«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘҒА ЕТКӘН ЕР ЮҠ ДОНЪЯЛА!”



04.07.2014 “БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘҒА ЕТКӘН ЕР ЮҠ ДОНЪЯЛА!”

Йәй – ял мәле. Һәр хәлдә, күптәребеҙ шулай тип уйларға күнеккән. Ҡыҙыу ҡояш, диңгеҙ буйында ҡыҙыныу, һиллек, телефондар һүндерелгән, ял һәм ял ғына һеҙҙең тирәлә урала... Әллә улай түгелме икән? Йылы миҙгелде нисек уҙғарыуҙары, ни өсөн тап ошо рәүешле ял итергә ниәтләүҙәре хаҡында төрлө сәнғәт әһелдәренән һораштыҡ.

“БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘҒА  ЕТКӘН ЕР ЮҠ ДОНЪЯЛА!”“БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘҒА  ЕТКӘН ЕР ЮҠ ДОНЪЯЛА!”“БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘҒА  ЕТКӘН ЕР ЮҠ ДОНЪЯЛА!”“БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘҒА  ЕТКӘН ЕР ЮҠ ДОНЪЯЛА!”Ирек НОҒОМАНОВ, йырсы:

– Башҡортостанда ял итәм, әлбиттә. Йәйен ял эҙләп ситкә киткән кешеләрҙе , ғөмүмән, аңламайым. Беҙҙә тәбиғәт шундай матур, һауа саф, урман-тауҙар ҡосағына сумып, әйҙә, энергия тупла, ата-бабалар йәшәгән төбәктән рухи көс ал! Бына был, исмаһам, ял! Шуға күрә мин йәйен үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, Учалыла, ял итеүҙе хуп күрәм. Көтөп алған йәйҙе сит илгә бүләк итеү минең өсөн юғалтыуға тиң!
Сит илдәргә ҡышҡыһын йөрөргә кәрәк.

Ришат ТӨХВӘТУЛЛИН, йырсы:

– Быйылғы йәйем – ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу осор. Диңгеҙ буйында ҡыҙынып ята икән, тип уйлаһағыҙ, хата булыр. Әле ижад өлкәһендә ҙур проекттар менән шөғөлләнәм. Яңы йырҙар яҙҙырабыҙ, диск әҙерләйем. Шул тиклем матур, әле халыҡ ишетмәгән йырҙар донъяһына сумдым. Бер юлы конкурстарға ла әҙерлек бара.
Яңы йыр – ул үҙе яңы миҙгел. Һәр башҡарған әҫәремде еренә еткереп, бар йөрәгем менән тамашасыларға бүләк иткем килә. Һәр йырсының йырға үҙенең талабы бар. Шундай тәрән мәғәнә һалып яҙылған йырҙарҙы өҫтән-мөҫтән генә, һыу буйынан йүгереп үткән кеүек итеп кенә башҡарғым килмәй. Йырҙа артист онотолорға, унда йәшәргә, йырға һалынған миҙгелдә йәшәргә тейеш. Ана шул саҡта ғына йырсының йөрәк һүҙе халыҡҡа барып етә. Йыр сәнғәте юлын үҙемдең һөнәри асылым тип һайлағанмын икән, был өлкәне үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә хоҡуҡлымын, әммә йырҙың кимәлен төшөрөргә хоҡуғым юҡ. Минең өсөн ял – ул йырҙар яҙҙырыу, йыр менән йәшәү!

Миңзәлә ЯХИНА, режиссер, йырсы:

– Йәй минең өсөн ял итә торған миҙгел, тип әйтмәҫ инем. Рәхәтләнеп ял донъяһына сумырға бөтөнләй ваҡыт юҡ. Әгәр инде эштән тамам арып китһәм, тәбиғәт ҡосағына, ҡыҙым менән балыҡ тоторға ашығам. Ял көндәрендә лә туйҙарҙа тамада булып, аҡса эшләргә тырышам. Аҡса бөтөп китһә, теге "йәшел күҙле" такси бар бит әле, шунда килем эҙләйем.
Минең өсөн ял – ул юл, сәфәр. Әгәр оҙон юлға оҙаҡ сыҡмай торһам, үҙемде ситлеккә бикләнгән ҡош кеүек хис итәм. Трасса – ул минең "наркотигым". Ғөмүмән, юлда йөрөргә яратам. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында сәфәр тотҡарланһа, Өфө лә бер ситлеккә әйләнә башлай.
Яңыраҡ "Нектория" төркөмөндә гитарала уйнай башланым. Ғүмер буйы хыялланған теләгем. Шуға күрә был эш тә моңға тартылған йәнемә ял кеүек. Ғүмер бер генә, шунлыҡтан бер нәмәне лә иртәгәгә ҡалдырырға ярамай. Эш өсөн дә, ял өсөн дә – минең талап бер! Кеше йәне тартҡан шөғөл менән шөғөлләнергә тейеш. Яратҡан эшем менән булғанда йәнемдең ял итеүен тоям. Ошо үҙе әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхет сығанағы!

Гөлдәр ИШҠЫУАТОВА, йырсы:

– Әлеге мәлдә мине Өфөлә күреүселәр, уй, ҡайҙа ял иттең, бигерәк янғанһың, моғайын, Төркиәлә йә Мысырҙалыр,тиҙәр. Эйе, минең үҙ төбәгем сит илдәрҙән мең артыҡ тип, тыуған яғымда, Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында, мең мәшәҡәткә сумып, йәшәп ятҡан көн әле ул! Унда әсәйем ҡорот етештереү буйынса цех асып ебәрергә ниәтләй. Күптән үҙебеҙҙең милли аштарҙы етештереүсе шундай берәй предприятие ойошторорға хыяллана ине ул. Шуға күрә ялдарымда ошо эште башлап ебәрергә ярҙам итә алыуым – минең өсөн әллә ниндәй ялдан да артыҡ! Ҡороттоң файҙаһы тураһында "Йәшлек" гәзитен уҡыусыларға һөйләп тә торорға түгел! Йәнә лә урындағы халыҡҡа аҙмы-күпме эш булдырыу – шулай уҡ изге маҡсаттарыбыҙҙың береһе!
Балаларым да ошонда, әле бер, әле икенсе өләсәһендә йөрөп, рәхәтләнеп ауыл мөхитенә сумып ял итә. Кеше бит, нимә генә тимәһендәр, ер балаһы. Беҙ тыуған яғыбыҙҙан көс, дәрт алып, ҡаланың шау-шыуынан бер мәлгә генә булһа ла арынып, аулаҡта ял итәбеҙ әлеге көндә.

Илшат АБДУЛЛИН, рок-йырсы, "Бүреләр" төркөмө солисы:

– Ял беҙҙең төштәргә генә инә, тигән бит әле берәү. Быйылғы йәйем, ялдан бигерәк, шәхси эштәр менән үтә. Яңы йырҙар яҙҙырам, ижад итәбеҙ.
Ял көндәрендә ауыл яғына ғына ҡарап торған күңел күҙе теләгенә ирешә – ауылдың саф һауалы, бала саҡтан йәнгә яҡын мөхитенә сумам. Минең өсөн әлеге мәлдә ысын ял – ул ауыл ерендә!

Урал ИҘЕЛБАЕВ, композитор:

– Йәйҙе баҡсала, Аҡманай күле буйында, уҙғарам. Тәбиғәт ҡосағындағы ял – ул үҙе йәнгә кинәнес биргән миҙгел. Ҡоштар һайрай, ағастарҙың тын алышы тойолғандай, яҡында ғына күл ниҙер көйләгән кеүек… Ә бер ҡараһаң, әйтер­һең, бөтә тирә-яҡта тын һиллек! Минең өсөн бөгөн ошонан да ҙур ялдың булыуы мөмкин түгел.
Ысын ял тыуған яғыңда ғына булалыр, тигән фекер­ҙәмен. Һинең һәр күҙәнәгең, һәр тын алышың туған мөхиттең һауаһы менән һуғарыла. Сит ерҙәрҙә лә ял иткән бар. Эйе, бәлки, һаулыҡты нығытыу өсөн ҡайһы саҡ ул да кәрәктер, әммә кешегә бары тик тыуған ере генә тулыһынса рухи көс сығанағы була ала.

Риф АРЫҪЛАН, композитор, "Юлдаш"
радиоһының музыкаль мөхәррире:


– Дөрөҫөн әйткәндә, Аллаға шөкөр, донъяның бик күп ерендә ял итергә насип булды. Мысырҙа ла, Төркиәлә лә булдым. Оҡшаманы. Саманан тыш ҡыҙыу ҡояш, сит мөхит күңелемә ят булып тойолдо. Барып күреү кәрәктер ул сағыштыру өсөн. Әммә хәҙер йәнгә ялдың тыуған ереңдә генә була алыуын аңланым.
Бөгөн күптәр Европаға ынтыла. Уйланым- уйланым да, һис тә барғым килмәне минең ул яҡтарға, шуларҙы байытып. Ә бына Ҡырымға барып ҡайтыу тураһында хыялланам, күптән йәшәй ундай теләгем. Ҡырым – ул беҙҙең илдең төбәге. Унда йәшәгән халыҡты, шағирҙар данлаған Баҡсаһарайҙы, хозур фонтандарын күргем килә. Ул төбәк менән туғанлашып та ҡуйҙыҡ бит инде, унда бик күп милләттәшебеҙ ҙә йәшәй. Шуға күрә, әгәр мөмкинлегем килеп сыҡһа, моғайын, шул

Йәмилә БИКБАЕВА, бейеүсе:

– Беҙ Төркиәлә ял иттек. Ғаилә менән ял өсөн иң уңайлы урын, моғайын, Төркиәлер. Сөнки, нимә генә тимә, беҙҙәге климат даими рәүештә балалар­ҙың һаулығын диңгеҙ буйында нығытып тороуҙы талап итә. Беҙҙең ғаилә өсөн ял – ул үҙебеҙ генә ҡалып, бер-беребеҙҙең йылы мөнәсәбәтенә сумыу, йыллыҡ көс туплау, эштән, башҡа төрлө уйҙарҙан арынып, йәйҙең йәмле мәлендә үҙебеҙҙе иркәләп алыу.


Лариса АБДУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға