«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ата ҡаҙ менән төлкө



29.08.2014 Ата ҡаҙ менән төлкө

Ҡаҙҙар күмәкләп йылға буйында йөрөйҙәр икән. Тал араһынан төлкө килеп сыҡҡан да ҡаҙҙарға табан шыуыша башлаған.
– Төлкө бар, һаҡ булығыҙ, – тигән ата ҡаҙ. Ҡаҙҙар йыйылышып, һөжүмгә әҙерләнгәндәр.
Төлкө бөтәһен дә күреп торған. Эштең уҫаллыҡ менән сыҡмаясағын һиҙеп, хәйлә ҡорған.
Ул түбәнселек менән:
– Ҡәҙерле туғандар, мин төлкө батшалығынан айыу батшалығына китеп барам. Юлда бик йонсоном. Һеҙҙә ял итеп китергә булмаҫмы?
– Булыр, – тигән ата ҡаҙ. – Тик һеҙгә бер үтенесебеҙ бар.
– Һөйләгеҙ, – тип төлкө кипкән ирендәрен ялаған.
– Йылғаның аръяғында беребеҙ аҙашып ҡалды. Шуны табырға ярҙам итмәҫһегеҙме?
Төлкө шатланып киткән.
– Мин риза. Берәйегеҙ юл күрһәтергә сыҡмаҫмы?
– Мин сығам, – тигән ата ҡаҙ.
Йылға янына килгәндәр. Бүрәнәгә ултырып сығырға булғандар. Ата ҡаҙ бүрәнәнең һыуҙағы башына осоп төшөп тә ултырған. Төлкө: «Аръяҡтағы ҡаҙҙы ла, быныһын да теге яҡҡа сыҡҡас та ашармын», – тип уйлап ҡуйған. Башҡа ҡаҙҙар бүрәнәне төртөп тә ебәргәндәр. Һыу уртаһына барып еткәс, ата ҡаҙ бүрәнәне әйләндереп ебәргән. Төлкө һыуға йығылып төшкән. Ата ҡаҙ һауаға күтәрелгән. Төлкө тыпырсына-тыпырсына һыу төбөнә киткән.

Башҡорт халыҡ әкиәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға