«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Әсә рәнйеше



04.07.2014 Әсә рәнйеше

Ауыр йылдар. Илдә һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Фатима Архангел районының төпкөл ауылына килен булып төшә. Ауылда электр уты юҡ, юлдар насар, районға барыу өсөн 45 – 50 саҡрым араны йәйәү үтергә кәрәк. Ҡатындың ике улы, бер ҡыҙы тыуа. Инде тыныс тормош көтәбеҙ тигәндә, Германия беҙ­ҙең илгә ҡаршы һуғыш башлай. Фатиманың ирен һуғышҡа алалар. Күп тә үтмәй, ул Смоленск янындағы алышта һәләк була. Өс бала әсә ҡулында етем ҡала. Тормош көндән-көн ауырлаша. Бөтә нәмә фронт өсөн эшләнә. Ҡатын өс балаһын астан үлтермәй, мәктәп йәшенә еткерә. Буш торған бер өйҙө йүнәтеп, башлан­ғыс мәктәпкә әйләндерәләр. Ул заманда ситтән килеп уҡыған уҡыусыларға интернат булмай.

Фатиманың балалары урта мәктәп белемен ала. Оло улы Хәмит армия хеҙмәтен Герма­нияла үтәй. педагогия училищеһын тамамлаған йәш ҡыҙҙы РОНО юлламаһы менән Фатима әбей йәшәгән ауылға уҡытырға ебәрәләр. Ул ваҡытта мәктәптәр­ҙә ете класс белемле уҡытыусылар өҫтөнлөк итә ине. Ситтән килгән йәш ҡыҙға улы Хатиптың күҙе төшә. Егет әсәһенән өйләнеүгә фатиха һорай. Әсәһе уға ағаһының армиянан ҡайтыуын көтөргә ҡуша. Хеҙмәт итеп ҡайт­ҡас ҡына өйләнергә кәңәш бирә. Хатип әсә һүҙенә ҡарамай, йәш уҡытыусыны кәләш итеп ала.

Буласаҡ килен егеттән ике йәшкә олораҡ була. Хатип армияға атай булып китә. Ул ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡыты өс йыл ине. Йәштәр хат алышып тора. Йәш килен балаһы менән ҡәйнәһе ҡарамағында йәшәй. Хатип армияла бер йыл хеҙмәт итеп өлгөрә, тағы ике йыл хеҙмәт итергә кәрәк.

Был төпкөл ауылды яҡшы белгән димсе була. Өс ҡатын айырып өлгөргән, ике балаға алимент түләгән Сәйфулла, ҡатын таба алмағас, димсегә килә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙағы ҡатындар уға кейәүгә сыҡмай. Аптырағас, хәйлә ҡороп, Сәйфулла димсе менән 30 саҡрым алыҫлыҡта ят­ҡан Фатима инәй йәшәгән төпкөл ауылға килеп етә. Алдан ҡорол­ған хәйлә буйынса йәш уҡытыусыны, Архангел РОНО-һынан килгән вәкилдәр саҡыра, тип саҡырып алалар. Ҡатын эҙләүселәр үҙҙәрен РОНО хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыра. Районға яҡыныраҡ ауылдан эш тәҡдим итәләр. Бәлки, ҡәйнә ҡулында йәшәүе ауыр булғандыр. Йәш уҡытыусыны ҡайтармайҙар, буласаҡ йәшәү урыны, эш урынын күрһәтеү өсөн иртәгәһенә иртә менән алып китәләр. Йәш ҡатын үҙенең алданыуын, отолоуын Сәйфулланың өйөнә килгәс кенә аңлай. Ләкин һуң була. Бында килен күрергә киләләр, ә тегендә Фатима инәй бала менән аптырап тороп ҡала. Был турала Хатипҡа белдерәләр. Ни эшләһен инде, уға тағы ике йыл хеҙмәт итәһе бар. Алданған уҡытыусы Сәйфулланан бала таба. Әлбиттә, бында уға эш урыны бирәләр, башланғыс си­ныфтарҙа уҡыта башлай. Бында ла йәшәүе, эшләүе еңелдән булмай.

Минең юлым Фатима инәй йәшәгән ауыл аша үтә ине. Туҡталып, унда сәй эсеп китәм. Әбейҙең рәнйеше һөйләп бөтөргөһөҙ. «Яуыз Сәйфулла ике ғаиләне тарҡатты, балаларҙы етем итте, донъя рәхәтен күрмәһен инде, ҡатындан ҡалып, яңғыҙ йәшә­һен», – тип ҡарғай торғайны. Димсеһе лә, ҡатыны үлеп, яңғыҙ ҡалды. Сәйфулла ла ҡатыны менән оҙаҡ йәшәй алманы, ауырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Дүрт балаһының береһе лә аталарын ихтирам итмәй. Алдаҡсының, яуыздың уйын алдан белеп булмай. Ундайҙарҙы ер нисек күтәрәлер?!.

Мәкерле әҙәмдәргә Фатима әбейҙең дә күҙ йәштәре төшкәндер. Рәнйеш алмағыҙ, рәхмәт алығыҙ, мең бәләнән ҡотҡарыр…

Фанияз САДИҠОВ.

Архангел районы,
Аҙау ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға