«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Урал батыр» күңелдәргә ҡот ҡойҙо



23.05.2014 «Урал батыр» күңелдәргә ҡот ҡойҙо

«Урал батыр» күңелдәргә ҡот ҡойҙо«Урал батыр» күңелдәргә ҡот ҡойҙоӨфөлә Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле эргәһендәге майҙанда эпосты һөйләү буйынса флешмоб үтте.
Һәр эпос – ул халыҡ ижадының милли һәйкәлгә тиң ауыҙ-тел ижадының иң сағыу өлгөһө. Башҡорт халҡының милли эпосы, донъя мәҙәниәте ҡомартҡыларының береһе, башҡорт халҡының тарихи асылын, йәшәү мәғәнәһен, изгелек менән яуызлыҡ, тыуым менән үлем, үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе сағылдырған «Урал батыр»ҙың боронғо башҡорт­тар­ҙың тиңе булмаған тормош энциклопедияһы булыуын һәр кем таный. Һәр һүҙендә тәрән фәлсәфә ятҡан әҫәрҙе уҡыған һайын яңы биттәре, тәрән мәғәнәһе асыла. Донъя әһәмиәтендәге күренеш, төрлө яҡлап өйрәнерлек уникаль ҡомартҡы булыуын бөгөн үҙебеҙҙең фольклорсылар ғына түгел, донъя ғалимдары ла таный. Тормош әсбабы булған эпосты киләсәк быуынға еткереү, уның бөйөк мәртәбәһен арттырыу – беҙҙең изге бурыс.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты ойошторған «Урал батыр» флешмобы башҡорт йәмәғәтселеген, ҡала вуздарында уҡыған студенттарҙы, район уҡыусыларын йыйып, эпос­тың мәртәбәһен тағы ҡеүәтләне кеүек.

Күркәм сараны асыу хоҡуғы уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға бирелде.

– Бөгөн беҙҙе «Урал батыр» бергә йыйҙы. Уны төрлө яҡлап өйрәнеү, тикшереү йәһәтенән беҙҙә күп эш башҡарыла. Факультетта сәсәниә, профессор, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева етәкселегендә сәсәндәр мәктәбе лә эшләп килә. Башҡа факультеттарҙа белем алыусы милләттәштәребеҙ ҙә бөйөк эпос рухында тәрбиәләнеп үҫә, – тип сәләмләне ул йыйылыусыларҙы.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йома­бикә Ильясова: «Халҡыбыҙҙың күңел талабы булған сараға йыйылдыҡ. Данлыҡлы эпосты ғына ятламайбыҙ бөгөн, ә телдән-телгә, быуаттан-быуатҡа әҙәби әҫәрҙе һаҡлап килгән сәсәндәрҙе лә телгә алабыҙ. Әммә эпосты үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығының ғына һаҡланылып килмәүе үкенес уята», – тине.

Билдәле булыуынса, Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит менән Хәмит сәсәндәрҙән «Урал батыр» эпосын яҙып ала.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: «Урал батыр» эпосы атамаһы йыһандағы йондоҙға ла бирелгән икән, киләсәктә лә Урал батыр байрамы уның, Мөхәмәтша Буран­ғолов, Ғәбит сәсәндәр исемен йөрөткән майҙандарҙа ла үтһен ине, уларға һәйкәлдәр ҡуйылһын», – тигән теләген еткерҙе. БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев: «Урал батыр» – беҙҙең милләтебеҙҙең паспорты, баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған был сара – тарихи ваҡиға», – тип баһа бирҙе. Эпосты һаҡларға, уның мәртәбәһен шулай күтәрергә тейешбеҙ, тип белдерҙе.

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса флешмобты шағирҙар ҙа ҡеүәтләне. Ирек Кинйәбулатов, Ҡә­ҙим Аралбай, Зөлфиә Ханнанова, Гүзәл Ситдиҡова уға арналған шиғыр­ҙарын уҡып ишеттерҙе. Эпосты фәнни яҡтан тикшергән, өйрәнгән ғалимдар – филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Дәү­ләт­ҡолов, филология фәндәре докторы, профессор Гөлнур Бохарова әҫәрҙең бөйөк мәғәнәһе тураһында фекерҙәре менән бүлеште, ундағы күп образдар­ҙың һәм мотивтарҙың башҡорт донъяһының фольклор образдары һәм мотивтары менән ауаздаш, төрлө юҫыҡтан өйрәнеүгә үҙенсәлекле сығанаҡ булыуы хаҡында һөйләне.

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, рәссам Жәлил Сөләй­мәновтың флешмоб үткән майҙанда Урал батырға арналған күргәҙмәһе барыһының да күңеленә хуш килде.

Сәсәниә Розалия Солтангәрәева йыйынға үҙенең ҡобайырын әйтте. Уның етәкселегендәге сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләнгән БДПУ студенттарының образға инеп, ҙур оҫталыҡ менән эпостан өҙөктәр ятлауы айырыуса һоҡланыу уятты. Майҙанға йыйылған егет-ҡыҙҙар­ҙың, ҡулға-ҡул тотоношоп, эпосты ятлауы күңелдәрендә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалмағандыр. Сөнки флешмобҡа Баш­ҡорт дәүләт университетынан, Баш­ҡорт дәүләт аграр университетынан, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһынан, республика мәктәптәренән студенттар, уҡыусылар килгәйне.
Халҡыбыҙҙың данлы тарихи ҡомартҡыһы рус, немец, инглиз, төрөк телдәренә тәржемә ителгән. Йыйында хатта төрөк, ҡаҙаҡ ҡыҙҙары ла сығыш яһаны. Флешмобты Мәскәү, Чита, Лянтор, Тель-Авив ҡалаларында, Силәбе өлкәһендә, Ханты-Манси Автономиялы Окру­гында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә күтәреп алды. Республика мәктәптәрендә үткәрелгән саралар «Бәйләнештә» сайтына ҡуйылды. Эпосты яттан һөйләүгә киң йәмәғәтселек араһында үткәрелгән саралар ойоштороу уның бөйөклөгөн күрһәтеп, башҡорт халыҡ эпосының ЮНЕСКО-ның донъя классик әҫәр­ҙәре мираҫына индерелеүенә тағы бер ынтылыш булып торор, тип ышанғы килә.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға