«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡымыҙлы, футболлы, мәғәнәле



13.06.2014 Ҡымыҙлы, футболлы, мәғәнәле

Үткән аҙнала республика журналистары фестивалгә йыйылды.

Ҡымыҙлы, футболлы, мәғәнәлеҠымыҙлы, футболлы, мәғәнәлеУсаҡтың талғын ғына янған утында ҙур бер ҡаҙан аш бешә. Унан алыҫ та түгел урында, үләнгә ҡырын төшөп ятып, берәүҙәр ҡымыҙ эсә. Вайымһыҙыраҡ ҡына ҡиәфәт менән нимәлер тураһында гәпләшәләр, көлөшәләр. “Боронғо башҡорт сауҙагәрҙәре тураһында яҙа был”, – тиһегеҙ инде. Юҡ шул, ҡырын ятыусылар – беҙ. Эйе, беҙ – “Йәшлек” гәзите хеҙмәткәрҙәре. Ә нимә, батырға ла ял кәрәк – бергәләп журналистар һабантуйында күңел асҡан мәл был. Үткән аҙнала, ҡояшы ла, болото ла, наҙлы ғына еле лә булған бик шәп көндә булды был байрам.

“Журналистар һабантуйы” тип тә атап йөрөтөлә башлаған ошо матур сара – республика журналистарының дүртенсе тапҡыр ойошторолған фестивале. Быйыл ул Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янындағы һоҡланғыс яланда үтте. Ошонда уҡ Ҡырмыҫҡалы райо­ны башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа ҡунаҡсыллығы, киң матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренә булған хөрмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ҡәләмебеҙ генә түгел, күҙҙәр ҙә осло бит ул – һабантуй яланының матурлығын, сәхнәләрҙең төҙөклөгөн генә түгел, унда бер генә серәкәйҙең дә булмауын билдәләмәй ҡалдыра алмайбыҙ. Ә инде был район хужалыҡтарының төрлө тармаҡтарҙағы уңыштары – үҙе бер айырым тема.

Ҡырмыҫҡалыға иртә генә тороп барғайныҡ ул. Ләкин төрлө райондарҙан тупланған коллегаларыбыҙҙы уҙҙырып буламы ни! Әллә ҡасан килеп еткәндәр, усаҡ яғалар, палаткалар ҡуялар, һыу, утын алып килергә тип сабышалар, төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға йыйыналар – күнекмәләр эшләүселәр ҙә күренә. “Утын бөтә генә күрмәһен, ә һыу, һыу ҡайҙараҡ әле ул?” – тип беҙҙең егеттәр ҙә, биҙрә-ҡаҙандарҙы эләктереп алып, улар артынан йүгерҙе. Кемдең кем икәнлеген уйлап тораһы ла түгел – барыһы ла эшләгән урындарының исеме яҙылған футболкалар кейеп алған. Ҡыҫҡаһы, “Журфест” майҙаны ҡайнап тора. Оҙаҡламай беҙ ҙә, “Йәшлек” байрағын тотоп алып, фестивалде асыу тантанаһы үтәсәк сәхнә янына йүнәлдек. Бында һәр коллектив фестивалде айырым сәләмләне, үҙенең маһирлығын күрһәтергә тырышты. Журналистарҙы тәбрикләргә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Альберт Мифтахов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы башлығы Борис Мелкоедов, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков та килде. Альберт Мифтахов, ошондай саралар ваҡытында журналистарҙың да, улар кеүек үк ябай кеше булып китеүен телгә алып, беҙҙең күңелде бермә-бер үҫтереп ебәрҙе. Шулай уҡ иң яҡшы коллегаларыбыҙға Агентлыҡ, Журналистар берлегенең Почет грамоталары тапшырылды. Тағы ла бер хөрмәтле ҡунаҡ килде фестивалгә, әммә был хаҡта – һуңғараҡ.

Ҡымыҙлы, футболлы, мәғәнәлеҠырын ятып ҡымыҙ һемерәбеҙ тигәс тә, был аҙыраҡ ял иткән ваҡытта ғына ул. Фестиваль барышында майҙан төрлө спорт ярыштарынан, йыр-бейеүҙәрҙән гөрләп торҙо. Шулай уҡ көнүҙәк темаларҙы ҡараған Матбуғат клубы ла ойошторолдо. Унда теләгән һәр кем ҡатнашып фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Беҙ ҙә, баш мөхәррир урынбаҫары Асҡар Ғәббәсов, Өфөләге иң оҫта үзбәк ашнаҡсыһынан бешертеп алып килтергән былауҙы ашап алып, һабантуй яланын гиҙҙек. Республиканың бөтә гәзит-журналдары, радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре бергә тупланған фестивалдә күренеүенсә, ҡәләм оҫталары араһында спортсылар ҙа, йор һүҙлеләр ҙә, бейеп-йырлап тороусылар ҙа быуа быуырлыҡ. Хәбәрселәребеҙ – Зөһрә Йәһүҙина арҡан тартырға, ҡуйын аҫтына һары папкаһын ҡыҫтырған Айбулат Ишназаров ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итергә, Миңзәлә Асҡарова оло ялан буйлап дуҫтарын эҙләргә йүнәлде. Баш мөхәрриребеҙ Артур Дәүләтбәков ойоштороу эштәре һәм спорт ярыштары араһында ҡайнай. Компьютер бүлеге етәксеһе Нур Ҡәҙербаев, яуаплы сәркәтип Вадим Хәбиров, водителебеҙ Тимур Ишкинин менән волейбол уйнар өсөн лайыҡлы команда туплау стратегияһын төҙөй. Баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитованың, вазифаһына ярашлы, йомоҡ күҙҙәр менән дә күрергә-белергә һәләтле икәнлеген һиҙеңкерәй инем. Уйым дөрөҫкә сыҡты – ул тиҙ арала көршәк ватыусылар командаһына башлыҡ булып алды. “Йәшлек”тең рәссамы Рөстәм Илтенбаев та ҡара күмергә батҡан ҙур ҡаҙанда бер ниндәй ҙә зауыҡ күрмәүе тураһында оҙаҡ фәлсәфә һатып торманы – бағана буйлап йөрөр өсөн майҙанға ашыҡты. Мин һәм сәркәтип Ләйсән Мөлөкова, ҡулды билгә таянып, усаҡ янында баҫып ҡалдыҡ. “Резонанслы” ҡаҙанға аш ҡуйҙыҡ, көлгә картуф тәгәрәттек, күршеләр менән танышып сыҡтыҡ, үтеп барыусыларҙың айырыуса күңелгә ятҡандарын былау менән һыйланыҡ элекке коллегабыҙ, бөгөн "Салауат" гәзитенең баш мөхәррире Сибәғәт Рахманғоловтың әле тегендә, әле бында яңғыраған йырҙарын тыңланыҡ. Шулай һәр кем үҙенсә ял итте, бындай ваҡытта иң мөһиме – көр күңел һәм тормош мәшәҡәттәренән аҙға булһа ла арынып тороу.

Кискәрәк мөһим ваҡиға булды – беҙҙең менән осрашырға республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов килде. Ул журналистарҙы байрам менән тәбрикләп, киң матбуғат саралары тармағына ҡағылышлы фекерҙәре менән бүлеште.

– Журналистика үҙгәртеүҙәр, үҙәкләштереү, яңы формат талап итә. Дүрт йылда ошо темаға ҡағылышлы фекерегеҙҙе еткермәнегеҙ, һеҙҙең тауышты ишетмәнем. Киләсәктә матбуғаттың нисек буласағын уйларға тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. Журналистарҙың власты тәнҡитләүенә ҡаршы булмауын белдерҙе. Әлбиттә, тәнҡит урынлы булырға тейеш, журналис­тар һәм власть араһындағы эшлекле мөнәсәбәт кенә һөҙөмтәле. Артабан Рөстәм Хәмитов журналис­тика тармағы етәкселәре менән айырым осрашып, көнүҙәк проблемалар буйынса ҡыҙыу фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Фестиваль сәхнәнән төнгө усаҡ янына күскән йырҙар, “Олимпиада ритмдары” дискотекаһы менән тамамланды. Быйылғы “Журфест” үтеп тә китте, икенсеһендә күрешкәнгә тиклем, дуҫтар! Матурлап ял итергә лайыҡлы булырлыҡ итеп эшләйек!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға