«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Дежур телефон: 8 965 92 32 000



10.10.2014 Дежур телефон: 8 965 92 32 000

Дежур телефон: 8 965 92 32 000Октябрь башында йыш ҡына шулай була – редакцияның дежур телефонына күп осраҡта ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткерелә. Был, моғайын, 1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө үткәрелеүгә лә бәйлелер. Әҙ генә иғтибар, йылы һүҙ, хәстәрлекле ҡараш – өлкәндәргә шул да етә.

Резеда КҮЛСИНБАЕВА, китапханасы, Хәйбулла районының Байғусҡар ауылы:
– Быйыл беҙҙә мәктәп ябылды. Йәштәр ҙә китә. Етемһерәп ҡалғандай булды ауыл. Шундай күңелһеҙ ваҡиғаларға алмашҡа “Йәш беҙҙең күңелдәр” тигән ағинәйҙәр клубы эшләй башланы. Уны оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып тир түккән, тәжрибәле педагог, әле хаҡлы ялдағы Әлфиә Бикмырҙа ҡыҙы Акилова етәкләй. Клубтың төп маҡсаты – боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, бөтә нескәлегендә йәш быуынға еткереү, ғөмүмән, йәштәргә өлгө булырҙай халыҡ аҡылын таратыу.
Тәүге сара Оло йәштәгеләр көнөнә арналды. Мәҙәниәт йортона инәй-бабайҙарҙы йыйып, уларға байрам ойошторҙолар. Юбилярҙарҙы ҡотлау, өлкәндәр араһында матур ихатаға конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итеү, хатта быйыл пенсияға сығыусыларҙы шаяртып “пенсионерҙар сафы”на ҡабул итеү, концерт, уйындар, бүләктәр, мәктәп ашханаһында әҙерләнгән мул табын – барыһы ла булды. Өлкәндәр, йәшлегебеҙгә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ, тип бик ҡәнәғәт таралышты.
“Йәш беҙҙең күңелдәр” клубына әүҙем эшмәкәрлек, изге ниәттәре тормошҡа ашыуын теләргә ҡала.

Флүрә ФӘЙЕЗОВА, Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы:
– Оло йәштәгеләр көнө уңайынан беҙҙең өсөн ҙур сара үткәр­ҙеләр. Ауыл хакимиәтенең ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған һәр байрам, кисә шулай шау-гөр килеп үтә. Ауыл ағинәйҙәре ойошмаһы сараларҙың уртаһында ҡайнай. Был юлы ла егермеләп оло кешене саҡырҙылар. Килә алмағандар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы – күстәнәстәр ебәрҙеләр. Уҡыусы балалар матур концерт ҡуйып кәйефте күтәрҙе. Өҫтәл дә һыйҙан һығылып торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сәүиә Ғабдуллинаға, “Ағинәйҙәр” клубына, Розалиә, Фәриҙә, Йондоҙ, Луиза, Зөлфиә, Рәйхан, Венера һылыуҙарға һ.б. ойоштороусыларҙың һәммәһенә лә ҙур рәхмәт.

Ә. Ғабдуллина, Әбйәлил районының Күсем ауылы:
– Үҙебеҙҙә үткән байрамдар, иҫтәлекле саралар хаҡында һөйләргә теләйбеҙ. Көҙ башында “Сәскә байрамы” ойоштор­ғайныҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хужабикәләр баҡса тултырып гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Еңеүселәрҙе йыл аҙағында тәбрикләргә тейештәр.
Шул уҡ сентябрҙә ауылыбыҙҙың иң оло кешеһе – Сәкинә инәй Әхтәмоваға 85 йәш тулыуҙы билдәләнек – клубта матур кисә үтте.
Әлбиттә, Оло йәштәгеләр көнө лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Имамыбыҙ Йәмил Фәйезов һәм уның ҡатыны Шәүрә апай барлыҡ өлкәндәрҙе мәсеткә йыйҙы. Ҡорбан байрамы, Уҡытыусылар көнөнә бағышлап та саралар ойошторолдо. Шуныһын да әйтеп үтәйем – бөтә байрам, кисәләрҙе “Йәшлек” бүләк иткән гармун менән моңландырабыҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт.
Быйыл беренсе класҡа барыусы балалар хаҡында ла әйтке килә. Тәү тапҡыр мәктәпкә килгән 12 уҡыусының 8-е күп балалы ғаиләнән. Уларға Ташбулат ауыл хакимиәтенән ярҙам күрһәтелде – мәктәп кәрәк-ярағы алып бирелде. Был йәһәттән депутатыбыҙ И. Билаловҡа, имам Й. Фәйезовҡа ла “афарин” тибеҙ. Бына шулай гөрләшеп йәшәп ятабыҙ.

А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға