01.08.2014
ЯРАМҺАҠЛАНМАҒЫҘ – был файҙаһыҙ
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең психологик алымдары.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә лә, башҡа документтарҙа ла, водитель ниндәй ҡағиҙә боҙоуын әйтергә тейеш, тип яҙылмаған. Шуға ла шартлатып: “Юҡ, ни өсөн туҡтатҡанығыҙҙы аңлай алмайым”, – тип яуап бирергә кәрәк. Хәйләкәр инспекторҙар был һорауҙы юҡҡа ғына бирмәй, моғайын, улар үҙҙәре лә ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә боҙолоу-боҙолмауын аныҡ ҡына белмәй, йә күреп өлгөрмәгән, йә инде башҡа мәсьәлә бар. Ҡыҫҡаһы, һеҙгә ғәйеп “ташланмайынса”, үҙегеҙҙең ғәйепһеҙ икәнлегегеҙҙе иҫбат итергә тырышмағыҙ.
Ҡайһы бер водителдәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарынан шул тиклем ҡурҡа, хатта улар машинаны туҡтата ҡалһа, һөйләшеүҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа тотоп, тиҙерәк “тайыу” яғын ҡарай. Характерҙарыбыҙ төрлө бит: берәүҙәр үҙенең ҡурҡҡанлығын – ярамһаҡланып, икенселәр – артыҡ эре һөйләшкән булып, ә инде өсөнсөләр бөтөнләй ҡалтыраңҡырап күрһәтә. Инспекторҙар үҙҙәре лә әйтеүенсә, улар менән тып-тыныс ҡына һөйләшкән водителдәр бик һирәк, машиналарҙы туҡтатыуҙы тыныс, адекват баһалаусылар юҡ тиерлек. Һәр кем тиерлек инспекторҙарҙы юлға “аҡса эшләү”, “тиктәҫкә бәйләнеү” өсөн сыҡҡан кеүек ҡабул итә. Нимә генә тимәһендәр, ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙән һәм закондарҙан ҡасып булмаясаҡ, шуға ла ЮХХДИ инспекторҙары менән дөрөҫ һөйләшергә өйрәнергә кәрәк.
Юл барыһына ла өйрәтә...Иң тәүҙә шуны билдәләү мөһим: инспекторҙар ҙа кеше һәм һөнәрҙәре итеп ошо эште һайлағас, улар тора-тора яҡшы психологҡа ла әйләнә. Кемдең кем икәнлеге тәүге минуттарҙа уҡ аңлашыла, ти юл һаҡсылары. Инспекторҙар әйтеүенсә, “йәнде көйҙөргән” водителдәр – “эре” ҡыланыусылар, уларҙы мотлаҡ рәүештә урындарына ултыртҡы килә башлай. Был күренеш юлдарҙа ғына түгел, тотош көнитмешебеҙҙә лә шулай, танауын күккә сөйөп йөрөгәндәргә урынын күрһәтке килә. Һөйләшкәндә водителдәрҙең тауышы етди һәм эшлекле булырға тейеш. Үҙ-үҙенә ышанған кеше тап шулай һөйләшә, инспекторға ярамһаҡланырға ла кәрәкмәй. Үҙен ышаныслы тотҡан һәм эшлекле һөйләшкән водителдәр шундуҡ хөрмәт уята, улар әллә ни мөһим булмаған ҡағиҙәне боҙған саҡта иҫкәртеү менән генә лә ҡотола ала.
Ҡайһы саҡ оҫта ғына итеп шаяртып алырға ла мөмкин, юлда кешеләр менән әрләшергә мәжбүр булып, арып-талып торған инспекторҙар юморҙы мотлаҡ баһалаясаҡ. Улар водителгә бер-ике һорау биреп аласаҡ, артабан һөйләшеү шул яуаптар һөҙөмтәһендә барасаҡ. Йәғни һеҙҙең ниндәй кеше булыуығыҙҙы асыҡлайҙар. Инспектор: “Ниндәй ҡағиҙә боҙоуығыҙҙы үҙегеҙ әйтә алаһығыҙмы?” – тигән һорауҙы биргәс, күптәр, башын тырнап, һәр секундты иҫләргә тырыша башлай. Икенселәр, енләнеп, инспектор менән әрләшергә лә оҙаҡ уйлап тормай. Бындай водителдәр мотлаҡ штраф түләйәсәк, сөнки ер йөҙөндә берәү ҙә үҙенең эшен хөрмәт итмәгәндәрҙе йәки үҙ-үҙенә ышанмаусыларҙы яратмай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә лә, башҡа документтарҙа ла, водитель ниндәй ҡағиҙә боҙоуын әйтергә тейеш, тип яҙылмаған. Шуға ла шартлатып: “Юҡ, ни өсөн туҡтатҡанығыҙҙы аңлай алмайым”, – тип яуап бирергә кәрәк. Хәйләкәр инспектор был һорауҙы юҡҡа ғына бирмәй, моғайын, улар үҙҙәре лә ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә боҙолоу-боҙолмауын аныҡ ҡына белмәй, йә күреп өлгөрмәгән, йә инде башҡа мәсьәлә бар. Ҡыҫҡаһы, һеҙгә ғәйеп “ташланмайынса”, үҙегеҙҙең ғәйепһеҙ икәнлегегеҙҙе иҫбат итергә тырышмағыҙ. Мәҫәлән, юлда барғанда тәгәрмәстең тыны сыҡты һәм һеҙгә ярамаған урында беренсе рәткә күсеп, туҡтарға тура килде, ти. Юл ситендә тәгәрмәс менән булышҡан ваҡытта инспектор килеп, ҡағиҙә боҙоуығыҙ тураһында хәбәр итәсәк. Иғтибар итегеҙ: ул һеҙгә факттар тураһында ғына һөйләй һәм бер ниндәй яза бирергә лә йыйынмай. Әгәр ЮХХДИ хеҙмәткәре менән һөйләшкән саҡта, ғәфү үтенә башлайһығыҙ икән, һис шикһеҙ, штраф түләйәсәкһегеҙ. Ғәйебегеҙҙе танып, разметка булған осраҡта ла беренсе полосаға күсеүегеҙҙең мәжбүри рәүештә килеп сығыуын тыныс ҡына аңлатырға кәрәк. Етмәһә, был ҡағиҙә буйынса ла шулай ҡаралған. Шул саҡ инспектор һеҙгә оҙаҡ бәйләнеп тормаясаҡ, хәйерле юл теләп, китеп тә барасаҡ. Артыҡ күп һөйләгән, “командир”, “начальник” кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланған водителдәр күптән ялҡытҡан. Был һүҙҙәрҙе лексикондан алып ташларға кәрәк.
Һағыҙ ярҙам итмәҫКисә спиртлы эсемлектәр эсеп, бөгөн рулгә ултырған водителдәр еҫ сыҡмаһын өсөн “антиполицай” йәки көслө еҫле һағыҙ ҡулланырға ярата. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был мотлаҡ рәүештә шик уята торған файҙаһыҙ бер нәмә. Һағыҙ еҫе ныҡ сыҡҡанлығын тойған инспектор шикләнә башлай һәм, моғайын, һеҙгә алкотестер үтергә тура килер. Һарымһаҡ, шоколад, ҡәһүә, һуған еҫе менән дә шул уҡ хәл. Сама кәрәк, сама. Эсмәһәгеҙ ҙә була инде, һәр хәлдә, кисә генә спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан әҙәмдең бөгөн юлда үҙен 100 процент яҡшы тоясағы һәм машина менән оҫта идара итәсәге шикләндерә.
Машина эсенән сыҡмайынса тәҙрә аша документтарын һуҙыусы водителдәр ҙә инспекторҙарға оҡшамай. Эйе, бында ҡағиҙә боҙоу юҡ, ләкин кешелеклелек бер ваҡытта ла зарарға түгел. Етмәһә, ҡағиҙә буйынса, ЮХХДИ хеҙмәткәре водителгә машинанан сығырға тәҡдим итә ала. Бының аныҡ сәбәптәре лә бар: водитель иҫерек кеүек тойолһа, машинаһының техник етешһеҙлектәре күренһә, машинаны йәки йөктө өҫтәмә тикшерергә кәрәк булһа. Шулай уҡ документтар тултырыу өсөн башҡа машина йәки бина эсенә инергә кәрәк булған осраҡтарҙа автомобилдән сығырға һорауҙары ихтимал. Ҡыйын түгел бит – сығып һөйләшеп инегеҙ, үҙегеҙҙең дә, башҡаларҙың да ваҡытын, аҡсаһын экономияларһығыҙ. Әммә хәл ҡатмарлана башлаһа, мәҫәлән, инспекторҙар һеҙгә ҡарата агрессия күрһәтһә, йә юҡҡа бәйләнергә тырышыуҙарын һиҙгән осраҡта, машинағыҙға ултырып, ишекте бикләгеҙ, тәҙрәне яртылаш ҡына асып һөйләшеү хәйерлерәк булыр.
Әйткәндәй, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең эш машинаһы асыҡ, күренгән урында торорға тейеш. Ҡайҙалыр ҡыуаҡлыҡ араһына йәшереп ҡуйылған машина инспекторҙың ҡағиҙәне боҙоуына ишара. Бындай хәл бигерәк тә ауыл ерендә йыш күҙәтелә һәм, водителдәрҙә видеорегистратор кеүек ҡорамалдар булһа ла, бер ҙә кәмемәй. Шулай уҡ ЮХХДИ машиналарының махсус сигналдары янмаған осраҡта улар юлда башҡалар менән тиң һанала һәм юл биреү талап ителмәй.
Диктофондар һәм видеорегистраторҙарБыл ҡорамалдар менән мотлаҡ ҡулланырға кәңәш итәбеҙ. Тик диктофон ҡулланыу тураһында хәбәр итеп, был бәләкәс кенә ҡорамалды полиция вәкиленең танау төбөндә һелкетеп ҡысҡырынғансы, түш кеҫәһендә генә тотоу күпкә һөҙөмтәлерәк. Бер ваҡытта ла онотмағыҙ, диктофон һеҙгә инспекторҙарҙан ҡалҡан түгел, проблемалар килеп сыҡҡан ваҡытта бәләкәй генә страховка.
Полиция автомобилде тик торғандан туҡтата алмай. Мотлаҡ берәй сәбәп булырға тейеш. Шуға ла һеҙҙең юлды бүлгән полиция вәкилдәренән ни өсөн туҡтатыуҙарын һорашығыҙ. Тыныс ҡына, әлбиттә. Бер ваҡытта ла инспекторҙарҙың танытмаһын ҡулығыҙға алырға тырышмағыҙ. Улар документтарын һеҙҙең ҡулға бирергә түгел, күрһәтергә генә бурыслы.
БагажниктарБагажникты асыу өсөн етди сәбәп булыуы мотлаҡ. Шаһиттар ҙа кәрәк. Инспекторҙар тик торғандан багажникты асып күрһәтеүҙе үтенә генә ала, мәжбүр итеү тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Уларҙың бөтә һорауҙарына ла яуап биреү мотлаҡ түгел. Мәҫәлән, ҡайҙа, ни өсөн китеп барыуығыҙҙа уларҙың ни эше бар? Шулай уҡ иҫтә тоторға кәрәк – документтарҙы айырым-айырым бирергә һәм кире алғанда ныҡлы иғтибар менән йыйырға кәрәк. Быны һиҙҙермәй генә эшләгеҙ, әлбиттә, инспекторҙар дошмандарыбыҙ түгел, ләкин документтарҙы кире теүәл килеш ҡайтармау осраҡтары ла бар.
Ҡыҫҡаһы, үҙ-үҙенә ышанған, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаған һәм шул уҡ ваҡытта ярамһаҡланмаған кешеләр бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Тыныс йәшәгеҙ, донъяны яратығыҙ!
Лилиә СИРАЕВА.