«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Диплом ҡулда, ә эш ҡайҙа?



06.06.2014 Диплом ҡулда, ә эш ҡайҙа?

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошо көндәрҙә ҡыҙыҡлы осрашыу уҙҙы. Ул, “Карьера көнө” тип аталған дөйөм университет сараларының бер өлөшө булараҡ, башҡорт филологияһы факультеты студенттары араһында ла үткәрелде. Сарала юғары курс студенттары һәм кадрҙар агентлығынан белгестәр, мәктәптәрҙән, матбуғат өлкәһенән эш биреүселәр ҡатнашты.

Юғары һәм урта белем биреү йорттарын тамамлаған студенттар алдында әле диплом яҙыуҙан, уны яҡлауҙан, дәүләт имтихандарын тапшырыуҙан ҡала, тағы бер мәсьәлә тора – ул да булһа, эшкә урынлашыу.

– Студенттарыбыҙ уҡыу йылдарынан уҡ эш урындары хаҡында уйлана башлай. Ә инде әле һайлау алдында торғандарына ошо сара файҙалы булыр тип ышанабыҙ, – тине башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Сәмситова. – Беҙҙең факультетты тамамлаусылар йыл һайын дөйөм вуз кимәлендә эшкә урынлашыу буйынса иң юғары күрһәткестәргә ирешә. Быйыл да беренсе урындан төшмәҫбеҙ, тигән өмөттәмен.
Килгән ҡунаҡтарҙан тәүге һүҙ Өфө ҡалаһындағы фәнни-мәғлүмәти методик үҙәктең милли белем биреү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Розалия Сафиуллинаға бирелде.

– Вуз тамамлаусыларҙың иң төп проблемаларының береһе – эште һуң эҙләүҙәре. Сентябрь килеп еткәс кенә иҫтәренә төшә. Ә ул ваҡытҡа мәктәптәрҙә буш урындар ҡалмай. Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Мәғариф идаралығында милли мәғариф бүлеге (“Эске эштәр министрлығы” (МВД) туҡталышы, С. Перов­ская урамы, 75-се йорт, 305-се кабинет) бар, ҡулығыҙға диплом алғас та, ошонда резюмығыҙҙы ҡалдырырға мөмкин. Әйтергә кәрәк, телефон аша беҙ эшкә урынлаштырмайбыҙ, үҙегеҙ менән күрешеп аралашыу, документтарығыҙҙы ҡарау мөһим. Мәктәптәрҙән килгән вакант урындары буйынса мәғлүмәттән сығып, һеҙгә шылтыратып, ҡайҙа урын булыуын еткерәбеҙ. Ләкин эшкә алыу-алмау мәсьәләһен директор үҙе хәл итә. Шулай уҡ интернетта рәсми сайтыбыҙҙа бөтә мәғариф учреждениелары буйынса вакансиялар мәғлүмәте ай һайын яңыртылып тора, – тине.

Розалия Рәсих ҡыҙы резюмены нисек дөрөҫ тултырыу буйынса ла кәңәштәр бирҙе. “Өҫтәлмә мәғлүмәт” тип аталған графала, уҡытыуҙан тыш, ниндәй өлкәлә эшләргә мөмкинлек булыуын яҙыу отошло икән: балалар хәрәкәтен ойоштороу, өҫтәлмә курстар тамамлау хаҡында һәм башҡалар. Ғәҙәттә, сентябргә тиклем эшкә саҡырыу килмәһә лә, йыл дауамында шылтыратыу булыуы ихтимал. Шунлыҡтан, телефон номерын ҡалдырыу, уны алмаштырмай тороу мөһим.
Өфө ҡалаһында уҡытыусылар етерлек. Шулай ҙа башҡорт теле уҡытыусыларына бәйле хәл йыл һайын үҙгәреп тора.

– Эш шарттары ла юғары курс студенттарын ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр, – ти Розалия ханым, – ғәҙәттә, август айында уҡ эшкә алалар. Һеҙгә күпме сәғәт бирергә, ниндәй йөкләмәләр йөкмәтергә икәнлеген мәктәп директоры хәл итә. Тариф сеткаһы буйынса, башлаған осорҙа һигеҙенсе разряд ҡуйыла. Әлбиттә, был еңелдән түгел, эш хаҡы ла сағыштырмаса түбән була. Ләкин шул уҡ ваҡытта йәш белгескә өҫтәлмә түләүҙәр (15 – 20 мең тирәһе) системаһы ла ҡаралған. Тәүге ярты йылда ҡала хакимиәте тарафынан да белгескә ярҙам итеү маҡсатында түләүҙәр алыуға өмөт итеп була.

Өфөлә ҡалырға теләүселәр өсөн иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе – йәшәү шарттары. Әҙер торлаҡҡа өмөтләнеү урынһыҙ. Был проблеманы хәл итеү йәш кешенең үҙ иңендә. Розалия Рәсих ҡыҙы сайтта бар белгестәрҙең дә контакт телефондары, электрон почта адрестары булыуын белдерҙе. Улар аша теләгән кеше бәйләнешкә сыға ала.

Ни өсөндөр башҡорт студенттарының рус мәктәбенән ҡурҡыу күренеше күҙәтелә, ти ул. Балалар менән уртаҡ тел табырға, ниндәй программалар буйынса уҡытырға кәңәш биреүселәр табыласаҡ. Һәр районда туған телдәр буйынса методистар эшләй.

Диплом ҡулда, ә эш ҡайҙа?Сығышын йомғаҡлап, әлеге ваҡытта ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен белгән башлан­ғыс синыф уҡытыусылары етмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәктәп директорҙары был урындарға башҡорт теле уҡытыусыларын алырға ла риза икән. Шулай уҡ милли мәктәптәрҙә инглиз теле, рус теле уҡытыусыларына ҡытлыҡ бар икән. Башҡорт балалар баҡсаларына тәрбиәсе булараҡ алыуҙары ла ихтимал. Студенттар эш хаҡы буйынса һорауҙар бирҙе. Тәрбиәселәрҙең уртаса эш хаҡы, рәсми статис­тика буйынса, 18 мең, ә мәктәп уҡытыу­сыларыныҡы – 25 мең һум икән. Яйлап, төрлө программалар ярҙамында торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итергә мөмкин.

Сараға БЮТ каналының “Яңылыҡтар” тапшырыуының алып барыусыһы Рәмзиә Кәримова ла саҡырылғайны. Уның сығышы үҙҙәрен тележурналистика өлкәһендә һынап ҡараусыларға тәғәйенләнде.

– Телевидениеға эшкә урынлашыу өсөн мотлаҡ журналистика факультетын тамамларға кәрәкмәй. Беҙҙә химиктар ҙа, математиктар ҙа, физиктар ҙа, тарихсылар ҙа бар. Филология факультетын тамамлаусылар – күпселек. Әммә шуны әйтеп үткем килә. Журналист булып эшкә урынлашыу өсөн диплом алған көндәрҙә түгел, ә күпкә алданыраҡ уйлай башларға кәрәк. Сөнки беҙҙә һынау осоро ҙур ғына – бер йылға тиклем һине тикшереп ҡарауҙары ихтимал. Эште күп ҡушасаҡтар, ә аҡса түләнмәйәсәк. Ятаҡта йәшәргә урыны булған, стипендияһы килеп торған студентҡа финанс яҡтан был осорҙо үткәреүе еңелерәк була.
Ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Тәү сиратта, тел байлығы. Һуңғы йылдар­ҙа эшкә килгән йәштәрҙең көсһөҙ урыны ул. Икенсенән, замана техникаһын яҡшы аңлау. Сөнки журналистар сюжет төшөрөп кенә ҡалмай, уны үҙҙәре монтажлай ҙа. Өсөнсөнән, тормоштоң бөтә өлкәләре менән ҡыҙыҡһыныу кәрәк. Журналист – универсаль белгес, ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһен дә, философияны ла, тарихты ла, химияны ла белергә тейеш. Үҙең белмәгән нәмә тураһында башҡа кешегә һөйләү ҡыйын. Әле генә Аҡ йортта кәңәшмәлә булһаң, унан һуң фермерҙар менән аралашырға тура килеүе ихтимал. Көтөлмәгән хәлдәргә әҙер тороу фарыз. Күптәр республиканың тарихын һәм географияһын белмәй. Һәр ваҡиғаға объектив ҡарашта ҡала алыу оҫталығы ла мөһим, – тип һөйләне Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы. – Эш хаҡы разрядтарға ҡарап түләнә. Мәҫәлән, мин юғары разрядҡа эйә – 13 һәм “махсус хәбәрсе” тигән исемем бар. Шулай уҡ Президент эшмәкәрлеген яҡтыртҡаным өсөн өҫтәмә аҡса түләнә. Үкенескә күрә, рәсми рәүештә 8 сәғәт эшләйбеҙ, тип билдәләнһә лә, күп осраҡта таң һарыһынан төн урталарына тиклем эш урынында ҡалырға тура килә.

Өфөлә ҡалырға теләүселәр өсөн иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе – йәшәү шарттары. Әҙер торлаҡҡа өмөтләнеү урын­һыҙ. Был проблеманы хәл итеү йәш кешенең үҙ иңендә.


Ҡыҙҙар һәм егеттәр сығыштарҙы ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм төрлө һорауҙар бирҙе. Ә һин, студент, киләсәгең тураһында уйлана башланыңмы?
– Вуз тамамлаусыларҙың иң төп проблемаларының береһе – эште һуң эҙләүҙәре. Сентябрь килеп еткәс кенә иҫтәренә төшә. Ә ул ваҡытҡа мәктәптәрҙә буш урындар юҡ кимәлендә була.


Миңзәлә АСҠАРОВА.


Һуңғы курсҡа еткәс, студент күңелен төрлө тойғолар биләп ала. Диплом алғандан һуң барлыҡҡа киләсәк азатлыҡ ҡайҙалыр әйҙәй ҙә, күңелгә шом да һала… Һуңғы айҙарҙа бигерәк тә борсолоп, үҙ-үҙеңә урын табыуы ҡыйын: ни эшләйәсәкмен, ҡайҙа эшкә урынлашасаҡмын?

Эш биреүселәр эш урындары тәҡдим итәме?

Лилиә МӘСӘЛИМОВА, БДМУ-ның педиатрия факультеты студенты, буласаҡ табип-педиатр:
– Эш биреүселәр беҙҙең менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Сөнки табиптарға бөтә ерҙә лә һорау күп, бигерәк тә райондарҙа. Диплом алғас, “Ауыл ере табибы” программаһы буйынса тыуған районыма эшкә ҡайтырға уйым бар. Был программа буйынса йәш табиптарға миллион һум аҡса бүленергә тейеш. Тормош иптәшем Линар былтыр стоматология факультетын тамамланы, ул әле Магнитогорск ҡалаһында эшләй. Әгәр ҙә мин уйлағанса барып сыҡмаһа, уның янына эшкә урынлашыр­ға теләйем.

Бөгөн күптәр алған һөнәре буйынса эшкә урынлашмай. Үҙләштергән һөнәрең буйынса артабан эшләйәсәкһеңме?

Адель ХӨСНӨТДИНОВА, Өфө дәүләт авиация-техник университетының “Һалым һәм һалым һалыу” факультеты студенты:
– Эйе, әлбиттә! Мин бәләкәй саҡтан банк хеҙмәткәре булырға хыялландым. IX синыфтан һуң Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап колледжын тамамлағас, юғары белемде лә ошо йүнәлеш буйынса алдым. Киләсәктә Өфө ҡалаһындағы банктарҙың береһенә урынлашырға теләйем.
Икенсе юғары белем үҙләштерергә лә уйым бар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр аҙ булған кеүек, ҡыҙҙарға ла ул ҡамасауламай. Мөмкинлек килеп тыуһа, юрист һөнәрен һайлармын, тип уйлайым.

Университетта бирелгән белем кимәле менән ҡәнәғәт­һеңме?

Миңзәлә ҒИБӘҘУЛЛИНА, Маг­нитогорск дәүләт техник университеты, химия-металлургия факультеты студенткаһы:
– Эйе, белемде беҙгә төплө итеп бирҙеләр, һәр студентҡа айырым иғтибар бүлделәр. Әле эшләмәһәм дә, алған белемемде файҙалана башланым. Минең һөнәрем бик ҡыҙыҡлы, күп профилле: социаль-мәҙәни хеҙмәтләндереү, туризм менән бәйле.
Мин тыумышым менән Әбйәлил районының Яҡтыкүл буйҙарынан. Унда туризм яҡшы үҫешкән. Шунлыҡтан, эш урыны табыу ауыр булмаҫ тип ышанам.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға