«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Шаҡ ҡатырғыс таксистар



06.06.2014 Шаҡ ҡатырғыс таксистар

Улар клиенттарынан аҡса «һығыу» өсөн төрлө хәйләләргә бара.

Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында быйыл ҡыш такси хеҙмәте менән йыш файҙаланырға тура килде. Өфөлә таксистар­ға ҡытлыҡ булмаған кеүек тойолһа ла, кешеләр эшкә барған һәм ҡайтҡан саҡта, байрам ваҡытында оҙаҡ ҡына көтөргә тура килә. Һәр хәлдә, арзаныраҡ такси хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһәң, бер сәғәт көтөп ултырырға тура килеүе ихтимал. Ләкин бик ашыҡҡанда ҡиммәтерәк хаҡ алған фирмаларға шылтыратаһың һәм эштәр көйләнә – уларҙа машина күп. Ярай, былары һүҙ уңайында ғына булды. Бөгөн һеҙгә таксистар клиенттарҙан аҡсаны күберәк алыу өсөн ҡулланған ысулдар тураһында һөйләмәксемен. Иң тәүҙә – мине шаҡ ҡатырғаны.


Шаҡ ҡатырғыс  таксистарБер тапҡыр кис кенә таксиҙа кә­рәкле урын­ға ба­рып ет­тем. Во­дитель ме­нән матур итеп һөйләшеп барҙыҡ, шундуҡ был әҙәмдең үтә лә мөләйем икәненә иғтибар иттем, кәйефем яҡшы – юҡ-бар тураһында хәбәр һатам ғына. Барып етеп, аҡсамды һуҙҙым да, таксист кеҫәһенән яйлап ҡына сдача сығара торғансы, ишекте асып сығырға ниәтләнем. Ләкин ишекте асып ебәреүем булды, ул ҡайырылып килеп тә сыҡты! Тәүҙә быға аптырап киттем, ни тиһәң дә, ишектән әле сыға ла башламағанмын, һәр хәлдә, аяҡтарым һаман машинаның салонында. Ишектең нисек ҡайырылып килеп сығыуы мөмкин һуң ул? Әллә ел шул тиклем көслөмө икән, тип тә уйлап алам. Башта – миллион уй. Күҙҙәремде мөлдөрәтеп кенә водителгә бағам, ул миңә аҡайып ҡарай. Баяғы мөләйемлек ҡайҙа – ҡан дошманым тип торорһоң! Шулай ике минут самаһы һүҙһеҙ генә бер-беребеҙгә ҡарашып ултырҙыҡ шикелле. Шунан водитель сығып, ҡайырылып торған артҡы ишек янына килеп баҫты, мин дә сыҡтым. Шунда ҡапыл башыма барып етте – хәҙер был әҙәм минән ишекте ремонтлау өсөн аҡса һораясаҡ. Үҙемдең бөтөнләй ғәйепле түгел икәнлегемде беләм бит, таксистар ҙа мин намыҫлы тип һанаған әҙәмдәр иҫәбендә түгел. Кәрәк булғас, шундуҡ Хоҙайҙан бирелгән уҫаллығым ҡалҡып сыҡты – водитель менән ҡаты итеп әрләшә башланым. Елдереп кенә ҡасып китер инем: унда мин биргән 1000 һум аҡса, сдачаны нисек тә булһа алыр­ға тейешмен бит инде. Әл­биттә, был әҙәм аҡсамды бирергә лә йыйынмай, ишегемде емер­ҙең, тип башымды ғына ҡатыра. Мин үҙемдекен һөйләйем, ғәйепле түгел икәнлегемде белгәс, тегенең ишегенә типкеләп-типкеләп үҙемдекен тылҡыйым. Аҡсамды һорайым. Ярты сәғәт буйы әрләштек. Аҡса тегенең ҡулында, нишләптер машинаһына ултырып ҡына ла китмәй үҙе. Был тынысланмаҫ, полицияға шылтыратыр, тиҙер инде.

Был әҙәм бер заман 900 һум аҡсамды бер кемгә лә бүләк итергә йыйынмауымды аңланы, меҫкенләнергә тотондо. Имеш, ул аҡсаһы етмәгәнлектән таксист булып та эшләргә мәжбүр, ә бына мин унан оялмайынса сдачамды таптырам! Ошо һүҙҙәре утҡа кәрәсин өҫтәгән кеүек булды – был әҙәмдең ғәйепле түгеллегемде былай ҙа белеп тороуын тулыһынса аңланым. Ишек былай ҙа ватыҡ булған һәм был, мине ҡурҡытыпмы, аҡсаһын һанап та тормаған кеше булырыма өмөтләнепме, рәхәт кенә аҡса эшләргә йыйынған. Сығырымдан сығып, тегенән аҡсамды тартып тигәндәй алдым да, ҡурҡыныс итеп ҡарарға тырышып, юлымды дауам иттем. Теге меҫкен әллә ни мәшәҡәтләнмәй генә ишеген япты ла ҡуҙғалып китте.

Ә бит ысынында кешеләрҙең төрлөһө була. Бөтәһе лә сәғәттәр буйы үҙ хоҡуғын яҡлап зыҡ ҡупмай. Ололар, эсеп күңелләнеп йөрөгәндә таксиҙа елдерергә яратҡан ир-ат бар, шыртлап бара торғандар, быны ваҡланыу тип ҡабул иткәндәр ҙә осрай… Күптәр водителдең асыуынан ҡурҡып, йә үҙен ысынлап та ғәйепләп, аҡсаһын тоттороп та китәсәк.

Иң ҡыҙығы – аҙна ла үтмәне, шул уҡ таксист миңә тағы ла бер тапҡыр килеп эләкте. Подъездан килеп сыҡһам, машинаһынан сығып уҡ мине көтөп, ауыҙын йырып баҫып тора. Аптырап киттем. “Эшләнеңме ишегеңде?” – тим. Эшләтмәгән! “Заказ килеп төшкәс, ҡыҙыҡ өсөн шундуҡ ҡабул иттем, бәлки, тап һеҙ сығырһығыҙ тип өмөт иткәйнем. Шул тиклем эмоцияға бирелеп әрләнегеҙ бит мине”, – ти. Оялмай ҙа, исмаһам! Мине ҡыҙыҡ күрә теге, һөйләшеп киттек. Ишеген махсус рәүештә ватмаған булып сыҡты. Юҡһа әллә нимәләр уйлап бөткәйнем. Өс ай самаһы элек бер клиенты ватҡан да, был шуны ремонтламай, уңайы сыҡҡанда кешеләрҙән аҡса “һығып” тик йөрөй икән. Әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан артыҡ аҡса алыуы бик ҡыйынға төшә, ә бына ирҙәрҙең күпселеге баш ватып тормай, бигерәк тә һуҡмыш булып алғандар. Әлбиттә, аңлы кешеләр белә – ишекте тора-торғандан ҡайырылып сыҡҡансы асыуы бик еңелдән түгел. Ләкин үҙем дә шул хәлгә ҡалғас, беләм: таксист һиңә шул тиклем аҡайып ҡарай, шул тиклем ғәйепләй, етмәһә, был артҡы ишек һәм әле унан йүнләп сыға ла башламағанлығыңды иҫбат итеүе бик ауыр. Һин ишекте ипләп кенә асҡанда ла, ел иҫеп, уны ҡайыра ла ҡуя. Ултырған саҡта нисектер һиҙелмәй ул. Емерек ишек өсөн аҡса биреүселәрҙең әллә ни күп булмауын водитель шулай ғына аңлата – таксиҙа кешеләр, башлыса, берәрләп йөрөй һәм артҡы урындарға һирәк ултыра. Ғүмер­ҙә лә машина йөрөтмәгәнһең, аңды-тоңдо белмәйһең икән, таксистың ҡапҡанына эләгереңде көт тә тор!

Икенсе мәсьәлә – сдача ҡайтарыу. Күп кенә фирмалар такси хаҡын 85, 115, 235 һәм башҡа хаҡтар менән билдәләй. Ҡыҫ­ҡаһы, хаҡ 5 һанына бөтә. Һәм һәр ваҡыт тиерлек таксистың ҡайтарып биреү өсөн 5 һум аҡсаһы булмай сыға. Тәүҙә 85 һум урынына 100 һум тотторғанда йән көймәй ул, ләкин тора-бара был хәл күңелде ҡыра башлай. Сөнки 235 урынына 250 һум бирәһең һ.б. Был мәсьәләне алдан уҡ хәл итергә тырыш­һаң, таксист һине аҡсаны ваҡлатыу өсөн берәй магазинға йүгертергә маташасаҡ. Ниш­ләптер таксистарҙың ваҡланыр­ға хаҡы бар, ә инде клиенттар йомарт булырға тейеш, тигән психология тамыр йәйгән. Ҡыҙыҡ…

Ҡайһы бер такси хеҙмәтен күрһәтеүсе фирмалар хаҡты үткән километрҙарға ҡарап билдәләй. Ҡыҫҡараҡ араға йөрөгәндә был насар түгел, әлбиттә. Ләкин бер үк фирманың машиналарын файҙаланып, бер үк маршрут буйынса йөрөгәндә лә үткән юлдың оҙонлоғо төрлөсә килеп сыға ла ҡуя.

Башҡа проблемалар ҙа етерлек. Таксистарҙың күпселеге – йәш-елкенсәк. Уларҙың бер күҙе юлда, икенсеһе – телефонында. Рәхәтләнеп видео ҡарап йөрөүселәр ҙә табыла. Мәҫәлән, бер тапҡыр Вольф Мессинг тураһында фильм ҡарап барҙым. Водитель менән бергәләп. Уйландырмай ғына торған фильм булһа, бер хәл… Бындай осраҡта водителдәргә ҡаты ғына итеп иҫкәртеү яһарға кәрәк. Ойошмаларына шылтыратып та алырға була. Шуға ла машинаның номерын ҡарап ҡалырға онотмағыҙ.

Таксистар тура юлдан йөрөргә ярата. Шуға ла улар менән йыш ҡына йорттар араһында, теге йәки был тыҡрыҡтарҙа батҡаҡҡа, ҡарға батып ултырырға, кире боролоп сығырға тура килә. Һөҙөмтәлә әллә күпме ваҡыт сарыф ителә. Шуға ла, урау булһа ла, юл яҡшы, тигән фекерҙе яҡлап, водителде алдан уҡ ошо хаҡта иҫкәртеү зыян итмәҫ. Бигерәк тә ул юлды ныҡлы ғына белмәгән осраҡта.

Такси хеҙмәте ҡиммәт тип һанал­ған замандар күптән үтте инде. Бөгөн бер-ике әхирәтең менән әллә ни алыҫ булмаған араны автобусҡа ҡа­рағанда таксиҙа ғына үтеү арзаныраҡ килеп сыҡҡан осраҡтар йыш. Таксистар Өфөлә был хеҙмәттең арзан булыуына бер туҡтауһыҙ зарлана. Шуға ла айырыуса дәртләнеп китеп алдашырға, нисек тә булһа клиенттарҙы күберәк эләктерергә, уңайлы маршруттар табырға тырышалар.

Вокзалдар, ҙур магазиндар эргәһендә пассажирҙар көтөп ултырған такси хеҙмәткәрҙәре ситтән килгән кешене әллә ҡайҙан күреп тора. Хаҡты күпкә арттырып ҡуясаҡтар. Ышан­дырыр өсөн кәрәкле урынға маршрутты оҙайтып, тегеләй-былай йөрөп алырға ла оҙаҡ уйлап тормаясаҡтар. Шуға ла, сит ҡалаға йыйын­ғанда, такси номерҙарын алдан яҙып алырға кәрәк. Машинаны телефон аша саҡыртыу һәр ваҡыт арзаныраҡ һәм хәүефһеҙерәк. Быныһы күптән билдәле ысул.
Шулай ҙа таксистарҙың күпселеге – ҡыҙыҡ һәм үҙен азат итеп тойған кешеләр. Водителдәр менән рәхәтләнеп төрлө темаға һөйләшергә, берәй проблемаңды һөйләп алырға, уныҡын тыңларға була. Телеңде тыймай ғына һөйләшә торған урын инде ул такси. Мөхәббәт менән хыянаттан алып, Кремлгә тиклем билдәләнгән темаларға теҙ генә хәбәреңде. Улар менән һөйләшергә ныҡ яратам. Сөнки кешеләр, башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкмен, тип уйлаған юлдаштары эргәһендә айырыу­са асыҡ булыусан.

Таксистар ҙа йыш ҡына иҫерек клиенттар, аҡсаһын түләмәҫкә тырышыусылар һәм башҡалар менән йонсой. Шул эт типкеһендә йөрөп тә, үҙҙәре лә уҫаллашып, тормошҡа яраҡлашырға тырышып йәшәгән көндәре инде. Уларҙың хәйләләрен алдан белеп, артыҡ шашып киткәндә иҫкәртеү яһарға өйрәнеп алһаң, был хеҙмәт менән рәхәтләнеп файҙаланырға була.

Лилиә СИРАЕВА.

Шулай ҙа таксистарҙың күпселеге – ҡыҙыҡ һәм үҙен азат итеп тойған кешеләр. Водителдәр менән рәхәтләнеп төрлө темаға һөйләшергә, берәй проблемаңды һөйләп алырға, уныҡын тыңларға була. Телеңде тыймай ғына һөйләшә торған урын инде ул такси. Мөхәббәт менән хыянаттан алып, Кремлгә тиклем билдәләнгән темаларға теҙ генә хәбәреңде. Улар менән һөйләшергә ныҡ яратам. Сөнки кешеләр, башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкмен, тип уйлаған юлдаштары эргәһендә айырыуса асыҡ булыусан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға