26.09.2014
Бер-береңде яратып һәм хөрмәт итеп йәшәү – үҙе бәхет
Театр гардеробтан башлана, тибеҙ. Ә ғаилә йөҙө ҡайҙан башлана икән? Әлбиттә, йорт-ихатанан тиерһегеҙ. Тәртип һәм бөхтәлек булған ерҙә уңған ғаиләнең донъя көтөүе әллә ҡайҙан билдәле. Бөгөн йәшәй белгәндәр юғалып ҡалмай, сынъяһау итеп йортон да төҙөй, гөрләтеп донъяһын да алып бара. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе Зилә һәм Ғәли Абдуллиндар ҙа шундайҙар иҫәбенән. Береһенән-береһе илгәҙәк өс бала тәрбиәләйҙәр, икеһе лә мәктәптә уҡыта, шул уҡ ваҡытта шәхси хужалыҡтарын да алып баралар. Хәйер, серҙе бер юлы асып һалмайыҡ, ғаилә ҡоронда дауам иткән әңгәмәлә барыһын да асыҡ сағылдырырға тырыштыҡ.
– Һуңғы йылдарҙа йәш ғаиләләр ҡала ерендә төпләнеп ҡалыуҙы хуп күрә. Ауылға ҡайтыусылар юҡ тиерлек. Һеҙҙе, ваҡытында ҡалала белем алыусы йәштәрҙе, тыуған яҡтар нимәһе менән үҙенә тартты?
Ғәли. Ошо ауылда тыуып үҫтем. Иҫ белгәндә малайҙар менән Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инә, яҡын-тирәләге ҡырҙарҙы ҡыҙыра инек. Мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға индем. Студент йылдарында ла ауыл һәр саҡ үҙенә тартып торҙо. Ҡулға диплом алғас, мотлаҡ ҡайтасаҡмын, тигән маҡсат та шул ваҡытта яралғандыр. Хеҙмәт юлымды зоотехник булып Баймаҡ районында башларға тура килде. Ауыл һауаһының ни тиклем саф, кешеләрҙең ни тиклем эскерһеҙ икәнлегенә ошо мәлдәрҙә тағы бер инандым.
Зилә. Ауыл кешеһенең күпселеге бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә. Беҙ ҙә, йәғни ғаиләләге өс бала ла, атай-әсәй өлгөһөндә эш яратып буй еткерҙек. Шуға күрә, Сибай педагогия колледжын тамамлап ҡайтҡас, ауылдағы тормоштан ҡурҡыу төшөнсәһе ят ине.
– Йылайыр егете менән Хәйбулла ҡыҙы нисек танышып, нисек ҡауышты икән?
Ғәли. Ҡуянтауҙа эшләгән йылдар ине. Тыуған ауылым юлына саң ҡундырған юҡ, ял көндәре һайын ҡайтып йөрөйөм. Ә Зилә Юлдыбайға әхирәт ҡыҙына ҡунаҡҡа килә ине. Танышып, күңелебеҙ бер-беребеҙгә тартылғандыр инде, дуҫлашып киттек. Йыл ярымдан гөрләтеп туй үткәрҙек. Ҡуянтау ауылында йәшәй башланыҡ. Мин фермала эшемде дауам итһәм, ҡатыным хеҙмәт юлын мәктәптә башланы. Шайморат менән Наҙгөл дә ошонда тыуҙы. Ғаиләләге кинйә малай булараҡ, атай-әсәй янында булыу бурысым ине. Алты йылдан һуң тыуған ауылыма – атай йортона ҡайтып төштөм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ир-егеттәребеҙ эш эҙләп ситкә китеп бөттө. Балаларҙы әсә кеше генә тәрбиәләй. Шундай матур саҡтарында ата менән әсә бер төптән булып, бергә тәрбиә бирер ине лә бит, тормош ауырлығы сәбәпсе.
Ғаиләбеҙҙә Шайморат, Наҙгөл, Мораҙымды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Умарталарыбыҙ бар, балаларыбыҙҙы шунда алып сығам. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөл-кәсебен белеп, өйрәнеп үҫһендәр.
– Юлдыбайға ҡайтып, йорт та һалып ебәргәнһегеҙ...
Ғәли. Эйе, башта атай-әсәйҙәр менән бергә йәшәнек. Бөтә уңайлыҡтары булған өй һалып инеү күңелдә йөрөткән хыялдарҙың береһе ине. Йәш ғаиләләргә күрһәтелгән республика программаһы, атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнәмдәрҙең һәм туғандарҙың ярҙамы менән өс-дүрт йылда өй һалып индек.
Зилә. Ҡуянтауҙа ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәнек. Беҙгә, йәғни ауыл ерендә киң ишек алдын үҙ итеп үҫкән кешеләргә, өйрәнеп китеүе еңелдән булманы. Их, үҙебеҙҙең киң һәм яҡты өйөбөҙ булһа ине, тиер инек йыш ҡына. Үҙеңдең йортоңа бер ни етмәй, киң ихатаң, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоу, баҡса үҫтереү йәһәтенән бөтә мөмкинлек бар.
– “Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр”, йә “Атанан күргән – уҡ юныр, әсәнән күргән – тун бесер” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Йәғни ошоларҙан сығып, тәрбиәнең төп нигеҙе ғаиләлә һалына, тип әйтергә хаҡыбыҙ бар. Һеҙҙең йортта балаларға тәрбиә биреү эше нисек ҡуйылған?
Зилә. Мин үҙем өс балалы ғаиләлә үҫтем. Үрҙә әйткәнемсә, атай-әсәйем хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышты. Береһе бөтә ғүмерен – шофер, икенсеһе ашнаҡсы һөнәренә арнаны. Уларҙың эш һөйөүсәнлеге беҙгә лә күскәндер. Балалар – ата-әсәһенең көҙгөһө ул, өлкәндәр нимә эшләй – бәләкәйҙәр ҙә шуны ҡабатлай, уларҙың һәр ҡылығын үҙенә һеңдерә. Ғаиләлә атай һүҙе һәм атай тәрбиәһе мотлаҡ булырға тейеш, тигән фекерҙәмен.
Ғәли. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ир-егеттәребеҙ эш эҙләп ситкә китеп бөттө. Балаларҙы әсә кеше генә тәрбиәләй. Шундай матур саҡтарында ата менән әсә бер төптән булып, бергә тәрбиә бирер ине лә бит, тормош ауырлығы сәбәпсе.
Ғаиләбеҙҙә Шайморат, Наҙгөл, Мораҙымды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Умарталарыбыҙ бар, балаларыбыҙҙы шунда алып сығам. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөл-кәсебен белеп, өйрәнеп үҫһендәр. Уларҙың буш ваҡытын да ойоштора белеү файҙаға. Шайморат – милли көрәш, Наҙгөл волейбол секцияһына йөрөй, икеһе лә бейеү менән шөғөлләнә. Яңыраҡ коллектив менән республика кимәлендәге “Байыҡ” фестиваленә барып ҡайттылар.
– Ғәли Мәхмүтйән улы, һеҙҙе Юлдыбай урта мәктәбендә умартасылыҡ серҙәренә өйрәтеүсе уҡытыусы булараҡ та беләбеҙ...
Ғәли. Умартасылыҡ – яратҡан шөғөлдәремдең береһе. Атайым да был кәсеп менән ҡыҙыҡһынған. Һигеҙ йыл элек ошо юҫыҡтағы түңәрәкте алып бара башланым. География фәненән һәм 2012 йылдан умартасылыҡ технологиялары дисциплинаһы буйынса дәрестәр бирәм. Был йүнәлештең әһәмиәте ҙур – беренсенән, шөғөл мәктәпкә әллә ни килем дә килтермәй, әммә үҫеп килеүсе быуынды тормошҡа әҙерләй, халҡыбыҙ кәсебенә һөйөү уята. Икенсенән, умартасылыҡты үҙ иткән уҡыусыларҙың тәбиғәткә ҡарашы үҙгәрә. Сөнки бал ҡорто тотҡан кешенең сәскәләрҙе өҙөргә, һыуҙы бысратырға ҡулы бармаясаҡ.
– Былтыр яңы башлаусы фермерҙар республика программаһында ҡатнашып, грант алыуға ла өлгәшкәйнегеҙ? Ошо йәһәттән ниҙәр әйтер инегеҙ?
Ғәли. Ауыл ерендә йәшәгәс, мал-тыуар ҙа, ҡош-ҡорт та тотаһың. Шәхси хужалығымды киңәйтергә уйлап, ике йыл элек кәрәкле документтар юллап, махсус комиссияға тапшырҙым, үтә алманым. Былтыр иһә һынауҙы йырып сығып, миллион һумдан ашыу грант алыуға ирештем. Республика Хөкүмәтенән күрһәтелгән ярҙамға, ҡарарҙың шарттарына ярашлы, “Беларусь” тракторы һәм тоҡомло һыйыр малы һатып алырға иҫәп тотам.
Ошо өлкәлә белем алыуым һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплауым был йүнәлеште лә уңышлы алып барыуға ярҙам итер, тигән ышаныстамын.
– Бәхет төшөнсәһен ниҙә күрәһегеҙ?
Зилә. Янымда йүгереп йөрөгән балаларым, яратҡан эшем булыуы үҙе бәхеттер...
Ғәли. Һәр башланғысымды дәртләндереп, кәңәштәрен биреп тороусы ҡатыным, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып торған атай-әсәйҙәр, туғандар булыуына бер ни етмәй шул.
Силәгенә күрә – ҡапҡасы, тиҙәр халыҡта. Зилә һәм Ғәли Абдуллиндарҙың бер-береһен тулыландырып тороуы, һәр эшкә кәңәшләшеп бер төптән тотоноуы ошо һүҙҙәрҙең бар асылын асып һала кеүек. Уңыштары менән ҡыуандырып торған балалары ла, күркәм донъялары ла бер-береңде яратып, хөрмәт итеп йәшәү өлгөһөн күрһәтә.
Данил ӘБДЕЛҒАЗИН
әңгәмәләште.