25.07.2014
Мөғжизәле асыштарға табан юл һалам
Лираны мәктәптән бирле йәмәғәт эшендә ҡатнашыуынан, башҡорт телендә уҙғарылған шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеләрендә уйнауынан, яҡташтар ойошмаһы лидерҙары араһында булыуынан беләм. Шул замандан уҡ иҫемдә: ниндәй генә эшкә тотонмаһын, Лира гел уңыш ҡаҙана, тырышлығы менән маҡсаттарына ирешә. Әле лә бына Башҡортостандың бәләкәй генә ауылында тыуған ҡыҙ Германияла докторлыҡ дәрәжәһенә уҡый. “Үәт, аҡыллы!” – тиеүемә ул ошолай яуап бирә: “Теләк булғанда ябай кеше бик күп нәмәгә өлгәшә ала”.
ЛИРА НИҒМӘТУЛЛИНА
Йәшәгән урыны: Майнц ҡалаһы, Германия.
Тыуған урыны: Хәйбулла районы, Сиҙәм ауылы.
Йәше: 25 йәш.
Белеме: Башҡорт дәүләт университеты, биохимия фәне бакалавры,
Мәскәү дәүләт университеты, молекуляр биология фәне магистры.
Әлеге көндә Германияның Майнц ҡалаһында урынлашҡан Йоханнес Гутенберг университеты докторантураһы студенткаһы. “Boehringer ingelheim” фармацевтика компанияһы уҙғарған фәнни конкурста еңеп, өс йыл Майнц ҡалаһының Молекуляр биология институтында диссертация өҫтөндә эшләр өсөн стипендия отҡан.
Яратҡан китаптары: “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” – М. Кәрим, “Кешеләр планетаһы” – А. Экзюпери.
Ял өсөн иң яҡшы урын: туғандар булған ерҙә.
Тормош ҡағиҙәһе: “Аҫҡа ҡарап, шөкөр ит, өҫкә ҡарап, фекер ит”.
Телдәр: Башҡорт, рус, инглиз, төрөк, немец телдәрен белә.
Bashkort 2.0: Лира, ни өсөн фән юлын һайланың?Лира: Ҡасандыр фән кешеләрен ныҡ аҡыллы, ләкин ярлы һәм сәйер кешеләр тип күрә инем, хатта уларҙы йәлләй ҙә торғайным. Фән менән тормошомдо бәйләрмен тип һис тә уйламағайным! Ләкин бер ваҡыт Аҡһым институты (Мәскәү дәүләт университетының молекуляр биология кафедраһы) профессорҙарының лекцияһын тыңлау бәхете тейҙе. Фәнни эҙләнеүҙәр, биология ҡуйған яуапһыҙ һорауҙар – кеше геномы, ҡартайыу механизмдары – мине әсир итте. Ошо темаларға уйланһаң, тере материяның ни тиклем нескә булыуына аптырайһың. Миңә былар бөтәһе лә ныҡ ҡыҙыҡлы.
Икенсенән, фән ул – халыҡ-ара аралашыу. Ғилми мәҡәләләрҙе инглиз телендә уҡырға тура килә, сит илдәге конференцияларҙа ҡатнашаһың, билдәле профессорҙар менән һөйләшәһең – былар бөтәһе лә үҙ өҫтөмдә эшләүгә, сит телдәрҙе өйрәнеүгә, фекер ҡеүәмде киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Һәм илһамландыра! Бындай сараларҙан һуң яңы эксперименттар үткәрге килеп тора. Ғилми гипотезаларым ысынлап та бойомға ашһа, үҙемде шул хәтле бәхетле тоям. Ғаләмдең серҙәрен асыуға тағы ла бер аҙым яһаған кеүекмен.
Bashkort 2.0: Һайлаған һөнәреңә бәйле ниндәй ауырлыҡтар кисерергә тура килде?Лира: Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында өсөнсө курста уҡыған сағым ине. Мәскәү дәүләт университетының Аҡһым институтына уҡырға инергә тип, илебеҙҙең баш ҡалаһына юлландым. Һайлап алыу турын үтә алманым. Ләкин Мәскәү дәүләт университетында уҡырға теләгем һүнмәгәнлектән, БДУ-ла индивидуаль уҡыу планын алып, Мәскәүгә яҡын Пущино ҡалаһына күстем (Аҡһым институты тап ошонда урынлашҡан). Бер йылды институт лабораторияһында эшләп, Мәскәү дәүләт университеты профессорҙарының лекцияларын тыңлап үткәрҙем. Сессия ваҡытында Өфөгә ҡайтып, БДУ-ла экзамендар бирә торғайным. Уҡыу йылы тамамланғас, диплом алып, Аҡһым институтына экзамендар тапшырыу өсөн кире Мәскәүгә юлландым. Тырышлығым юҡҡа булмаған икән – бөтә экзамендарҙы тик “бишле”гә биреп, Мәскәү дәүләт университетының магистратураһына уҡырға инеп киттем.
Ләкин бының менән генә ауырлыҡтар тамамланманы. Университетта тәүге йыл бик ҡыйынға төштө. Сәбәбе – темаларҙың, уҡыу программаһының ауыр булыуы. Көн һайын ҡайтып илағаным иҫемдә. Шунан иртәнге сәғәт 5-кә тиклем уҡый инем. Ә 9-ҙа – тағы лекциялар һәм лабораториялағы эш.
Bashkort 2.0: Әлеге ваҡытта коллегаларың менән сағыштырғанда белем кимәлең нисек тип һанайһың?Лира: Әле Германияла белем кимәлендә айырма һиҙелмәй. Ниндәйҙер фәнни һорауҙарға килгәндә, мин хатта олораҡ булған коллегаларҙы өйрәтәм! Ләкин лаборатория етәкселәре, профессорҙар менән аралашҡанда үҙемдең ни тиклем әҙ белгәнемде аңлайым һәм тағы ла нығыраҡ илһамланам.
Bashkort 2.0: Фән менән шөғөлләнер өсөн тыумыштан талант, ынтылыш кәрәкме? Лира: Юҡ, иң мөһиме – фәнде яратыу. Ул яҡҡа ынтылышы булған ҡайһы бер кешеләр аҡса эшләүҙе өҫтөн күрә һәм фәндән баш тарта. Киреһенсә, ысын күңелдән фән менән ҡыҙыҡһынған, уға бәйле ижадты, сәмләнеп көс һынашыуҙы яҡын күргәндәр бар.
Bashkort 2.0: Һин икенсе төргә ҡарайһыңмы?Лира: Эйе. Әсәйемә шылтыратып, “Әсәй, фармацевтика компанияһында эшләү миңә ҡыҙыҡ түгел!” – тип илауым иҫемдә. Лабораторияла иһә үҙемде бөтөнләй икенсе төрлө тоям.
Bashkort 2.0: Тырышлыҡ, рух көсө – улар һиңә кемдән күскән?Лира: Әсәйемдән. Бөтә яҡшы сифаттарым өсөн әсәйемә рәхмәтлемен. Ул миңә этәргес көс бирә, илһамландыра, ярҙам итә. Ваҡытында биология һәм иҡтисад факультетына уҡырға инеп, биология юлын һайлағанда мине береһе лә аңламаны. Әсәйем генә ыңғай ҡараны, теләгемде кире ҡаҡманы.
Bashkort 2.0: Күп кенә ата-әсә балаларын сит ҡалаға уҡырға ебәреүҙән баш тарта. Әсәйең быға бөтөнләй икенсе ҡарашта. Һине лә, ҡустыңды ла ҙур ҡалаға ебәрергә ул нисек ҡурҡмаған икән, тигән һорауҙалыр уҡыусыларыбыҙ... Лира: Әсәйебеҙ – тәжрибәле уҡытыусы һәм бик аҡыллы кеше. Белемдең ҡәҙерен, кәрәклеген ул яҡшы аңлай. Яратҡан әйтеме: “Уҡырға мөмкинлек булғанда уҡырға кәрәк!” Шундай ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө әле. Мәктәптә саҡта инглиз теле уҡытыусыһынан ҡурҡа торғайным, факультатив дәрестәргә йөрөүҙән баш тарттым. Әсәйем мине көсләп кире килтерҙе лә шулай тине: “Насар мөнәсәбәттәр онотолор, ә белем онотолмаҫ”. Инглиз телен яҡшы белеүем ошо уҫал уҡытыусы арҡаһында.
Bashkort 2.0: Ни өсөн белем алыуҙы Рәсәйҙә түгел, ә сит илдә дауам итергә булдың? Лира: Ысынын әйткәндә, сит илдә уҡырға йыйынмай инем. Хатта аспирантураға инеү ҙә уйымда юҡ ине. Мәскәү дәүләт университетында миңә көслө белем бирҙеләр. Уны тамамлағас, фармацевтикала көсөмдө һынап ҡарау ине теләгем. Ләкин был эштән ҡәнәғәтлек кисермәнем. Уйлап ҡараһаң, бөтәһе лә яҡшы – уҡып бөткәс тә юғары дәрәжәле эш, ҙур эш хаҡы, татыу коллектив. Тик нимәлер етмәгән һымаҡ ине. Фәнни атмосфера, эҙләнеүҙәр, эш менән ҡыҙыҡһыныу, яныу – быларҙы һағындым. Ләкин дүрт йыл аспирантурала уҡырға һәм дөйөм ятаҡта бәләкәй стипендияға йәшәргә теләмәнем. Ә фән менән шөғөлләнер өсөн мотлаҡ ғилми дәрәжә кәрәк. Ысулын таптым – Европаға уҡырға барып, философия докторы исемен алыу.
Германияла стипендиям ҙур, немец телен өйрәнеү буйынса курс өсөн тотош түләйҙәр, татыу коллектив һәм, иң мөһиме, ғилми тикшеренеүҙәр, фән менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Рәсәй институттары өсөн был бик ҡыйбат. Китеүе ҡыйын булды, әлбиттә, ләкин бында эшем менән тулыһынса ҡәнәғәтмен. Бөтәһенә лә яратҡан, күңелгә яҡын эш урыны табыуҙарын теләйем.
Bashkort 2.0: Европала уҡырға инеүе ҡыйынмы? Лира: Ҡыйын тип әйтмәҫ инем, теләк кенә булһын. Аҡһым Институтынан дуҫтарым сит илгә практика үтергә йәки уҡырға тип киткәндә, минеке килеп сыҡмаҫ тип уйлағайным. Инглиз телен белә инем, тик һөйләшеүе ауыр ине. Документтар, финанс менән бәйле ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡа инем. Ләкин дуҫтарымдың миҫалы миңә дәрт өҫтәне. Бер йылда инглиз телен нығыттым, халыҡ-ара ғилми үҙәктәргә хаттар яҙҙым. Барселонаға барып ҡайттым, Германияла йәйге практика үттем, ә бер йылдан бөтөнләй унда күсеп киттем. Иң мөһиме, дипломдағы юғары билдәләр, теләгеңде белдергән хат (Motivation Letter) һәм профессорҙарҙың һинең туралағы хаты, тип уйлайым.
Bashkort 2.0: Башҡортостанды һағынаһыңмы?Лира: Ныҡ һағынам. Өйгә ҡайтҡан һайын кешеләрҙең эске матурлығын, йылы мөнәсәбәтен тоям – беҙҙә халыҡ шул хәтле ихлас һәм эскерһеҙ. Мәскәүҙә лә, Европа илдәрендә лә ундай кешеләрҙе осратмаҫһың. Беҙҙә гел сәй эсергә саҡырырҙар, һуңғы ризығын өҫтәлгә ҡуйырҙар. Европала өй – ул изге урын, дуҫтарҙы саҡырып бармайҙар. Бик осрашырға кәрәк икән – ресторан, пабтарҙа күрешәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда йылына бер генә булам.
Bashkort 2.0: Зәки Вәлиди тыуған яғын һағынғанда, башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны йырлаған, тиҙәр. Башҡортостанды һағынған сағыңда тыңлаған йырың бармы? Лира: Белеүемсә, Зәки Вәлиди шулай уҡ ҡурай моңон тыңлап, илаған. Ә мин Рим Хәсәновтың “Иртәнге томан” әҫәрен ишетһәм, күҙҙәремә йәш тула. Йыш ҡына “Мәҙинәм-гөлкәйем” һәм “Ел ҡапҡа” йырҙарын тыңлайым. “Арғымаҡ” этно-рок-төркөмөнөң йырҙарын тыңлайым һәм концерттарына эләгергә хыялланам!
Bashkort 2.0: Башҡортостанға йәшәргә һәм эшләргә ҡайтыуға нисек ҡарайһың?Лира: Тыуған яҡ үҙенә ныҡ тарта, ҡайтырға теләгем көслө. Матур ғаилә ҡороп, яҡындарым һәм туғандарым араһында йәшәргә теләйем. Эшкә килгәндә, Рәсәй Фәндәр академияһында эшләргә, университетта уҡытырға һәм реактивтар етештереү буйынса компания асырға хыялланам.
Bashkort 2.0: Лира менән һөйләшкәндән һуң Канада профессоры Ларри Смиттың “Ни өсөн һин бер ҡасан да эшеңдә уңышҡа өлгәшмәйәсәйһең” тип исемләнгән лекцияһынан ҡыҙыҡлы фекер иҫкә төштө:“Әгәр ҙә һеҙ эшегеҙгә иҫ киткес һөйөү, сиктән ашҡан ҡыҙыҡһыныу, дәрт, сәм кисермәйһегеҙ икән, карьерағыҙҙан уңмаясаҡһығыҙ”, – тигәйне ул. “Эшем миңә ҡыҙыҡлы”, – тиеү генә етмәй. Яратҡан кешегеҙгә “Миңә кейәүгә сыҡ! Һин миңә ҡыҙыҡлы” тип әйтеп булмай бит”.
Фән менән йәшәгән, уны шул тиклем яратҡан һәм тормоштағы һәр мөмкинлектән файҙаланған кешене быға тиклем осратҡаным юҡ ине. Лира тормоштоң тәмен белеп йәшәй һәм шуның менән мине лә илһамландыра, ә һеҙҙе? Bashkort 2.0. һәр гәзит уҡыусыға бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтергән шөғөлөн табыуын теләй. Фатима Янбаева яҙып алды.