«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Был аҙнала беҙҙе гәжәпләндерҙе...



06.06.2014 Был аҙнала беҙҙе гәжәпләндерҙе...

Ҡытайҙағы Төньяҡ-Көнбайыш университеты профессоры Цен Цзянь Юн етәкселегендә ғалимдар йәшен тубының серен асҡан.
Улар Тибеттың таулы өлкәләрендә видеокамералар һәм спектрографтар ярҙамында күҙәтеү яһаған. Көслө ямғыр мәлендә уларҙың янында йәшен атҡан. Шул мәлдә биш метр диаметрлы яҡтырып торған шар барлыҡҡа килгән. Ул 1,6 секундта 15 метр араны осоп, ҡыҙғылт-аҡ, ерән төҫтәргә инеп, ҡып-ҡыҙыл булып юҡҡа сыҡҡан.
Иң мөһиме, спектрометр йәшен тубының төп химик составын билдәләп өлгөргән. Унда кремний, тимер һәм кальций элементтары булыу Яңы Зеландия ғалимы Джона Абрахамсондың гипотезаһын иҫбатлай. Уға ярашлы, йәшен ергә атҡан саҡта, ҡапыл һәм көслө температура артыу һөҙөмтәһендә тупраҡтағы кремний, тимер һәм башҡа элементтарҙың оксидтары парға әйләнә. Бәреү тулҡыны барлыҡҡа килгән газды һауаға осора һәм ул шарға әйләнә.
Ҡытай физиктары фекеренсә, йәшен тубының сере тулыһынса асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға