«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ер тулыһынса бушлай бирелә!



25.07.2014 Ер тулыһынса бушлай бирелә!

Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев әйтеүенсә, бушлай ер алыу өсөн сиратҡа ҡуйылған күп балалы ғаиләләрҙең 49 проценты, инвалид бала ҡарағандарҙың 47 проценты участка алған. Билдәле булыуынса, әле республикала үрҙә билдәләнгән категорияларға ҡа­раған ғаиләләргә шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы биреү эше әүҙем бара.
Әлбиттә, ер майҙандарын участкалар итеп ыҙанлау һәм башҡа эштәр күп кенә сығым талап итә. Шуныһы ҡыуаныслы: был сығымдарҙы ла дәүләт үҙе ҡаплай. Быйыл кадастр эштәрен башҡарыу, ыҙанлау өсөн республика бюджетынан 46 миллион 285 мең һум аҡса бүленә. Һанап сығарыу­ҙарынса, был аҡса 8000 өҫтәмә участканы ыҙанлауға етәсәк. Муниципа­литеттарға бүленгән аҡса льгота менән файҙаланыусы кешеләргә биреләсәк ер эштәрен башҡарыу өсөн тотонола һәм субсидия булараҡ бирелә. Билдәләп үтергә кәрәк: Хөкүмәт субсидия биреүҙе 2017 йылға тиклем дауам итергә планлаштыра.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға