27.06.2014 Әсәлек хисен нимә бөтөрә?
Һуңғы биш йылда республикала балаларҙан баш тартыусылар һаны ике тапҡырға кәмене. Әгәр ҙә 2008 йылда 1 мең сабыйға 4,4 бала тура килһә, бөгөн ул 2,2 тәшкил итә. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Сөнки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың 95 проценттан ашыуы – ата-әсәләре иҫән булған етемдәр. Республикала 16189 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәптә тора. Был аҡыл һәм зиһен талап иткән мәсьәләләрҙең береһе. Шуға күрә социаль етемлекте иҫкәртеү бурысы бөгөн айырыуса мөһим.
Гүзәл заттарҙың ғәзиз сабыйҙарын ташлап китеүҙәре, йәки уларҙы ҡыйырһытыу тураһында йыш ишетәбеҙ. Бына, мәҫәлән, 25 мартта Салауат ҡалаһында Ағиҙел буйындағы “Рәхим итегеҙ” кафеһы янында полиэтилен пакет табыла. Унда асыҡ төҫтәге таҫтамалға уралған яңы тыуған сабыйҙың мәйете (ир бала) була. Ул етлегеп тыуған, 2 кило 700 грамм ауырлыҡта, 49 см оҙонлоҡта.
Был ваҡиғаның шаһиттары һәм баланың әсәһен белеүселәр эҙләнә. Ниндәй әсә үҙенең ғәзиз балаһын ҡәбәхәттәрсә ташлап китә алған?
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла былтыр иң ҡанһыҙ ҡатындар йәшәгән төбәк булараҡ телгә алынғайны. Бында ике ҡатындың, бала табып, сабыйҙарын яуыздарса үлтереүҙәре хаҡында һүҙ барҙы.
35 йәштәр тирәһендәге әсә балаһын өйҙә табып, был хәлде иренән йәшереү маҡсатында сабыйын ҡайсы менән сәнскеләп үлтермәксе була. Енәйәтсе үҙенең сираттағы балаһы буласағын яралғы биш айлыҡ булғас ҡына белә. Ҡатындың ире һәм ун йәшлек балаһы ла була. Әсә етлекмәй тыуған сабыйын 12 урындан сәнсә. Түше, арҡаһы, эсе яраланған бала үлмәй, дауаханаға эләгә.
Шул уҡ Стәрлетамаҡта 43 йәшлек һатыусының да эш урынында тулғағы тота башлай. Ике бала әсәһе (Әзербайжан гражданы) сабыйын табыу менән һыулы биҙрәгә төшөрә лә, аҙаҡ мәйетте полиэтилен тоҡсайға урап, ҡыуаҡлыҡ араһына ырғыта.
Бындай күренештәр беҙҙә генә түгел, ә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә булып тора. Әсәләрҙең ҡанһыҙлығы сәбәбен бер-ике һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин дә түгел.
Ташландыҡ балалар йәмғиәтебеҙҙең иң ҙур проблемаһы. Ә кемдәр улар үҙ балаһынан баш тартыусылар? Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә йылына 6 меңдән ашыу бала тыуғас та ташландыҡҡа әйләнә икән. Әлбиттә, опека органдары әсәләр балаларын ташлап китмәһен өсөн барыһын да эшләргә тырыша.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, балаһынан баш тартыусыларҙың 47 проценты 24 йәшкә етмәгән. Уларҙың яртыһынан күбеһе, йәғни 73 проценты, имен булмаған ғаиләлә үҫкән. Йәш әсәнең матди хәленең насар булыуы, ҡатындың әсәлек бурысын үтәргә әҙер булмауы төп сәбәп булып тора.
Күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, ысынлап та, балаһынан күберәк үҙе имен булмаған ғаиләлә үҫкән ҡатын-ҡыҙ йышыраҡ баш тарта. Ата-әсәһе, эскесе булһа, ғаиләлә йыш ғауға сыҡһа, балаларға тейешле иғтибар булмаһа, бындай мөхиттә ниндәй кеше үҫергә тейеш? Сабый күңеленә бөтә аламалыҡ та, яҡшылыҡ та атай-әсәйҙән һалына бит.
Бөйөк Ватан һуғышы, унан һуңғы йылдарҙа етемдәр күп булған. Был аңлашыла ла... Ә бөгөн тыныс тормошта әсәләр сабыйҙарын ниңә тәрбиәләй, ҡурсалай алмай һуң? Балалар йорттарында ла сабыйҙар һаны кәмемәй. Ярай, бындай артыҡ балаларҙы дәүләт нисек тә үҫтерә. Ә беҙҙең арала балаһын үҙе тәрбиәләп тә, ҡанһыҙлыҡ күрһәткән ата-әсәләр бихисап. Интернет селтәрҙәрендә, матбуғатта был турала төрлө мәғлүмәттәр етерлек. Һуңғы ваҡытта ҡанһыҙ әсәләр күбәйҙе.
Ундайҙар сабыйҙарын, эт көнөндә тәрбиәләгәнсе, балалар йортона бирһен дә ҡуйһын, тигән фекерҙәр ҙә яңғырай. Кескәйҙәрҙе, бәлки, бала һөйөүҙән мәхрүм ғаиләләр алып аҫрап, тейешенсә иғтибар һәм наҙ бирә алыр ине. Күпме ғаилә балаһыҙ ыҙа сигә.
Бер таныш ғаилә дүрт йылдан ашыу опека органдарында уллыҡҡа алыу буйынса сиратта тора. Улар инде 40 йәштән уҙған. Үҙҙәренең балалары булмағас, йылдар буйы көтөргә мәжбүр...
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә 2005 йылда 133034, 2012 йылда 74724 бала ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған. 2007 йылда 20864 сабый уллыҡҡа бирелгән, 2012 йылда – 13055. Ошо йылда ғына 2604 баланы сит ил граждандары тәрбиәләүгә алған. Шуларҙан АҠШ – 646 (71 инвалид сабый), Италия – 762 (53 инвалид бала), Испания – 502 (28 инвалид бала).
Ҡаты бәғерле әсәләр бар. Был – бөтәһенә лә билдәле. Шул уҡ ваҡытта әсәләренә ҡарата ҡанһыҙлыҡ күрһәткән балалар ҙа етерлек. Балаһы тарафынан ҡыйырһытылыусы әсәләр ғәйепте башлыса үҙҙәренән күрә. Сабыйы өсөн борсолоп, хоҡуҡ һаҡлаусыларға ла мөрәжәғәт итмәй. Һуңғы йылдарҙа үҙ балалары тарафынан йыртҡыстарса үлтерелгән ата-әсәләр тураһында күп ишетелә. Ата-әсәһенең спиртлы эсемлектәр ҡулланып йыш ғауға ҡуптарыуын күреп үҫкән егет, ир ҡорона еткәс, әсәһенә лә ҡул күтәреүе мөмкин. Быны ул, шулай кәрәк, тип уйлаясаҡ…
Көндән-көн ер йөҙөндә "йәшел йылан" менән дуҫлашыусылар һаны арта. Эскеселек йәмғиәтебеҙҙең алдында торған ҙур бер хәл ителмәҫлек мәсьәләләрҙән һанала. Шуныһы асыҡ: бала әсәһенә күп осраҡта иҫерек булғанда ҡул күтәрә. Ғөмүмән, ғаилә ыҙғыштарының 90 проценты эскелек арҡаһында килеп сыға.
Хәлде нисек үҙгәртергә һуң? Ни өсөн әсәнең, балаһын тапҡас, уны ташлап китергә хоҡуғы бар? Ҡатын балаһын ҡалдыра икән, быға үтә етди сәбәбе булырға тейеш. Үҙең тыуҙырған сабыйың өсөн яуаплылыҡ бөтә кешегә лә берҙәй бирелә. Сабыйын үлтереүселәргә ҡарата ла законды ҡәтғиләштерергә кәрәк. Ғәзизкәйен ташлап китеп тә, бер ни булмағандай йәшәп ятҡан ҡатынға ниндәйҙер яза булырға тейеш тә баһа!
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.