«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Интернет, заман һәм мин



26.09.2014 Интернет, заман һәм мин

Көндәр, йылдар һә тигәнсе үтә лә китә икән ул. Мин дә дүртенсе тиҫтәне ҡыуам. Донъянан артта ҡалмаҫҡа тырышып йәшәп ятҡан баш. Тик ул да минең ҡыуып еткәнде көтөп тормай, һис яйламай. Киреһенсә, тиҙлек өҫтәй-өҫтәй саба ла саба ғына. Фән дә, техник мөмкинлектәр ҙә тиҙ үҫешә, халыҡҡа ла йәһәт барып етә. Бөтә донъяны бәйләүсе мәғлүмәт селтәре интернет ҡына үҙе ни тора!

Интернет,  заман  һәм минҒәләмәт көнләшеп ҡуям мин уҡыусы балаларҙан, студент йәштәрҙән. Үҙем менән һеңлемде сағыштырам да кемебеҙ башлыраҡ икәнен дә аңламайым. Ваҡытында, имтихан бирәм тип, китапханала тау-тау китап уҡыған, конспекттар яҙған минме, йә “Гугл”ға һорау биреп кенә кәрәк яуап алған һеңлемме? Төндә уятып һораһалар ҙа, яуапларлыҡ итеп ятланған ҡабатлау таблицаһы башымда 26 йыл йөрөй. “Юҡ-бар” менән башын ҡатырмаған йәш быуын калькулятор менән генә иҫәпләй ҙә сығара икән. Ысынлап та, интернет селтәрендә иншалар ҙа тулып ята, контроль эштәр­ҙең төрлө варианттары сиселештәре һәм яуаптары менән бирелгән икән. Хатта беҙ тәүҙә теләр-теләмәҫ кенә, ә аҙаҡ ҡыҙыҡһынып уҡыған “Евгений Онегин”, “Анна Каренина”, “Бо­ро­дино” әҫәрҙәренең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе лә бирелгән. Китапханаға барып китап алып тороу ҙа кәрәкмәй, электрон китаптарҙы ла әлеге лә баяғы “Гугл” дуҫ уҡыта. Тик барыбер, 14 йыл ғүмерем китапханала эшләп үткәнгәме, биттәрен ҡыштырлатып, ҡағыҙ еҫен еҫкәп, үҙен ҡосаҡлап тороп китап уҡыуға етмәй инде. Гәзиткә эшкә күскәс, дуҫтарымдың күбеһенең уға яҙылмауын, ә мәҡәләләр менән тик сайт аша ғына танышыуын белдем. Йәлләп тә ҡуйҙым әле үҙҙәрен. Был мәҡәлә менән таныша алмаясаҡтар. Уны юрамал сайт­ҡа ҡуйҙырмайым әле.

Элек яҙышыуы ла бик ҡыҙыҡ булған икән, тип уйлап ҡуйҙым. “Йәншишмә” гәзитендә сыҡҡан тәүге мәҡәләмде ғүмерҙә лә онотасағым юҡ. Март айында почта аша хат менән ебәргәйнем уны. Баҫылыуын көтөп йөрөнөм-йөрөнөм дә, өмөт өҙөлөп, күңел төшкәс кенә, ул июль айында донъя күрҙе. Сентябрҙә гонорары килеп (әлеге лә баяғы почта аша), мәктәп кәрәк-яраҡтарын да алғайным. Хәҙер электрон почта аша һалаһың да бер минутта мәҡәләләр килеп тә етә, баҫтырырлыҡ булһа, 1 – 2 аҙнала баҫылып та сыға. Гонорар ҙа интернет ярҙамында иҫәптәренә көнө-сәғәте менән барып ята. Тик барыбер мәҡәләмдең баҫылыуын көтөп йөрөүем, шул көтөүҙең татлылығын һаман да онотмайым. Гәзит килгән һайын хат ташыу­сы ҡаршыһына йүгереп сыға инем…

Элек шәл бәйләргә, бәлеш бешерергә, инглиз телен өйрәнергә дуҫ-иштәргә йөрөй инек, ҡалаға килгәс, уҡыу курстарына ла яҙылдыҡ. Хәҙер инде уныһын да “Гугл” дуҫ ярҙамында өйрәнәбеҙ. Көнсығыш бейеүҙәрен, массаж серҙәрен, гөл үҫтереү тәжрибәһен – бөтәһен дә һөйләп, күрһәтеп бирҙе ул миңә. Әлеге мәлдә аят-сүрәләрҙе дөрөҫ уҡырға өйрәнеп маташам. Шахмат менән шашка уйнау буйынса компьютер менән көс һынашам. 10 баллы күрһәткестең 3-сө баҫҡысына барып еттем былай. Тик ҡаршымда әрләй-әрләй уйнарға өйрәткән атай ныҡ һағындыра…

Эшһеҙ кеше юҡ бөгөн. Йә ул хөкүмәттән нимәлер көтөп ятҡан ата ялҡау, йә донъянан артта ҡалған әҙәм. Сөнки интернет аша аҡса ла эшләп була икән. Бизнес буйынса тәжрибәм юҡ-юҡлыҡҡа, әммә өҫтәмә килем эҙләгән саҡта тәржемә эшләү буйынса хеҙмәткәр­ҙәр талап ителгән ойошманы өйрәтте “Гугл” дуҫ. Ҡайһы саҡта айына 2 – 4 мең һум эш хаҡы килеп сыҡҡылай. Башҡарылған эште электрон хат итеп кенә ебәрешәбеҙ. Аҡсаһын да шулай күсерәләр.
Күрше әбейем (73 йәш кенә!) дарыуханаға, магазинға күптән йөрөмәй икән. Һаулығы ла, теләге лә юҡ. Әммә интернет аша теләгән ризығын, кәрәкле дарыуын, хатта ҡайһы саҡта кейемен дә заказ менән алдырып ята. Заказ эшләр алдынан ул бик ентекле итеп хаҡтарҙы сағыштырып ала, ҡайҙа арзаныраҡ – шунда ебәрә. Ярты сәғәттә килтереп тә еткерәләр. Әбейемә һис аптырарға кәрәкмәй. Сөнки ике йыл рәттән тыуған көнөмдө бер ниндәй әҙерлекһеҙ, плита эргәһендә тормай ғына үткәрәм. “Гугл” дуҫҡа “Уфа, доставка суши” тип кенә яҙып ҡуям, егермеләп адрес ебәрә. Хаҡына, составына һәм һүрәтенә ҡарап, япон дуҫтарҙың ризығына заказ бирәм дә һыйлайым ғына дуҫтарҙы. Хәҙер итальян пиццаһы, төрөктәрҙең тәмлекәстәре лә өҫтәлде. Ҡунаҡтарымды белмәйем (һәр ҡунаҡ һайын суши ашаһалар, бик рәхмәт әйткеләре лә килмәйҙер, бәлки), әммә тыуған көнөмдә ял итеү мөмкинлеге биргән интернет дуҫҡа үҙем рәхмәт яуҙырам былай (ошо урында, башҡорт милли ризыҡтарын етештереп, интернет аша һатырға теләүсе юҡмы, тигән һорау биреп үтәйем әле. Икенсе йылға, бәлки, ҡунаҡтарыма бишбармаҡ менән ҡаҙы, ҡыҫтыбый алыр инем…).



Элек егет менән ҡыҙ кинола, паркта, ҡунаҡта, юлда таныш­ҡан. Осрашҡандар, аралашҡандар, ғаилә ҡорғандар, балалар үҫтергәндәр. Хәҙер инде таныштырыусы ла, димләүсе лә – әлеге интернет селтәре. Яңғыҙаҡтарға һәм хәләл ефете менән ризаһыҙ ғына йәшәп ятыусыларға танышыу сайттарының меңәрләгән төрө бар. Хатта тормош иптәшен милләте, йәше, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса эҙләп табырға була. Яҡын дуҫым былтыр шулай “үтә дини булмаған, заманса ҡарашлы, матди яҡтан хәлле, 46 йәшлек төрөк” тигән һорау буйынса танышып, Асад исемле иргә кейәүгә сыҡты. Әгәр интернет булмаһа, кем таныштырыр ине уларҙы? Ярай әле был пар, туй үткәреп, паспорттарына мисәт һуҡтырып өйләнеште. Бөтөнләй күрешмәгән кешеләр ҙә интернет аша ғаилә ҡороп ебәрә. Имеш, һинең теге “виртуаль” донъяла ирең йә ҡатының бар. Ул тормош тормошмо ни? Ҡосаҡлап та ятмағас… Йә булмаһа, әсәйем әйтмешләй, көнөнә бер күҙгә-күҙ ҡарашып әрләшеп тә алмағас, ир нимәгә?

Хәҙерге йәштәрҙең мөхәббәт хистәре лә бик ҡыҙыҡ ул. 3 – 4 сәғәт телефондан һөйләшәләр, аҙаҡ тағы социаль селтәрҙәрҙә аралашалар. Сәскәләр, йырҙар ебәрәләр, шиғырҙар арнайҙар, һөйөү тулы хаттар яҙалар. Ә тормошта иһә бер бөртөк роза ла, кинотеатрға барыу ҙа юҡ, осрашыуҙар ҙа һирәк. Әллә шуға 2 – 3 йыл “осрашып”, өйләнешкән парҙар оҙаҡ йәшәй алмай, айырылышамы икән? Виртуаль донъяла ғына аралашып өйрәнәләр ҙә, тормошта иһә уларҙың бер-береһенә бөтөнләй тап килмәүе асыҡлана.

Күршенең дә хәлен барып белеү кәрәкмәй хәҙер. Интер­нет селтәренең “Бәйләнештә” сайтына инеү ҙә етә. Ҡайҙа, кем менән, нимә эшләп йөрөгәнен фотоларына ҡарап беләһең. Статустарына, ҡуйған йырҙарына ҡарап, ире менән талашҡан-ярашҡандарын да һиҙемләй­һең, дуҫтарын тикшереп, кемгә күҙе төшөүен дә күҙаллап ҡуяһың. Һәр хәлдә, был мәғлүмәттәрҙең 70 проценты дөрөҫкә сығып ҡуя.

Интернетҡа рәхмәт әйтә-әйтә йәшәһәм дә, барыбер үҙемдең интернетһыҙ йәшлегемде һағынам. Дуҫтарымдың хаттары, иҫтәлек дәфтәрҙәре һаман да тыуған йортомда һаҡлана. Ҡайтҡан һайын уларҙы уҡып, хәтирәләрҙе яңыртып алам. Шау-гөр килеп кис ултырыу­ҙарға, мәҙәни сараларға йөрөгән мәлдәр иҫкә төшһә, шул саҡтағы дуҫ-иштәрҙең һәр береһен ҡосаҡлап бер күрешке килә. Интернетта түгел, ә ысын тормошта.

Әммә бөгөн килеп интернет селтәре юҡҡа сыҡһа, киләсәгемде бик күңелһеҙ һәм томанлы күҙ алдына килтерәм. Ә һеңлем бөтөнләй күҙ алдына килтермәй икән…
Әллә, ысынлап та, интернет беҙҙе үрмәксе ауына эләккән себен хәленә төшөрҙөмө? Һәр кем үҙе һығымта яһаһын…

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Быларҙы белеү мөһим

Интернет селтәренең айырылғыһыҙ ҡулланыусыларын психик ауырыуҙар һағалай. Был ауырыуҙарға тап интернет сәбәпсе булыуын белгестәр иҫбатлаған да инде.
- Киң таралғандарының береһе – “Дуров эффекты”. Кешеләр “Бәй­ләнештә” сайтында (“Фейсбук” һәм башҡа сайттар булыуы ла мөмкин) күп ултырыуҙан күңел ауырыуына һабыша. Йәки, киреһенсә, оҙаҡ ваҡыт инә алмай торһа ла, һағыныу кеүек хис барлыҡҡа килеп, кеше ауырый башлай.

- Интернет бойондороҡлолоҡ – кеше һәр саҡ интернет селтә­рендә ултыра. Шәхси тормошон, эшен ташлап, төрлө сайттарҙан яңылыҡтар, фотолар, яҙмалар ҡарай. Был психиканың боҙолоуынан килә.

- Киберхондрия тип кешенең уйҙырма ауырыуы атала. Интернет селтәрҙәрендә берәй ауырыу тураһында мәғлүмәт алғандан һуң ул үҙендә шул ауырыуҙың билдәләрен эҙләй башлай. Береһе генә табылһа ла, үҙен сирлеләр иҫәбенә индерә.

- “Googl эффекты” – был сир менән ауырыған кеше үҙен белемгә мохтаж түгел тип иҫәпләй. Сөнки уны интернеттан таба алыуын аңлай. Һәм уның мейеһе төрлө мәғлүмәттәрҙе иҫендә ҡалдырырға теләмәй.

- Интернетта күп кеше донъяһын онотоп, төрлө уйындар уйнай. Ә улар кешене виртуаль донъяға буйһондора. Ошо сәбәпле күптәр эшен һәм ғаиләһен юғалта. Күп уйнауҙан, тик ултырыуҙан физик мөмкинлектәре үҫешмәй. Депрессияға биреләләр, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалған осраҡтар ҙа теркәлгән. Был кешенең онлайн уйындар бойондороҡлолоғона бирелеүенән килә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға