«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балалар нисек ишетә?



10.10.2014 Балалар нисек ишетә?

Ҡайһы бер фразаларҙы әйткән саҡта әллә ни уйламайбыҙ ҙа, артыҡ мәғәнә лә һалмайбыҙ. Әммә беҙҙең бәләкәстәр уларҙы икенсе төрлө ишетә һәм аңлай. Һөйләшкән саҡта иғтибарлыраҡ булырға ярҙам итеү маҡсатында, хәтерләп ҡуйһағыҙ, ҡамасауламаҫ.

“Ипләп, йығылырһың!”
“Теймә, тешләр!”– тибеҙ.
Бала: “Донъя ҡурҡыныс икән, бер нәмә лә эшләмәҫкә кәрәк”, – тип ишетә.
“Үҙеңде ҡарап йөрө. Һаҡ, иғтибарлы бул”, – тип әйтергә кәрәк.

“Әйҙә, тиҙерәк! Ҡабалан! Шым! Туҡта! Яуап бир!” – тибеҙ.
Бала: “Һин миңә мөһим түгелһең. Һиңә минең өсөн үҙ теләктәреңдән баш тар­тыр­ға тура киләсәк”, – тип аңлай.
“10 минут ваҡытым бар. Һиңә күпме кәрәк?” – тип, уның менән килешеү эҙләгеҙ.

“Шыңшыма! Ҡысҡырма! Ҡысҡырып көлмә! Илама!” – тибеҙ.
Бала: “Хис-тойғоларыңды күрһәтмә”, – тип аңлай.
“Һин, моғайын, арыған­һыңдыр. Берәй нәмәнән ҡурҡтыңмы әллә?” – тип, уның хәлен аңларға тырышығыҙ.

“Һиңә тағы күпме аңлатыр­ға була?!” – тибеҙ, ярһып.
Бала: “Һин эшкинмәгән, һинән йүнле кеше сыҡмаясаҡ”, – тип ишетә.
“Һинең ҡулыңдан киләсәк, тағы ла тырышып ҡара. Теләйһеңме, мин һиңә ярҙам итәм?” – тип әйтергә кәрәк.

“Малайҙар ҡурҡмаҫҡа, иламаҫҡа тейеш. Ҡыҙҙар тыңлаусан була”, – тибеҙ.
Бала: “Ир-ат тойғоларын күрһәтмәҫкә тейеш. Ҡыҙҙар һәр ваҡыт ҡорбан”, – тип күңеленә һала.
“Һин асыуланғанһың (үпкәләгәнһең һ.б.), шулай ҙа күп илау килешмәй”, – тип, иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтегеҙ.

“Нисек һиңә оят түгел!” – тибеҙ.
Бала өсөн: “Һин насар­һың!” – тип ишетелә.
“Барыбыҙ ҙа яңылышабыҙ. Яңылышлыҡтар аша хаталанмаҫҡа өйрәнәбеҙ”, – тип әйтегеҙ.

“Ҡара, ул нисек оҫта эшләгән! Ә һин?” – тибеҙ.
Бала: “Һин башҡаларҙан кәм”, – тип аңлай.
Был осраҡта: “Мин һине нисек барһың, шулай яратам. Әммә әҙерәк тырышһаң, тағы ла яҡшы булыр ине”, – тип йыуатығыҙ.

М. АСҠАРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға