06.06.2014 Был аҙнала беҙҙе аптыратты...
31 йәшлек Мәскәү егете Андрей Пушкин, “Росатом” дәүләт корпорацияһындағы эшен ташлап, бесәйҙәр өсөн “Сэр Кот” исемле ҡунаҡхана асҡан.
Бар туғандарын, дуҫтарын аптыратһа ла, Андрей яңы шөғөлөнән бик ҡәнәғәт. Ҡунаҡхананы төҙөүгә 2 миллион һум аҡса киткән һәм ул “Кожуховская” метроһы янындағы бизнес үҙәгендә урынлашҡан бесәйҙәр өсөн14 номер бар. Бер-береһенән улар быяла ишектәр һәм диуарҙар менән бүленгән.
Номерҙарға шулай уҡ веб-камералар ҡуйылған. Улар аша хужалар Ер шарының теләгән бер мөйөшөнән үҙҙәренең мыраубикәләрен күҙәтә ала.
Ҡунаҡхана 1 майҙа асылған һәм шул ваҡытта уҡ буш номерҙар ҡалмаған. Унда, башлыса, сит илдәргә ял итергә йәки эшкә киткән хәлле кешеләр бесәйҙәрен ҡалдыра икән.