«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә беҙҙең ауылда...



08.08.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Илдар ВӘЛИЕВ, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Беҙҙең ауыл советына барлығы өс ауыл ҡарай. Тормош үҙ ағышы менән дауам итә, халыҡ, хужалыҡтар бесән әҙерләү эшен йомғаҡлай, баҫыуҙарҙа урып-һуғыуҙың ҡыҙған мәле. Төҙөкләндереү, төҙөлөш эшенең дә һис тә туҡтап ҡалғаны юҡ. Үрге Тәтешле ауылында 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы, шулай уҡ халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы өсөн күп фатирлы йорттар, реабилитация үҙәге төҙөү планлаштырыла. Үрге Тәтешле ауылының яңы микрорайондарында асфальт юлдар һалына. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары көсө менән ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәре башҡарыла.
Ял тураһында ла онотмайбыҙ. Бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Комаров исемендәге йәйге лагерҙа район балалары ике сменала сәләмәтлеген нығытты. Өсөнсө смена тотош республиканан һәм Удмурт Республикаһы менән Пермь крайынан удмурт балаларын ҡабул итте. Был инде беҙҙә күптән матур йолаға ингән, һәләтле балалар өсөн йыл һайын ошолай махсус лагерь ойошторола. Әле көндәр ҙә матур тора, уларға ял итеп, яңы уҡыу йылына көс йыйыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға