06.06.2014 Был аҙнала беҙҙе уйландырҙы...
Был аҙнала Рәсәйҙә һауа транспортына бәйле ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғалар йыш булды.
Шишәмбелә Мәскәүҙең “Шереметьево” аэропортында Ил – 96 самолеты янып китте. Лайнер ҡулланылыштан сығарылған һәм махсус туҡталҡаға ҡуйылған булған. Үҙенән-үҙе сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. 63 кеше һәм 18 берәмек техника утты һүндергән. Лайнер бик ныҡ зыян күргән һәм ул осоуға яраҡһыҙ.
Тәбиғәт тә ҡайһы берҙә кешегә ҡаршы тора. “Симферополь – Мәскәү” йүнәлешендәге осҡан “Боинг – 737” лайнеры ҡатмарлы һауа шарттарына эләккән. Самолетты йәшен атҡан. Бәхеткә күрә, пассажирҙар зыян күрмәгән, экипаж лайнерҙы “Внуково” аэропортына имен-аман ултыртҡан.