01.08.2014 Бөрйәндәр байрам итә
Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң ситкә таралған балаларын, туған-ырыуын йәнә үҙенә йыйҙы Бөрйәнйылға ауылы.
“Бөрйәндәр” тигәс, Бөрйән районын күҙ алдына килтергәнһегеҙҙер, моғайын. Юҡ, Бөрйән районы хаҡында түгел, ә Баймаҡ районының Бөрйәнйылға исемле бәләкәй генә ауылы тураһында һүҙ бара. Ишбирҙе ауыл советына ҡараған тыуған ауылыбыҙҙы белмәүегеҙ бер ҙә хилафлыҡҡа инмәй.
Бөрйәнйылға ауылы ревизия материалдарында 1891 йылдан телгә алынһа, ҡайһы бер тикшеренеүселәр тарафынан XVIII быуат башында уҡ был ауыл булғанлығы тураһында фекерҙәр ишетелеп ҡала. Төрлө иҫәп алыу ваҡытында халыҡ һаны төрлөсә булған. Шулай ҙа 1920 йылда 237 кеше теркәлеүе, ә 1939 йылғы перепистә 120 генә кешенең иҫәпкә алыныуы 1921 йылғы йотлоҡ арҡаһындалыр, ә бәлки, репрессия йылдарының шауҡымы ла барҙыр, тигән уйҙар тыуҙыра.
Исеменә килгәндә иһә, төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә күрһәтелә. Халыҡ уны барымта-ҡарымта осорона алып барып ялғауҙы хуп күрә. Имеш, ҡаҙаҡтар йыш ҡына баҫып алып, башҡорттарҙың малын көтөү-көтөү ҡыуып алып китер булған. Ир-атты үлтерһә, йә ҡоллоҡҡа алып китһә, ҡатын-ҡыҙҙы, бигерәк тә йәш һылыуҙарҙы кәләш итеп урлар булғандар. Шуға күрә ҡаҙаҡтарҙың ым-ишараһы һиҙелеү менән ир-ат ҡоралға тотонһа, ҡыҙҙарҙы-килендәрҙе алыҫҡараҡ йәшерергә тырышҡандар. Шулай барымтаға килеүселәр күренеү менән төрлөһө төрлө ергә йәшеренгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тотоп, кемеһен үлтереп, кемеһен ҡоллоҡҡа алып киткәндә, бер ҡыҙ яр аҫтында, ҡуйы үлән араһында йәшеренеп ултырып ҡалған. Әммә бер үткер күҙле дошман, ҡыҙҙы күреп ҡалып, иптәштәренә әйтергә итә лә, һылыуҙың ялбарыулы өнһөҙ ҡарашын күреп: “Ярай, былай ҙа күп ҡырылдығыҙ, исмаһам, бер йән ҡалһын”, – тигән, имеш. Шунан был ҡыҙ йәшеренгән йылғаны “бер йән” йылғаһы, ауылды “бер йән” ауылы тип атай башлағандар. Халыҡ телендә шулай аталып йөрөй торғас, телгә ҡалыплашып, “Бөрйән” булып киткән...
Легенданың ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүе беҙгә ҡараңғы. Шулай ҙа, мәҫәлән, мин Ҡаҙаҡбаевтар нәҫеленән икән, был исем-атымда ла берәй ғиллә булыуы бик мөмкин бит әле? Ауылға Ҡыуат ауылының (Баймаҡ районы) байҙары килеп, йәйләүҙә ятып нигеҙ һалған тигән фекер ҙә бар. Көтөү-көтөү йылҡы, һыйырҙарын Бөрйәнйылғаның һутлы үләндәрендә көҙгә саҡлы көтөп, ҡышҡылыҡҡа ғына Ҡыуатҡа ҡайтыр булғандар. Шулай булыуы ла ихтимал, сөнки элегерәк ауыл тау башында ултырған, ә хәҙер ул урынлашҡан ерҙә, тигеҙлектә, туғай, унан һуң хатта был ерҙәрҙә иген дә сәскәндәр. Бөрйәнйылғала 1930 йылдарҙа “Салауат” колхозы, дөрөҫөрәге, ағас һәм таҡта әҙерләү буйынса сәнәғәт колхозы (промколхоз) ойошторолһа, аҙаҡ ул ошо уҡ батырыбыҙ исемен йөрөтөүсе артелгә әйләнә. Һуңғараҡ Ишбирҙе, Крепостной Йылайыр, Шүлкә, Йылым ауылдарын берләштергән “Баймаҡ райпромкомбинаты”на әүерелә. Аҙаҡ инде үҙәге Ишбирҙелә булған “Баймаҡ” урман хужалығы, йәғни леспромхозына ҡарай... Ҡасандыр Баймаҡ районын ғына түгел, бар республиканы ағас, таҡта, рәшәткә, утын менән тәьмин иткән ауылда бөгөн производство юҡ: ауыл халҡы “завод” тип йөрөткән пилорамалар буш тора, күптәре юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер ауыл халҡы башлыса шәхси ярҙамсы хужалыҡта мал үрсетеп, ҡайһы бер ир-ат Йылайыр районында урман ҡырҡып, кемеһелер кәсеп-сауҙа итеп, донъя көтә. 1970 йылдарҙа “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылып, юҡҡа сығырға тейеш булған Бөрйәнйылға халҡының күсеп китергә риза булмайынса, ныҡышып ятыуы арҡаһында әле лә йәшәүен дауам итә.
Һуңғы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы бынан 11 йыл элек, 2003 йылда үткәрелгәйне. Бына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң ситкә таралған балаларын, туған-ырыуын йәнә үҙенә йыйҙы Бөрйәнйылға ауылы.
Әйтергә кәрәк, бынан алдағы йыйынға Башҡортостанда киң билдәле эшҡыуар, “Баймаҡ” милли-һөнәрселек үҙәге етәксеһе Вилүр Рәхимғолов бағыусылыҡ итеп, төрлө халыҡ уйындарында, ярыштарҙа, бәйгеләрҙә еңеүселәргә башҡорт костюмдарын бүләк иткәйне. Был “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын да көтөп, алдан бүләктәр инселәп тә йөрөгәйне. Әммә аяуһыҙ яҙмыш билдәле шәхесебеҙҙе арабыҙҙан ҡапыл алып китеп барҙы. Йәне йәннәттәлер милли рухлы, зыялы яҡташыбыҙҙың... Бағыусылар булмаһа ла, ауылдың уңған килендәре юғалып ҡалмаған, байрамды ойоштороуҙы үҙ өҫтәренә алып, атҡарып сыҡҡандар. “Дуҫлыҡ” ансамбле, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары, шулай уҡ сәхнә, өҫтәл, эскәмйәләр эшләү һәм урынлаштырыу, тирмә ҡороу кеүек эштәрҙе башҡарған ир-егеттәр, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Байрамды асып, алып барыусылар – китапханасы Альбина Зарипова менән клуб мөдире Гөлфиә Тләүсина ошо оло сараны ойоштороусы, Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мансур Вәлишинға һүҙ бирҙе.
– Хөрмәтле ауылдаштар, ситтән килгән ҡунаҡтар, яҡташтар! Беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, ауылдаштар байрамына йыйылыуығыҙға бик шатбыҙ! – тине ул, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, – Беҙҙең был байрам мосолмандарҙың изге айы – Рамаҙан айында һәм “Айыҡ ауыл” акцияһы барышында үткәрелә. Һәр кемебеҙҙең изге теләктәре тормошҡа ашһын тип, барыбыҙҙың да ауыл зыяратында ятҡан әруахтарына арнап, аят уҡыуҙан башлаһаҡ ине байрамыбыҙҙы.
Ишбирҙе мәсете имам-хатибы Вафа олатай Ғайсин сәхнәгә күтәрелеп, аят уҡыуҙан башланған кисә йыр-моң, ауылдаштарҙың сығыштарынан, бүләкләүҙәр менән аралаштырып дауам итте. Ишбирҙе ауылының оло йәштәгеләрҙе берләштергән “Хәтирә” фольклор ансамбле сығыштары, Баймаҡ ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, республика конкурстары лауреаты, танылған йырсы Рауил Харрасовтың йырҙары байрамға мәртәбә өҫтәне. Гөлдәр Салауатова “Хәтирә” бейеүен башҡарһа, Әлфиә Зарипова – яңы йыр менән, Ишбирҙенән килгән олатайҙар – Ибраһим Хәсәнов, Вафа Ғайсин, Ҡыямитдин Моталов, ветерандар советы рәйесе Рәфҡәт Илбулов боронғо халыҡ йырҙарын башҡарып, хатта бейеп, күңелдәрҙе күтәрҙе, Бөрйәнйылғаның эшкә лә, байрам итеүгә лә маһир килендәре – “Дуҫлыҡ” ансамбле заманса бейеүҙәре менән алҡыштарға күмелде. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне, һәр береһе үҙенең теләктәрен еткерергә, музыкаль сәләмен тапшырырға ашыҡты. Ауылдың иң оло кешеләре Ғәлиә һәм Хәкимйән Үлйәбаевтар, Сабира Тләүсина, Маһиәсмә Атанова, Рәхимә Вәлишина, Заһира Ҡаҙаҡбаева һәм яңыраҡ ҡына тыуған ауылына күсеп ҡайтыусы Нурғәле Үлйәбаевты хөрмәтләп үттеләр, унан ауылдың иң йәш граждандары – сабыйҙар менән уларҙың ата-әсәләре саҡырылды: Рәфис менән Динә – ҡыҙҙары Сөмбөл, Хәтифә менән Рифат – ҡыҙҙары Мәҙинә, Юнир менән Лениза – улдары Ансар, Алһыу улы Нияз менән бүләккә һәм тамашасыларҙың алҡыштарына лайыҡ булды. Шулай уҡ матур ғаилә ҡороп, татыу йәшәүҙәре менән хөрмәт яулаған Рәсимә менән Рәшит Тләүсиндәр, Вәзирә менән Миңләхәт Ҡаҙаҡбаевтар, Йәмилә менән Сәлимйән Үлйәбаевтар, Гәүһәр менән Шәфҡәт Вәлишиндар, Гөлфиә менән Илшат Тләүсиндар, күп балалы ғаиләләр – 8 бала үҫтергән Әлфиә менән Хәйҙәр Вәлишиндар, 7 бала тәрбиәләгән Әнисә менән Зөфәр Вәлишиндар, алтышар бала үҫтереүсе Хәтифә менән Рифат, Әнисә менән Әхтәм Ҡаҙаҡбаевтар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Сибай педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын Бөрйәнйылғала башлаған Земфира Хөрмәт ҡыҙы яҙмышы ошо кескенә ауыл менән ғүмерлеккә бәйләнерен уйламағандыр ҙа. Зәкир Тләүсин менән сәстәрен сәскә бәйләп, балалар үҫтереп, татыу ғүмер итеү менән бер рәттән, бар ғүмерен уҡыусыларға белем биреүгә арнаған уңған һәм абруйлы уҡытыусы ла ул. Уға маҡтау һүҙҙәре әйтелгәндә, риза икәнлектәрен белдереп, бар ауылдаштары “Ура!” ҡысҡырып, ҡул сапты. Ҡул эше оҫталары – Хәйҙәр Вәлишин, Булат Тләүсин, Роза Билалова ла, юбилейҙарын билдәләүсе Зәкир Тләүсин менән Шәфҡәт Вәлиев (55 йәш), Хәкимйән Үлйәбаев (85 йәш), Сәлимә Рәхимғолова ла (65 йәш) иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Яҙҙан бирле ямғыр төҫө күрмәгән ауыл өҫтөнән тап осрашыу алдынан ғына күкрәп ямғыр яуып үтеүе, осрашыу ваҡытында ла, ҡапыл ғына салт аяҙытып ебәреп, ҡабатлап- ҡабатлап һибәләп үтеүен оло быуын яҡшыға, мул уңышҡа юраны. “Килә яуа бер болот” тигән йырҙағыса, һыуланһа ла, өшөһә лә, халыҡ байрам яланынан – Ғәбит туғайынан таралышырға ашыҡманы. Ҡаҙандарҙа боҫрап аш беште, самауырҙар йырланы, кемдер ҡолғаға үрмәләне, икенсеһе ҡул көрәшендә көс һынаны, шахмат-шашка яратыусылар бер ерҙә өймәкләште, йыр-моң һөйөүселәр сәхнә эргәһенән китмәне. Бала-саға өсөн дә күңелле ярыштар, приздар уйнатыу ойошторолдо. 30-лап ҡына йортло Бөрйәнйылға халҡы тырышып эшләй ҙә, ихлас күңелдән байрам итә лә белә икәнлеген раҫланы. Тимәк, ауыл йәшәй, туйҙар үтеп тора, сабыйҙар донъяға килә, тормош дауам итә...
Киләһе ауылдаштар байрамына тиклем! Тағы ла 10 йылдан теүәл көйө, имен-һау осрашырға, бер-беребеҙгә: “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” – тип сәләм бирергә насип булһын!
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
Баймаҡ районы.