15.08.2014 “Бик романтик һәм ҡыҙыҡлы һөнәр”
– Төрлө тапшырыуҙарҙа, фильмдарҙа төрлө ҡомартҡылар, хазиналар тапҡандарын күрһәтәләр, ҡыҙыҡлы итеп һөйләйҙәр. Беҙ бала саҡтан ошоларҙы күреп үҫтек. Был романтика кеүек күренә, йәш күңелем шул яҡҡа тартты. Шулай итеп, бер төркөм студент Илшат Бахшиев етәкселегендә Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы янындағы ҡурған зыяратына археологик эҙләнеүҙәр үткәреү өсөн юл тоттоҡ, – тип хәтирәләр йомғағын һүтте Дим.
Ошо көндән тормошоноң ҡырҡа үҙгәрәсәген, күңелен бөтөнләй икенсе хыял биләйәсәген белмәй әле егет. Романтика эҙләп килгән йәштәрҙең кәйефе тәүге көндән үк ныҡ ҡырыла. Ҡойма ямғыр аҫтында, урман араһында көрәк менән ер ҡаҙыу егеткә бик үк еңел тойолмай. Бөтәһенә лә ҡул һелтәп ҡайтып китерҙәй мәлдәр ҙә була. Әммә һәр аҙым һайын ниндәйҙер табышҡа, ҡыҙыҡлы асышҡа өмөт уяныуы, эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр көндән-көн күңелен нығыраҡ биләй, ҡыҙыҡтыра. Практикаһын тамамлап, ауылына ҡайтҡан егет үҙен нимәһендер юғалтҡан кеүек тоя. Археолог булыу тураһында бөтөнләй уйламаған студентты 2-се курста Хәйбулла районына археологик разведкаға саҡыралар.
– Экспедициянан айырмалы рәүештә, разведкала айырым бер биләмәлә боронғо ауыл йәки ҡаланың, ҡурғандың, ҡәберлектәрҙең булғанмы-юҡмы икәнен асыҡларға тейеш инек. Ә экспедицияла асыҡланған ҡаласыҡтарҙа, ҡәберлектәрҙә эҙләнеү эштәре алып бараһың. Разведкаға барған өс егеткә – миңә, Руслан Бахшиевҡа һәм Николай Григорьевҡа Илшат Интизам улы артабан да археология менән шөғөлләнергә, белемебеҙҙе камиллаштырырға тәҡдим итте. Һәм Һамар ҡалаһында үтәсәк Урал-Волга төбәгенең археология буйынса халыҡ-ара студенттар конференцияһына саҡырыу бирҙе. Унда йөкмәткеле доклад менән сығыш яһарға ҡушылды. Ә беҙ уҡыған вуз базаһында, хатта ҡала китапханаларында кәрәкле баҫмалар, ғилми мәҡәләләр, монографиялар, эҙләнеүҙәрҙең һүрәтләмәләре шул тиклем әҙ ине. Улар менән генә әҙерләнеп, юғары кимәлдә сығыш яһай алмаҫыбыҙҙы аңланыҡ.
Ҡышҡы сессия имтихандарын тапшырған өс егет, ял итеү урынына, баш ҡалаға юл тота. Айҙан ашыу баш та ҡалҡытмайынса тарих фәндәре кандидаты Илшат Бахшиевтың китапханаһын өйрәнәләр, ғилми тикшеренеүҙәрен уҡыйҙар, доклад яҙалар. Һамарҙа улар һынатмай, юғары кимәлдә сығыш яһай. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстандан һәм Украинанан килгән ғалимдарҙың, студенттарҙың, аспиранттарҙың сығыштарын тыңлайҙар, улар менән яҡындан танышып та алалар.
Был конференция Димдең тормошонда ҙур роль уйнай. Сөнки тап унан һуң археолог булырға ҡарар итә лә инде. Археология фәне менән ныҡлы ҡыҙыҡһынған егет студент йылдарында уҡ ғилми баҫмаларға мәҡәләләр, докладтар яҙа башлай. Уны айырыуса бронза дәүере ҡыҙыҡһындыра. Бар булмышы менән археологияға ғашиҡ булған егет йыл да республикабыҙҙың Күсемhеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге менән БДУ-ның Сибай филиалы берлектә ойошторған экспедицияларға юллана. Көйөргәҙе районының “Бабич – 1” ҡурғандарына, Хәйбулла районындағы Быҙаулыҡ – 3 ҡаласығына эҙләнеү эштәре менән бара. 2010 йылда БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында, оҙаҡ йылдар тотҡарланып тороп, яңынан эшен башлаған Башҡортостан студенттарының археологик конференцияһында ҡатнаша. 2011 йылда егеткә Ырымбурҙа үткән ғилми ултырышта булыу бәхете лә тейә.
– Сибай ҡалаһында тапмаған әҙәбиәтте Өфөгә барып таба инек. Китаптарҙың һәр бер битен фотоға төшөрөп, күсермәләрен эшләп, материалдар тупланыҡ. Үҙебеҙсә, археология буйынса әҙәби дефицитты бөтөрөргә тырыштыҡ. Ойошторолған бөтә экспедицияларҙа, эҙләнеүҙәрҙә ҡатнаштыҡ, тарихи ҡомартҡыларҙы эҙләү һәм теркәү буйынса практик тәжрибә тупланыҡ. Уҡыу йортон тамамлаған саҡта археология буйынса байтаҡ белем туплағайныҡ инде.
Уҡыуын тамамлаған егет 2011 йылда Өфөгә юл тота. Башҡортостан Республикаһының Күсемhеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Ҡаҙыныу эштәре бында ла оҙаҡ көттөрмәй егетте. Шул уҡ йылда Көйөргәҙе районына археологик разведкаға барыу өсөн уның исеменә тәүге Асыҡ бит тултырыла (һәр археологик эҙләнеү эше Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығынан Асыҡ бит алғас ҡына башлана. Автор йыл аҙағында уның буйынса Фәндәр академияһына отчет әҙерләй. Әгәр ҙә отчет бирмәһәң, икенсе Асыҡ бит бирелмәй, тимәк, башҡаса эҙләнеү һәм тикшеренеү эштәрен башлай алмайһың). 2012 йылда Дим Баймаҡ районының “Юғалы – 8” ҡурғандарында, 2013 йылда ошо уҡ райондың “Төлкөтау – 5” ҡәберлектәрендә эҙләнеү эштәре менән булыша.
– Археолог һөнәре минең өсөн шул тиклем ҡыҙыҡлы. Өйрәнәһе нәмәләр сикһеҙ. Ялан эше оҡшай. Эҙләйһең, ҡаҙынаһың, өйрәнәһең. Яҙма тарихтан айырмалы рәүештә, был фәндә яңылышлыҡтар, факттарҙы үҙгәртеү юҡ тип һанайым. Археолог тапҡан әйбер (һауытмы ул, биҙәүесме, йә булмаһа, тәңкәме) ниндәй хәлдә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған – шул килеш табыла. Уларҙы күсереп яҙып булмай. Таныштарым, дуҫтарым беҙҙе, археологтарҙы, йәй буйы яланда ҡаҙыныу эштәре менән була ла, ҡыш буйы эшһеҙ йөрөй, тип уйлай. Ә ысынында иһә ҡыш буйы күҙгә күренмәгән ҡағыҙ эштәре менән булабыҙ. Йәй көнө эшләгән эштәргә отчет төҙөйбөҙ, ғилми эштәр яҙабыҙ.
Дим Ғиззәтов, үҙе әйтмешләй, археолог һөнәренең тәүге һурпаһын ғына эсә. Булыр бала – бишектән, тиҙәр. Сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу, сәм, тырышлыҡ менән башланған юлы йәш белгесте яңы үрҙәргә илтер тип ышанғы килә. Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте буйынса яңы асыштары булыр әле уның.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.