«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә бөгөнгә ул бәхетле…



30.05.2014 Ә бөгөнгә ул бәхетле…

Ә бөгөнгә ул бәхетле…Автобуста ултырған урыным бик яйлы, артҡы рәткә тура килде. Урын бейек булғас, баҫып барыусыларҙы күҙәтәм. Таныш-белештәрем юҡмы, урын бирер инем. Юғиһә, үҙегеҙ беләһегеҙ, пассажирҙарҙың автобуста күп булыуы умарта ояһын хәтерләтә кеүек. Һөйләшкән, өндәшкән, әйткән һүҙҙәр ишетелеп тора. Кеҫә телефондары ла шылтырай. Кемдәр нимә эшләгән, ҡайҙа барған – барыһын белеп була. Ҡыҫҡаһы, салон «жыу» килә. Бына күршемдең, нәфис кәүҙәле, уртаса буйлы туташтың да, кеҫә телефоны тауыш бирҙе. Һөйкөмлө генә күренгән ҡыҙ миҙгел эсендә үтә етди ҡиәфәткә инде.
Ул шылтыратҡан кешегә ҡайҙан, күпме тауар ебәреүе тураһында отчет бирергә тотондо. Баҡтиһәң, ун банка балыҡ, быҡтырылған ит консерваһы, ҡуйыртылған һөт, шоколад, печенье, тәмәке, шырпы, теш пастаһы, һабын, крем-одеко­лондар­ҙы күстәнәскә алып барыр­ға кәрәк икән. Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, һүҙ һайын һөйләшә торған кешенең исемен ҡабатлап тороуы иғтибарымды йәлеп итте. Ятлап ҡалыр­ға теләгәндәй, ҡыҙыҡай аҙыҡ-түлек исемлеген ҡат-ҡат һорап ҡабатланы. Ә телефондың икенсе яғындағы тауыш был исемлеккә өҫтәп футболка, свитер, таҫтамал, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттың эске кейемдәрен дә һораны. Мин, ниһайәт, аңланым, был ҡыҙға төрмәнән шылтыраталар икән. Әлеге ваҡытта ул «зона»ға иренәме, һөйгән егетенәме китеп бара.
Хатта хафаланып ҡуйҙым – был, бахырҡай, һөйгәненә «тегендә» бер ниндәй мохтажлыҡ күрмәһен өсөн бер магазин тауар, ваҡ-төйәк йыйған бит. Уҡый ғыналыр әле ул. Бәлки, эшләйҙер ҙә, эшләһә, был тиклем әйберҙе һатып алырға бер айлыҡ хеҙмәт хаҡың етмәҫтер, моғайын.
«Бер аҙнанан, Слава, «оҙон свидание», ҡара, үҙеңде тәртипле генә тотһаң, бирерҙәр ҙә әле, Слава! Мин һине яра-а-та-ам! Һағындым үҙеңде, Сла-ва. Бер генә аҙна. Түҙ! Йә­нем, түҙ. Сла-ва! Сла-ва!»
Яғымлы, һағышлы өндәшеүгә ҡарата ир яғынан ниндәй һүҙҙәр әйтелде икән, билдәһеҙ. Хисле шул ҡатын-ҡыҙ, «зона»лағы был ир нимә уйлайҙыр? Әлегә улар мөнәсәбәттәрен дә рәсмиләштереп өлгөрмәгәндер. Әлегә ул ни бары аҙнаның һәр көнөн тилмереп һанай. Алдағы көндәр һаны айҙарға, йылдарға йыйылыуы ла бик ихтимал. Эске хеҙмәт йортона ташыр­ға тәмәкеһе-шырпыһы, шо­колады-кәнфите, һөтө-сәйе, телефон сығымдары – тағы әллә нимәләре был һылыуҙың кеҫәһенә һуғыр әле. Был мөхәббәттең аҙағы нимә менән бөтөр?
Рәсәйҙәге декабрист ҡа­тын-ҡыҙҙарҙың хыялындағы мөхәббәткә, фәҡәт үҙҙәре өлөшөнә генә тейгән оло һөйөүгә – романтик хистәр тылсымына ышаныуы са­маһыҙ. Эйе, ошо сихырлы түңәрәккә яратыуға, яратылыуға һыуһаған төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар инеп ки­тә. Минең һүҙҙәремде аяу­һыҙ статистика үҙе лә раҫлап тора. Хәҙер төрмәләрҙә ни­ках йыш теркәлә. Кейәүҙәр араһында кеше ашаусыһы ла, бер нисә кешенең ғүмеренә ҡул һалғаны ла бар. Иректә кәләштәре булыу уларға бик файҙалы. Берен­сенән, «дөрөҫлөк» эҙләп хат­­тар яҙыусы, икенсенән, посылка ебәреүсе бар. Кейәүҙәр талымлы. Бер «ходка» кәләште алмаштырырға күп һорап тормайҙар. Һәр ваҡыт бер ҡатынға ғына «передача» ташып торорға тимәгән бит.
Сеү! Был ҡыҙ ҙа һүҙҙе өйләнешеүгә борҙо түгелме һуң? Аҡ туй күлдәген прокатҡа ла алып була икән. Үҙ тамағынан өҙөп, кон­церттар­ға бармайынса, аҡсаһын ҡыҫа-ҡыҫа, «свиданка»ға күстәнәстәр йыйған. Ярата ҡыҙыҡай уны, һиҙелеп тора, яратмаһа, аҡ туй күлдәге тураһында һүҙ ҙә булмаҫ ине. Ә бөгөнгә ул бәхетле… Ул кемгәлер кәрәк.

Илбарис СӘЛИМХАН.
Дүртөйлө районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға