«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Селигер” – донъяға яҡты ҡарашлы кешеләр йыйыны



10.10.2014 “Селигер” – донъяға яҡты ҡарашлы кешеләр йыйыны

“Селигер” – донъяға яҡты ҡарашлы кешеләр йыйыны“Селигер” – 2005 йылдан алып Тверь өлкә­һендә ойошторолған Бөтә Рәсәй йәштәр форумы. Ойошто­роу­сылары – Йәштәр сә­йәсәте буйынса федераль агентлыҡ. Быйыл ул унынсы тапҡыр үткәрелеп, үҙенең бә­ләкәй юбилейын билдәләне. Ил кимәлендәге сарала ҡатнашыу мәртәбәһе Күгәрсен районының Әлмәс ауылы һылыуы Диана Киленбаеваға ла тейҙе. Былтыр Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлап, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында 2-се курста ҡулланыу тауарҙарын етештереү йүнәлеше буйынса уҡыуын дауам иткән ҡыҙ мәктәп йылдарында уҡ төрлө кластан тыш, район кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, үҙен күрһәткәйне. Ул әле лә әүҙем тормош менән йәшәй.

– Диана, белеүемсә, бындай форумда ҡатнашыу бәхете һәр кемгә лә тәтемәй. “Селигер”ға нисек эләктең?

– Был форум мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Быйыл йәйгеһен унда ҡатнашыу тураһында ғариза ебәрергә булдым. Рәсәй һәм сит илдәрҙә йәшәүсе йәштәрҙең күбеһе был урын­ға барыу теләге менән яна. Сменам “Рәсәй төбәктәре” тип аталды. Шарт буйынса, үҙемдең сығыштарымдан фото йәки видеоматериал ебәрергә, эшмәкәрлегемдең тыуған яғымдың традицияларын нығытыуға нисек йоғонто яһауы тураһында эссе яҙырға кәрәк ине. Һынауҙы уңышлы үттем – миңә саҡырыу килде. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине. Башҡортостан делегацияһында бөтәһе егермегә яҡын кеше булды. Оҙон юлдан һуң, билдәләнгән урынға барып еткәс, теркәлеү үттек. Форум уҙғарыл­ған майҙанға ингән ерҙә беҙҙе волонтер-инструкторҙар ҡаршы алды. Юл ыңғайында ҡарағай урмандарының матурлығына, ҙур биналар һәм уҡытыу үҙәктәренә ҡарап, иҫебеҙ китте.

– Форум тормошо тураһында күптәр белеп етмәй…

– Бында бик ҡаты тәртип. Алкоголле эсемлектәр эсеү хупланмай. Һәр бер лагерҙа 20-шәр кеше йәшәне. Бер аҙнала дуҫлашып бөттөк. Көн тәртибенә килгәндә, иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә ҡәҙәр тренингтар, семинарҙар, мастер-кластар һәм ил кимәлендә билдәле шәхестәр ҡатнашлығында вип-лекциялар үтте. Яҡшы традицияларҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу. Кискеһен иң ҡыҙыҡ саралар башлана: концерттар, дискотекалар, тематик кисәләр, фотосессиялар һ.б. ойошторолдо, яңы дуҫтарым менән усаҡ янында гитараға ҡушылып йырҙар йырланыҡ.

– Билдәле шәхестәрҙән кемдәр килде?

– Көн дә тиерлек йәштәр менән аралашырға Рәсәйҙә билдәле сәнғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары һәм башҡалар­ҙың килеүенә шаһит булдыҡ. Улар араһында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Дәүләт Думаһында ЛДПР фракцияһы лидеры Владимир Жириновский, билдәле алып барыусылар Яна Чурикова, Екатерина Андреева, РФ эске эштәр министры Владимир Колокольцев, РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров, сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Дағстан Республикаһы башлығы Рамаҙан Абдулатипов, билдәле кино һәм театр артистары Гоша Куценко, Ирина Апексимова, Дмитрий Певцов, РФ ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары, генерал- полковник Сергей Шляков, педагог Бернард Перси, юрист, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ яҡлаусы Михаил Федотов, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, яҙыусы, блогер, публицист Николай Стариков һ.б.

– Тәьҫораттарҙың иң яҡтыһы ҡалғандыр?

– Бында бик күп кеше менән осрашып, улар менән дуҫлаштым, яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белдем. “Селигер”ҙа бер тапҡыр булған кеше унда икенсегә барыу теләге менән яна. Тик өйҙә генә палаткалар, ҡояш яҡтылығы, уңайлыҡтар етмәгән ваҡытты иҫләп ҡуяһың. Форумдағы булған энергетика, тәьҫораттар онотолғоһоҙ. “Селигер” – ул бер нәмә менән дә сағыштырғыһыҙ мөхит. Иң мөһиме – ундағы ижади, һәләтле, донъяға яҡты ҡарашлы кешеләр. Шуғалырмы был йәштәр форумы Рәсәйҙә иң ҙуры һәм иң мөһиме тип һаналалыр.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға