«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Учалыла флэшмоб: Рух һүнмәһен!



28.05.2014 Учалыла флэшмоб: Рух һүнмәһен!

«Урал батыр» эпосына арналған флешмобта ҡатнашыр өсөн Учалы паркында йөҙ ҙә егерменән ашыу кеше йыйылды. Ләкин был мөһим сарала районда йәмғеһе нисә кеше ҡатнашҡанын айырата әйтеүе лә ҡыйын, сөнки флешмобтан тыш марафон-эстафета ла уҙғарылды. Ул иртәнге туғыҙҙа Озерный урта мәктәбендә старт алып, эпостың өҙөктәре сылбыр рәүешендә мәктәптән-мәктәпкә тапшырылып, егерме ете мәктәпте шулай урап, Иманғол мәктәбенә килеп туҡтаны. Һуңынан эпостың һуңғы ике йөҙ юлын ҡалабыҙҙың төрлө быуын, төрлө һөнәр вәкилдәре тасуири итеп ятлап, сараны йомғаҡлап ҡуйҙылар. БДУ-ның Учалы вәкиллеге етәксеһе Зилә Рәхмәтуллина, Учалы филармонияһы директоры Ғәлимйән Хилажев, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, иң кескәй ҡатнашыусы Данил Хәйбуллин, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, студенттар, уҡыусылар һәм флешмобта ҡатнашҡан башҡа кешеләр һайлап алынған өҙөктө күмәкләп ятлағанда бар донъя тынып, беҙҙе тыңлаған һымаҡ булды.

- Халҡыбыҙҙың боронғо «Урал батыр» эпосын онотмай, бөгөнгәсә һаҡлағандарына, матур итеп, саф башҡорт телендә ятлауҙарына шатланып, ғорурланып торам, - тип һөйөндө оло йәштәге бер тамашасы.

Флешмобҡа килә алмағандар, саранан ситтә тороп ҡалмайыҡ, тип тығыҙ эш ваҡытына ҡарамай, өҙөктө ятлап, видеоға төшөрҙө. Мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән шахтер Заһир Нәзир улы «Урал батыр» эпосын 150 метр тәрәнлектә ятлаған. «Ирәмәл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре лә Ирәмәл тауында, Ағиҙел йылғаһы башланған урында, эпостағы Ағиҙел тураһындағы өҙөктө ятлап, акцияға ҡушылды. Учалы районы Европа һәм Азия сигендә ята. Ошо сикте билдәләгән стелалар янында ла эпосты ятлаусылар булды.

Республика кимәлендә үткәрелгән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә гран-при яулаған Мулдаҡай мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Зарина Аманованың ҡатнашыуы флешмобҡа мәртәбә өҫтәне. Учалы ауылы башҡорт гимназияһының өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Учалы сәнғәт училищеһының уҡыусылары, уҡытыусылары ҡобайыр һамаҡлап, «Һомай ҡошом» бейеүе менән сараны йомғаҡланы.

Шулай бергәләп, дәррәү тотонғанда ғына «Урал батыр»ҙың рухы юғалмаҫ. Рух һаҡланһа ил дә, тел дә йәшәр!

Миләүшә Сибәғәтуллина,
БДУ-ның Учалы вәкиллеге студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға