11.07.2014 Балалар өсөн: "Йәйғор"
Балалар өсөн махсус сығарылыш
Шаҡмаҡтар буйлап йәнлектәрҙе һүрәткә төшөр һәм буяп ҡуй.
буш шакмакта нимэ булырга тейеш кояшмы, бэшмэкме, сэскэме
Был бүрегә ҡайһы күләгә тура килә? Урман санитарын буяп ҡуйырға ла онотмағыҙ.
Гүзәл СитдИҠова
Һыйлашыу
Тауыҡ йырлай: ҡыҡ та ҡыҡ,
Ем ашарға сыҡ та сыҡ.
Өйрәк әйтә: баҡ та баҡ,
Ашап бөттөм бер табаҡ.
Күркә әрләй: гөлдөргө,
Ашап бөтөп, бөлдөрҙөң.
Ҡаҙ ҡаңғылдай: ға-ға-ға,
Төшәм инде йылғаға.
Гөлсирә ШафиҠова
Бәпембә
Һары башлы бәпембә
Шарға әйләнгән төндә.
Осоп китер тигәйнем –
Юҡҡа сыҡты, өргәйнем.
Кем нимә тотҡан?
Ҡуянҡайға иң күп шар эленгән шыршыны табырға ярҙам ит.
һандарҙы бер-бер артлы дөрөҫ итеп тоташтырып, һүрәттә ниндәй ҡош йәшенгәнен асыҡлайыҡ.
һәр башлыҡтыҢ хужаһын тап