«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ӨН БУТАЛЫШЫ



10.10.2014 ӨН БУТАЛЫШЫ

Шундай мәҙәк бар. Бер грузин, рус теленән "икеле" алып ҡайтҡан улына асыуланып, былай тип екергән, ти: "Сколко тебе можьно гаварит? "Бутильке", "вильке", "тарильке" всегда пишется без мягкого знака. "Сол", "корол", "парол" – с мягким знаком!"
Ошоға оҡшаш хәл, йәғни орфоэпия ҡанунын тупаҫ боҙоу йәштәр ауыҙынан йыш ишетелә. "Ғ" ( Ғәзимә ) менән "х"-ны (Хаят) ҡаты итеп әйтәһе урында "игтьибар" (дөрөҫө: иғтибар), "ихьтьияр" (дөрөҫө: ихтыяр ), "хьимия" (йәғни химия), "рухьи" ( башҡортса: рухи), "бихьисап" (әйтелә: бихисап) тип тә, "һ" өнөн "х"-ға әйләндереп (һаман – хаман, һәм – хәм) һөйләү ҙә йәнде көйҙөрә.
"Аҡрын ғына йомшаҡ ел иҫә"ме, әллә "Әкрен генә йомшаҡ ел иҫә"ме? "Аҡрын" менән "әкрен"де лә һөйләменә, контексҡа ҡарап ҡуя белеү мөһим, улар араһында ла айырма бар. Әйткәндәй, матбуғат теленән ниңәлер "әсе", "әҙ" һүҙе төшөп ҡалды, "асы", "аҙ" ғына ҡулланыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға