11.07.2014 “Төрмә тележурналистикаһы"
Ошо көндәрҙә Башҡортостан тарихында үҙенсәлекле дата билдәләнде. Республиканың иректән мәхрүм ителеү урындары журналистикаһына 90 йыл тулды. 1924 йылдың июлендә хөкөм ителеүселәр әҙерләгән “Новые пути исправдома” тигән гәзит донъя күргән. Ул ай һайын сығарылған һәм машинкала йыйылған. Әйткәндәй, нәшер итеүҙең был алымы ул мәлдә бик алдынғы һаналған. Бар ил граждандар һуғышы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан юҡлыҡ заманында хатта рәсми бойороҡтар ҙа ҡулдан яҙылған.
Бер нисә данала сыҡҡан гәзиттә енәйәт-башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәренең һәм хөкөм ителгәндәрҙең мәҡәләләре баҫылған.
Әлеге ваҡытта Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы учреждениеларында туғыҙ кабель телевидениеһы студияһы һәм дүрт гәзит бар. Тәүге студия 90-сы йылдарҙың аҙағында, Өфөләге 3-сө колонияла барлыҡҡа килгән.
Психологтар фекеренсә, хөкөмгә тарттырылғандар ыңғай эмоцияларға һәм яңы кисерештәргә ныҡ һыуһай. Рәшәткә артындағы тормоштоң бер ҡыҙығы ла юҡ. Шулай ҙа иректән мәхрүм ителеүселәрҙең мәғлүмәткә һәм күңел асыуға хоҡуғы бар. Төрмә телевидениеһының үҫешеүе быға дәлил. Ул иректәгенән шаҡтай айырыла. Унда эшләүселәр яңылыҡтар әҙерләй, ҡотлау программалары, социаль реклама роликтары, видеолекция, клиптар төшөрә. Колониялағылар өйҙәренә видеохат йәки видеооткрытка ла ебәрә ала. Хөкөм ителеүселәр видеоклиптары менән “Калина красная” Бөтә Рәсәй конкурсында ла ҡатнаша.
Хөкөм ителеүселәр араһында Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы ойошторған ярышта 13 колониянан 18 эш ҡатнашты. Әйткәндәй, был “Телестудия за колючкой” исемле конкурс тәүгә үткән. Хәҙер ул йыл һайын буласаҡ.
Кабель телевидениеһы студиялары араһында Салауаттағы 2-се колонияның “Бриз” студияһы беренсе урын яуланы. Иң яҡшы оператор эше 16-сы колонияның “Позитив” студияһында (Салауат) булһа, иң яҡшы режиссура – “Спутник” студияһында (Өфө, 13-сө колония). Иң яҡшы журналист тип 2-се колониянан Андрей Павлушкин табылды.
“Бриз” студияһы 2009 йылда барлыҡҡа килгән. Колония яңылыҡтары, Салауат ҡалаһының “Телеконтур” каналына ай һайын “Локальный участок” тигән программа әҙерләйҙәр.
2 июлдә еңеүселәрҙе тәбрикләргә һәм төрмәләге коллегаларыбыҙҙың көнитмешен ҡарарға Салауат ҡалаһына юлландыҡ.
Инеүе анһат, сығыуы бик ҡыйын булған урын
Иртә менән йыйылыу урынына йүнәлдек. Баш ҡаланың Достоевский урамының бер өлөшөндә тулыһынса Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы урынлашҡан. Административ биналар менән бергә, бында колониялар ҙа бар. Шыҡһыҙ урын, күп кешенең аһ-зарын үҙенә туплаған ер күңелдә бик ауыр тойғо уятты. Ҡайҙа ҡарама, ауыҙлыҡлы эттәр эйәрткән, форма кейгән хеҙмәткәрҙәр йөрөй. Бына Өфө агрегат-производство берекмәһе яғынан кузовы һоро төҫкә буялған күк һыҙатлы автобустар, көплө йөк машиналары күренде. Баҡтиһәң, улар хөкөм ителеүселәрҙе һәм изоляторҙа тотолоусыларҙы судҡа алып барыу өсөн килгән икән. Бындай машинаға бер ҡасан да ултырырға яҙмаһын, тип кенә теләргә тура килде.
Ҡуҙғалдыҡ. Юлда барғанда “Новые пути исправдома” гәзитен – музей экспонатын ҡараныҡ. Бик үҙенсәлекле матбуғат баҫмаһы шул дәүерҙе күрһәтә, ваҡыт шаңдауы яңғырата.
Өфө – Ырымбур юлы буйынан Айыусы ауылы боролошон үткәс, алыҫта тимерсыбыҡ, бейек стеналар менән уратып алынған урын күренде. Бында айырыуса ауыр енәйәт ҡылыусылар тотолған 4-се колония урынлашҡан. Янынан үттек. Ҡотһоҙ, шыҡһыҙ ерҙәр.
“Газпромнефтехим Салауат” нефть химияһы комбинаты башланды. Бар ерҙә лә кеше буйы йыуанлыҡтан бармаҡ ҡалынлығына тиклем торбалар, көпшәләр, әллә ниндәй ҡоролмалар урынлашҡан. Бейек торбаларҙан газ факелдары күренә.
2-се колония һәм ЛИУ-19 (дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениеһы) тип яҙылған юл күрһәткесе. Алыҫта, бейек стеналар артында, колонияның биналары күренә, бар ер тимерсыбыҡ менән уратылған, мөйөш һайын – ҡарауылсы вышкалары. Көмбәҙ-тәреләре ялтырап торған часовня ла бар.
Бына колония алдындабыҙ. Һулдан кешеләр инә, уңдараҡ автомобилдәр үтә. Әйткәндәй, инеү-сығыуҙа ҡәтғи хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ҡулланыла: көҙгө ярҙамында транспорттың аҫҡы өлөшө тикшерелә, капот һәм кабина эсе ҡарала.
Контроль-үткәреү урыны. Үткәрмә ҡағыҙы менән өсәрләп кенә индерәләр. Бер ишектән үткәс, ул ябыла һәм икенсеһе асыла. Ҡиммәтле әйберҙәр, телефондар менән үтеү тыйылғас, уларҙы һаҡлауға ҡалдырҙыҡ. Сиратта торғанда ике егетте күрҙек. Ҡулдарында – аҙыҡ-түлек, ҡабынан алынған тәмәке (эсенә наркотик һалынмаһын өсөн) менән тулы пакеттар. Төрмәлә иң үтемле тауар тәмәке, сәй, шәкәр-кәнфит икән.
Шыҡһыҙ итеп шығырлап, ауыр ишек көскә асылды. Бына беҙ эстә. Махсус кәртәле урын – шлюзда йыйылдыҡ. Һул яҡта колонияның тышҡы стеналары, аҫта – контроль-эҙ һыҙаты. Унда тупраҡ тырматылған, әгәр ҙә кемдер ҡасырға теләһә, шунда уҡ эҙҙәре күренә. Өҫтә сәнскеле тимерсыбыҡ, махсус датчиктар, видеокамералар. Инеүе анһат, ә бына сығыуы ҡыйын урын ул төрмә.
Уң яҡта эске хеҙмәт һаҡсылары тора, яндарында – немец овчаркалары. Мөһабәт кәүҙәле хайуанға ауыҙлыҡ кейҙерелгән. Әйткәндәй, һәр ваҡыт тентелеү, тикшереү, бурҙайҙар менән оҙатылып йөрөгәс, хөкөм ителеүселәр иреккә сыҡҡас, эттәрҙе яратмай.
Шлюздан 2-се колония ишеге аша үттек. Уң яҡтағыһы, бая беҙ часовняһын күргәне ЛИУ-19 тип билдәләнгән. Унда туберкулез менән ауырыусылар тотола.
2-се колония 18-се нефть химияһы комбинаты барлыҡҡа килгәндән алып, йәғни 1948 йылдан эшләй. Әле унда беренсе мәртәбә хөкөм ителгән 1300-гә яҡын кеше тотола. Учреждение ҡаты режимлы, унда кеше үлтереү, мутлашыу, көсләү, наркотиктарға бәйле ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәр тотола.
Колонияла тотолоусыларҙың яртыһы – 650 кеше – ағас эшкәртә, кейем тегә һәм урмалит төҙөлөш блоктары эшләй.
Беҙҙең төркөм артабан футбол майҙансығын, санчасть бинаһын ҡараны. Кабинет ишектәрендә күҙәтеү тәҙрәләре бар. Терапия бүлегенә лә һуғылдыҡ – ауырыу айырым кәртәләнгән урынға инә һәм табип уға ситтән энә ҡаҙай.
Колонияның асфальтланған айырым майҙаны – плац бар. Бер яҡ ситтә бәләкәй часовня күренә һәм хөкөм ителеүселәр йоҡлай торған казармалар урынлашҡан. Әйткәндәй, беҙҙең был сәфәр ҡылған урын нимәһе менәндер әрмене хәтерләтте. Килеп инеү менән тын ҡыҫылыу һәм тиҙерәк кире тышҡа-иреккә сығырға теләү тойғоһо барлыҡҡа килә, бар ерҙә тикшереү, форма кейгән кешеләр, өлгөлө таҙалыҡ менән тәртип. Йыйыштырыу, ағастарҙы һәм сәскәләрҙе ҡарау эше тотҡондарға йөкмәтелгән.
Клубҡа индек. Фойела – хөкөм ителеүселәрҙең буш ваҡытын нисек үткәреүен күрһәткән фотолар. Ҡышын Сочиҙағы Олимпия уйындарына арналған ярыштар, Еңеү байрамына, былтыр 2 августа Хәрби-десант ғәскәрҙәре көнөнә ҡарата концерттар уҙған, “Шаттар һәм тапҡырҙар” клубы сығыш яһаған. 2-се колонияла тотолоусылар “Калина красная” Бөтә Рәсәй конкурсында ла әүҙем ҡатнаша. Был акция илебеҙҙең хөкөм ителгән граждандарын рухи, социаль реабилитациялау маҡсатында ойошторола. Яңыраҡ колонияға конкурстың режиссеры Наталья Абашкина ла килеп, сығыш яһаған.
Клубта шулай уҡ китапхана ла урынлашҡан. Нимәһе үҙенсәлекле – шкафтарҙа мәктәп дәреслектәре лә тора. Сит телдәрҙе өйрәнергә, тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла әсбаптар бар. Ваҡытлы матбуғат баҫмалары әллә ни күп алдырылмай – “Казенный дом” тигән гәзит, хаҡлы ялдағылар өсөн журналдар күрҙек. Колонияның үҙендә ай һайын 50 данала “Пилигрим” гәзите сығарыла. Унда башлыса хөкөм ителеүселәрҙең ижады, төрлө бойороҡтар, спорт темаһына мәҡәләләр баҫыла.
...Тамаша залына индек. Хөкөм ителгәндәр беҙҙе ҡул сабып ҡаршы алды. Уларҙың яңы кисерештәргә шул тиклем һыуһауы әллә ҡайҙан һиҙелә ине. Баштары таҡыр итеп ҡырылған, кейемдәрендә, исемдәре күрһәтелеп, фотолы яҙыу беркетелгән. Ваҡытында тормоштарында яҙа баҫыусылар хәҙер бында тейешле язаһын үтә. Туйып һикергән, яҡындарына көн күрһәтмәгән, үҙ тормошона төкөрөп ҡараған кешеләрҙе бына ошондай урындарға алып килеп күрһәтергә ине ул...
Еңеүселәрҙе тәбрикләгәндә конкурс жюрийы һәм Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡарамағындағы Мәғлүмәт советы рәйесе, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директорының махсус проекттар буйынса урынбаҫары Азамат Сәйетов сығыш яһаны. Ул тотҡонлоҡтағы телевидениеның айырым булыуын, унда эшләүселәр сюжеттарға күңел йылыһын һалыуын белдерҙе. Ҡайһы бер тапшырыуҙар журналистика ҡанундарынан ситкә тайпылһа ла, улар эскерһеҙ төшөрөлгән, тине ул.
Үҙ талантын колонияла асҡан
Конкурстың еңеүсеһе Андрей Павлушкин менән әңгәмәләштек. Итәғәтле итеп һөйләшкән ир 2003 йылда кеше үлтергәне өсөн 15 йылға хөкөм ителгән.
– Бер ҡасан да үҙемде аҡлау эҙләмәнем, – ти Андрей. – Нимә ҡылғанмын, шуның өсөн хаҡлы язаһын алам. Мин икенсе чечен һуғышында ҡатнашҡайным. Өйгә ҡайтҡас, үҙ-үҙемде юғалттым, ысынбарлыҡты айырмай башланым. Ошо инде енәйәткә этәрҙе. Әле колонияла үткән ун бер йылда күп уйландым, үткәндәрҙе барлап, киләсәкте ҡайғырта башланым.
Хәҙер маҡсатым – элекке исемемде һәм тормошомдо ҡайтарыу. Әгәр ҙә үҙ өҫтөңдә эшләһәң, был килеп сығасаҡ. Күптәр ялҡаулана, был иһә кешене юҡҡа сығара. Ҡайһы берәүҙәр тағы енәйәт ҡылып, йәнә төрмәгә ултыра. Бында баш өҫтөндә ҡыйыҡ бар, ҡараулыһың. Шулай итеп, тормош маҡсаттарын юғалталар. Ә минең үҙ юлымдан киткем килә…
Андрей ике китап сығарған, журналистика менән етди шөғөлләнә, йырҙар ижад итә. Иреккә сыҡҡас, ул кире ғаиләһенә ҡайтырға теләй. Ун ике йәшлек ике ҡыҙы үҫеп килә, шуға күрә лә Андрей ваҡытынан алда азат ителеүҙе көтә. Әгәр ҙә рөхсәт итһәләр, ҡыҙҙарымды тәрбиәләргә ярҙам итермен, ти ул.
Павлушкин үҙ роликтарында балалар мәсьәләһен йыш ҡына төп тема итеп ҡуя. Үҙе белдереүенсә, иң һөҙөмтәле эше тип колонияла үткән хәйриә акцияһын атай.
– Салауатта юл-транспорт фажиғәһе булды, – ти Андрей. – Ике йәйәүлене машина тапаған. Өләсәһе һәләк була, ә ейәне, бәхеткә күрә, тере ҡала. Беҙ, хөкөм ителеүселәр, үҙ сиратыбыҙҙа, малайҙы дауалау өсөн акция иғлан иттек һәм 63 мең һум аҡса йыйып тапшырҙыҡ.
Был ролик “Телестудия за колючкой” конкурсында юғары баһаланды. Андрей Павлушкин иң яҡшы тележурналист тип танылды.
Беҙҙең менән әңгәмәнән һуң Андрей ваҡытты әрәм итеп торманы, ҡунаҡтарҙан үҙе лә интервью алды. Әйткәндәй, уның шартлы – ваҡытынан алда азат ителеү тураһындағы үтенеснамәһен тормошҡа ашырыу өсөн Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡарамағындағы Мәғлүмәт советы судҡа мөрәжәғәт итергә теләк белдерҙе. Был иһә хөкөм ителеүсенең тиҙерәк иреккә сығыуына булышлыҡ итәсәк.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.