09.05.2014 Был ҡырағай бала нисек журналист булып китте һуң?
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре, былтыр республикабыҙҙа иң шәп журналист тип билдәләнгән Гүзәл СИТДИҠОВА. Тыңлаусыларын фәһемле махсус репортаждары, тура эфирҙа алып барған үҙенсәлекле әңгәмәләре менән ҡыуандырған, уйландырған, ҡайһы саҡ аптыратып та ҡуйған шәхес менән әңгәмәбеҙ – һеҙҙең ҡарамаҡҡа, дуҫтар!
– Йыл журналисының йылы нисек үтеп бара?
– Эш менән. Иҫкә төшөрөүегеҙгә рәхмәт, бик матур иҫтәлек.
Журналистың эшен уның үҙенә тоғролоҡ һаҡлаған аудиторияһы күрһәтә. Элек: “Аулаҡ”та һин һөйләгәндә генә радионы тоҡандырам”, – тиеүселәр бар ине. Махсус репортаждар эшләүҙән тыш, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙарға ла күскәс, “Һәр шишәмбе “Асыҡ студия”ла һеҙҙе генә көтөп алам”, – тигән тыңлаусыларым күп икән, был яҡшы баһа. “Йыл журналисы” номинацияһына тәҡдим ителгәс, аудиториям – халҡым күтәрелеп сыҡты. Ул Баймаҡ, ул Силәбе, ул Санкт-Петербург... Әллә ҡайҙарҙан хасил булдылар. Хатта “Гүзәл иртәләр” заманынан тоғролоҡ һаҡлағандар бар икән – аптыраным да, ҡыуандым да. Ураҙҙар минең конкурста ҡатнашҡанды белмәй ҙә ҡалды. Рәхмәт, тыңлаусыларыма, улар был конкурстан һуң тағы ла артты. Аллаға шөкөр!
– Аныҡ ҡына фекергә килә алмай ултырам әле: Һеҙ, тәү сиратта, үткер кешеме, әллә тыйнаҡмы?
– Мәленә ҡараптыр. Мәҫәлән, күптән түгел Афғанстан һуғышы буйынса ижади конкурста ҡатнашып, йәнә грамота, бүләктәр алып ҡайттым. Коллективта был хаҡта белмәйҙәр ҙә әле. Ғөмүмән, тормошта бик үк аралашыусан кеше түгелмен. Бала саҡтан. Рәфиҙә әбейем: “Кешенән мейес артында ҡасып торған был ҡырағай бала нисек журналист булып китте һуң?” – тип аптырауынан яңыраҡ ҡына туҡтаны. Ә миңә бөгөн дә үҙ-үҙем менән күңелһеҙ түгел, яңғыҙым ғына театр-фәләнгә лә барып киләм. Компания көҫәмәүем ниндәйҙер комплекстар менән бәйле түгел. Тормош иптәшем дә хәҙер аптырамай. Ярты йылға Чечняға командировкаға барып ҡайта, минең тәртип боҙмаҫты яҡшы белә...
– Эшегеҙгә, тормош иптәшегеҙгә тоғро булыуығыҙ аңлашылды. Шулай ҙа һеҙ әллә ни тоғролоҡ һаҡламаған берәй йүнәлеш, кеше-фәлән барҙыр?
– Үҙем. Үҙемде һәр саҡ этеп-төртөп йөрөтәм. “Быны эшлә, тегене эшлә, ябыҡ, һимер, спорт менән шөғөллән, был тапшырыуҙы икенсе тапҡыр шулай башҡар, был да дөрөҫ булманы, улай бармай, былай бармай, уйла, эҙлә, үҙгәрт” һәм башҡалар... Ҡайһы саҡ баштағы спамды алып ташлап, елләтеп өлгөрөп булмай. Модалы Көнбайыш психологтары өйрәткәнсә, “Нисек бармын – шулай ярат” тигән нәмә тулыһынса башҡа һеңерме-юҡмы инде. Барыһын да камил итеп күрге килә бит. Шунда ғына ҡәнәғәт буласаҡмын.
– Һеҙҙе иң шәп махсус репортаждар әҙерләүсе журналист итеп беләбеҙ. Һорамай булдыра алмайым – репортаждар ҡыҙығыраҡ булһын өсөн ваҡиғаларҙы үҙегеҙ уйлап сығарған саҡтар бармы?
– Репортаждарымда яһалма геройҙар һәм яһалма факттар юҡ. Тулыһынса журналист эҙләнеүҙәре һәм аналитика. Күптән түгел пневматик һәм травматик ҡорал тураһында тапшырыу эшләнем. Уның өсөн ҡорал менән һатыу итеүсе магазинға барырға, кешегә атҡан енәйәтсе менән осрашырға, полиция, прокуратура, лицензия биреү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә, үҙен һаҡлау өсөн машинаһында ҡорал йөрөткән ябай кешеләр менән әнгәмәләшергә тура килде. Башҡаса нисек булыуы мөмкин? Үҙен һәм аудиторияһын хөрмәт иткән һәр журналист ҡайҙандыр күсереп алыу, яһалма геройҙар һәм факттар менән эшләүҙән алыҫ торорға тейеш. Ҡайҙандыр күсереп яҙыу, йә ишетеп һөйләүҙе хушһынмайым. Суицид тураһында икән, үҙенә ҡул һалырға маташҡан кеше, фәхишәлек тураһында булһа, фәхишәләр менән күрешеп-һөйләшеп әҙерләнә журналистика материалдары. Аныҡ кешеләр һәм аныҡ ваҡиғалар менән эшләү халыҡ өсөн дә ярҙам.
Берәҙәктәр, наркомандар, көнләшкән, урлашҡандар – барыһы ла беҙҙең арала. Бындай эҙләнеү көн-төн менән иҫәпләшмәүҙе талап итә. Ошондай репортаждар эшләү миңә ныҡ оҡшай – ҡомар уяна, осона сыҡҡы килә. Ныҡышмалылыҡ, теүәллек һәм һөнәри ҡыҙыҡһыныу бар икән – әйҙә инде. Күсереп яҙыу, эшләү, яһалмалыҡ көнөнә төшөргә яҙмаһын.
Журналист булмаһам, йә детектив, йә прокуратура, полиция хеҙмәткәре булыр инем, моғайын. Журналистика быларҙың барыһын да үҙ эсенә ала ала. Бына шуның өсөн дә бәхетлемен.
– “Беҙҙең халыҡ”ты бар ерҙә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормайҙар, шулай ҙа...
– Шулай. Диктофоның менән этеп-төртөп сығарып ебәргән, һүгенеп ҡыуған саҡтары ла булғылай. Етешһеҙлекте күреп, уны бар донъяға фаш иткән журналист барыһына ла оҡшарға тейеш түгелдер ҙә. Шулай ҙа мөйөшкә ҡыҫып, ҡаты янағандар булманы. Иң әҙәпһеҙ ҡыланғандар – сауҙа хеҙмәткәрҙәре, иң үпкәселдәре – сәнғәт кешеләре, иң зыянһыҙы – енәйәтселәр. Енәйәтселәр тигәнгә аптырамағыҙ: улар һәр төрлө эмоцияларҙан өҫтөн һәм амбицияларҙан азат. Уңайын табып һөйләшә белһәң, интервьюны ла ихлас бирәләр.
Башҡортостандың бөтә холоҡ төҙәтеү колонияларында, төрмәләрендә булып сыҡтым тиерлек. Тәүге тапҡыр командировкала булғандан һуң байтаҡ иҫәңгерәп йөрөнөм, ауыр мөхитте йәнем, аңым ҡабул итә алмай ыҙаланы, һаташтырҙы. Әммә ундағы яҙмыштар минең мейе һандығында ла, материалдар архивында ла ныҡлы урын алды. Мин ул хәлдәрҙе бер генә һүҙ менән бер ҡасан да аңлата алмаясаҡмын. Енәйәтсе ҡурҡыныс булған өсөн түгел был. Унда яңылыш бер аҙым эшләп, хатта эшләмәй, осраҡлы барып эләгеп, бар тормошо юҡҡа сыҡҡан кешеләр хаҡында әсенмәй һөйләй алмайым. Был донъяла аҡ һәр саҡ аҡ булған өсөн генә – аҡ, ҡара ҡара булған өсөн генә ҡара булмай.
– Бындай мөхиттә эшләү төрлө хәлдәргә лә тарыталыр?
– Эйе. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән кеҫә бурҙарына һунарға сыҡтыҡ. Иртәнге сәғәт 7-нән йөрөнөк – дөйөм транспортта, баҙарҙа, магазиндарҙа ҡарауылланыҡ. Тоттоҡ. Береһен эләктереп өлгөрҙөләр, икенсеһе йән-фарман ҡасты. Тотолғанын миңә ҡарауыллап торорға ҡуштылар ҙа, икенсеһе артынан саптылар. Торабыҙ магазин янында. Оҙон егет, ҡулдары артҡа шаҡарылған, аяҡтарын тейешенсә ҡуйған, арты менән тора. Янында мин ҡалтыранам. Хәҙер был оҙон аяҡтары менән мине осора тибә лә, ысҡына… Тубыҡтарым ҡалтырай. Ҡурҡҡанға түгел, енәйәтсе ҡасһа, мине тыуған ил, айырыуса туған полициям ғәфү итмәҫ, тигән уйҙар намыҫымды борсой. Шуға ла, тауышымда тимер сыңы сыңратып: “Ну-ка, стой как положено, не дергайся!” – тип ҡысҡырҙым. Ҡараштарым етди. Торҙо. Әллә мине полиция хеҙмәткәре тип ҡабул итте, әллә ышаныслы ҡаты мөнәсәбәтем шулай тәьҫир итте. Тегеһен дә тотоп килтерҙеләр. Ил алдында намыҫым таҙа!
– Мәктәп һеҙҙе нисек хәтерләй?
– Сибек кенә, теремек кенә отличник итеп. Жанр классикаһы. Уҡырға иртәнге сәғәт 8-ҙә сығып китәм дә, киске 8-ҙә ҡайтып инә инем. Мәктәп президенты булдым, төрлө саралар, түңәрәктәр, музыка, спорт, китапхана – барыһына ла дәртле тотондоҡ. Йәштәрҙең йәшнәп йәшәүҙәрен теләр инем һәр заманда ла. Белемде лә институт программаһынан кәм алманыҡ, беҙҙәгеләй көслө уҡытыусылар берләшмәһе йыш осрамай. Мәктәпте миҙал менән тамамлап, университетҡа уҡырға еңел генә инеп киттем. Тик тәүҙә әсәйем кеүек уҡытыусы булырға хыяллана инем, шулай ҙа нисектер журналистика бүлегендә уҡыным. Бәләкәй саҡта йә уҡытыусы, йә милиция, йә бандит булып уйнап, шуларҙың барыһының да уртаһында ҡайнап йөрөрлөк һөнәр һайланым.
Гәзиттә тәүге мәҡәләм дә 7-се синыфта уҡығанда баҫылды. Тәүгеһе “Йәгеҙ әле, егеттәр!” сараһы тураһында ине. Шунан һуң – “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!”. Артабан “Йә әле, Гүзәл!” ҡомары ҡалҡты. Журналистикаға сикһеҙ мөхәббәтте тәүге курстан һуң практика мәлендә аралашҡан ябай комбайнсылар, һауынсылар, агрономдар уятты. Баҫыуҙарҙы күп иңләнек. Комбайндар араһында күмелеп, бойҙай араһында ятып ҡалған саҡтар ҙа булды. Мажаралар енәйәтселәр артынан ҡыуыуҙан һис кәм түгел. Иртәнге сәғәт 5-тән һауынсылар менән эшкә йөрөгән кешеләр мине аңлар. Колхозсылар, механизаторҙар, башҡа хеҙмәтсәндәр телендә һандуғас һайратҡан шағир, йә йырсы түгел. Хеҙмәт кешеләренең күңел төбөнә төшә алыу – яҡшы журналисҡа хас һыҙат. Йәл, беҙҙә ундай ябай эшсәндәр хаҡында очерктар аҙ. Был дөйөм матбуғатта. Ябай кешенең күңел кисереше – иҫ китмәле бөйөк. Ауылдағы дүрт йыллыҡ практика миңә күпте бирҙе. Шунан һуң “журналист булмайым” тигән уй менән һөнәремә хыянат итмәнем.
– Журналист, шәхес булараҡ, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Кеше характерына ярашлы һөнәр һайлағанда бәхетле һәм уңышлы була. Журналист битараф булмаҫҡа тейеш. Кеше хәленә инә белергә, кәрәк икән, уҫал һәм үткер, үҙ фекерен еткереү өсөн белемле, аҡыллы булыуы шарт, логикаһы ла аҡһамаһын. Бөгөн беҙҙең халыҡ тәрән мәғәнәле тапшырыуҙарға, мәҡәләләргә һыуһаған, яһалмалыҡтан, ҡабатланыуҙарҙан арыған. Журналистиканың “кухня”һын үҙебеҙ генә беләбеҙ, шулай бит? Бөгөн үҙенең белеме, кәңәштәре менән бүлешергә атлығып торған белгестәр бик һирәк. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белергә, ҡайҙалыр рейдҡа, интервьюға барыр алдынан әллә күпме һөйләшеү, ҡайһы саҡ ялбарыу, аныҡлау, дәртләндереү, сәмләндереү кеүек бер ҙә күренмәгән, әммә репортаждарыңда һөҙөмтәһе мотлаҡ һиҙеләсәк әллә күпме эште алып барырға тура килә.
– “Тура эфир” темаһына ла туҡталып китәйек. Унда еңел-елпе хәбәр һөйләү уңышлыраҡмы, әллә инде етди темаларға һөйләшеү ҡыҙығыраҡмы?
– Тура эфир – ул йәшәү рәүеше кеүек. Тормошта илап-зарланып, ялҡауланып йәшәргә лә, дөрләп-янып, геү килеп гөрләтеп йәшәргә лә була. Эфирҙа ла. Һәүетемсә генә көн итергә, йә ялҡынланып донъя көтөргә лә мөмкин. Мин икенселәр рәтендә. Һәр хәлдә, эфирҙы тойоп, уның эсендә ҡайнаумы, йә былай ғына бушлыҡ менән эшкә килеп ҡайтыумы – һәр кемдең үҙенән тора. Әлбиттә, төрлө аудитория бар, һәр кемдең күңел торошо төрлөсә булған мәл бар. Шуға ла киң матбуғат һәр кемде, һәр нәмәне күҙ уңында тотоп эшләргә бурыслы. Ә журналист үҙ йүнәлешен генә тапһын.
Аҡыллы, төплө фекерле һәм һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған журналистика яҡлымын. Ниндәй генә өлкә булмаһын, тапалмаған әйберҙәрҙе яратам. Эксклюзив һәм креативлыҡты. Контрастарҙа эшләү ҡәнәғәтлек бирә.
– Моғайын, атай-әсәйегеҙ гүзәл ҡыҙҙары менән сикһеҙ ғорурланалыр. Әйҙәгеҙ, бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағының туғандары менән дә танышайыҡ.
– Тархандар нәҫеленәнмен. Олатайым 18 ауылға старшина булған, тарханлыҡ иткән. Икенсе олатайым Ленинград блокадаһын үткән, Муса Мортазиндың күсере булған, өсөнсөһө – ауылда беренсе коммунист, уның ҡәбере ауылдан ситтә ята, зыяратҡа күмдермәгәндәр. Учалы районының Ураҙ ауылынанмын. Атайым ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләне, әсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Өйҙә балалар өсөн генә ете-һигеҙ баҫмаға яҙҙырҙылар, мине бейеүгә лә, фортепьяно буйынса музыка мәктәбенә лә, шейпинг, һүрәт төшөрөү түңәрәгенә, башҡаһына ла йөрөттөләр. Китапхананан китаптарҙы санаға һалып ташый инек. Атайым менән әсәйем – йөрәген балаларына биргән шәхестәр!
– Ә һеҙҙе, йөрәген тыңлаусыларын бирә, тип әйтергә мөмкин, шулай бит?
– “Юҡ” тип әйтмәҫ инем. “Йыл журналисы” номинацияһында еңеү яулағас, бер әңгәмәлә: “Махсус репортаждар эшләү һәр кемдең ҡулынан килерлек эш түгел тип һанайһығыҙмы?” – тигәнерәк һорау биргәйнеләр. Ул саҡ ашыҡ-бошоҡ ҡына яуап бирҙем дә, әле уйланып ултырам. Алтмышлаған яҙманы нисек бер тапшырыуға сюжет йәһәтенән камил итеп төҙөп һыйҙырыу, логик яҡтан теүәл итеп килтереп ҡуйыу, уны тапшырыу итеп төҙөп сәғәттәр буйы ултырыу... Уға тиклем аҙналар, айҙар дауамында материал туплайым. Сөнки махсус репортаж – ул журналист эҙләнеүҙәре. Музыкаһына, һәр бер секундына тиклем тиерлек үҙем уйлайым, әммә техник яҡтан режиссер Гөлнур Моталлаповаһыҙ булмай. Ғөмүмән, етәкселәрем: Фәнүр Йәғәфәров, Тәнзилә Үлмәҫбаева ҡолас йәйеп эшләргә мөмкинлек бирмәһә, дәртләндереп тормаһа, бөгөн ҡайҙа, нимә эҙләп йөрөгән булыр инем икән? Бер юлы әйтәйем, беҙҙең етәкселәр – һирәк һәм дан кешеләр һәм коллектив та бына тигән. Шуға ла ундай тапшырыуҙы мин генә эшләй алам, бына шундай мин даһи, бөйөк тип әйтмәҫ инем һәм әйтмәйәсәкмен дә. Мин – махсус репортажға, ул миңә эшләй. Тығыҙ намыҫлы хеҙмәттәшлек.
– Гүзәл, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Үтеп киткән Радио көнө менән һеҙҙе лә, хеҙмәттәштәрегеҙҙе лә ҡотлайбыҙ! Һәр ваҡыт халыҡ менән бер һулыштағы журналист булып ҡалығыҙ!
Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.