба башҡорт ере Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына тиклем бөгөнгө йәшәйеш менән танышырға була.