09.05.2014 Бер айырылышыу тарихы
Мөхәббәт – һыҙланыу. Унһыҙ, яратҡан кешеңдән башҡа, тын ала алмайһың. аҡылдан яҙмаҫ өсөн Хоҙайҙан ярҙам һорайһың… Был һөйөү ғазаптары һис бер ҡасан һине ташлап китмәҫ кеүек тойола, шуға ла уны төпкә йәшерергә, ҡырҡ йоҙаҡҡа бикләргә, оноторға теләйһең, тик хәлеңдән килмәй… Тәнеңдең ҡайһылыр өлөшөн ҡырҡып алғандар һымаҡ, һәм һин шуның, инде булмаған нәмәнең һыҙлауына түҙә алмай, шашыр сиккә етәһең…
Тиҙерәк ваҡыт үтеп, күҙ йәшем бөтһөн, йәнем ташҡа әйләнһен ине, тип күктәргә өндәшәһең – шул мәл һиңә бәхет кеүек көтөлә, сөнки бер аҙға ғына булһа ла тын алыуы еңеләйер ине…
Һин минең өсөн донъя кендеге, ҡояштың үҙе, йәшәү асылы, һөйгәнем… Тәү күргәндән үҙеңә ғашиҡ булдым: һөйкөмлө йөҙөңә, йылмайғанда ирендәреңдән битеңә йүгергән нурҙарға, яғымлы тауышыңа… Ә һине яҡындан белгәс, һине – яҡты кешене – яраттым.
«Бер айға, уйҙарҙы тәртипкә килтерер өсөн, айырылышып торайыҡ, ирекле ҡош!» – тигән шаңҡытҡыс хәбәрең килде. Һөйгәнеңдән саҡ ҡына күҙ яҙҙырһаң да йөрәк өҙөлөп төшә, ә һин мине һөймәгәнһең, шуға айырылырға тәҡдим иткәнһең... Минең өсөн айырым үткән бер минут тотош быуатҡа тиң булған саҡта, бер ай һөйләшмәҫкә, аралашмаҫҡа, күрешмәҫкә тәҡдим иттең. Ә нишләп бер айға ғына – ғүмерлеккә айырыл! Мәңгелеккә... Инде һине бер ни ҙә тотмай, дүрт яғың ҡибла.
Үҙ-үҙемде күрә алмайым “һин” тип зарыҡҡанға...
¤ ¤ ¤
Беләһеңме, мин бер кемгә бер ҡасан йәбешеп ятманым, саҡ ҡына ситкә китһәләр ҙә, үҙем алыҫҡа оса инем. Мин ирекле ҡош түгел, мин ел бит! Һиңә лә йәбешмәм. Артыңдан бар күперҙе яндырам, кире боролорға һиңә юл булмаһын! Миңә килтергән бер һуҡмаҡ, бер эҙ ҡалмаһын... Юлдарымда осраһаң, һинең яҡҡа әйләнеп тә ҡарамам, һин минең өсөн бынан ары юҡ...
Үҙ-үҙемде күрә алмайым – “һин” тип иҫем киткәнгә...
¤ ¤ ¤
Мин һинең йылыңа, иғтибарыңа мохтаж инем, әммә тап мине шул йылынан, иғтибарыңдан мәхрүм итеп, уны башҡаларға өләштең йәлләмәй... Нисек шуны кисерергә? Быны ғәфү итергә мөмкинме һуң?
Үҙ-үҙемде күрә алмайым – йәнем яртыһын лайыҡһыҙ кешегә биргәнмен...
¤ ¤ ¤
Бер кемгә лә ышанырға ярамай. Ошо һүҙҙе үҙем боҙҙом – башҡа һис бер кемгә ышанмай, тик һиңә генә ышанып, үҙемде тапшырҙым. Эс-серҙәремде һинең менән бүлешеп, үҙ иркем менән ҡулдарыңа бысаҡ тотторҙом. Ошонан ары сәғәт, минут һайын арҡама бысаҡ ҡаҙауҙарын көтөп йәшәйәсәкмен.
Үҙ-үҙемде күрә алмайым – һиңә, ышанысһыҙ кешегә, ышанғанға...
¤ ¤ ¤
Күңелемде аяҡ аҫтына һалып тапаған һинән миңә бер нәмә лә кәрәк түгел. Хәлемдән килһә, хәтеремде юйып, һине лә тормошомдан юйыр инем. Һинең һүҙҙәрең буш һүҙ, күрәләтә мине алдағанһың. Тимәк, беҙҙең уртаҡ ожмах та юҡ. Һиңә иң көслө, иң саф, иң йәшерен тойғоларым менән, үҙем менән уйнарға рөхсәт иттем.
Үҙ-үҙемде күрә алмайым – мин – бысраҡ, ташландыҡ уйынсыҡ...
¤ ¤ ¤
Нишләп йөрәгем ярылманы икән бөгөн?!. Нишләп донъя түңкәрелмәне икән, әгәр минең өсөн ҡояш һүнгәс?! Мин һалҡын бушлыҡта ҡалдым...
¤ ¤ ¤
Бынан ары һиңә уйланырға, буталған уйҙарыңды тәртипкә килтерергә, шуның өсөн ваҡыт сарыф итергә бер сәбәп юҡ – һиңә эште еңеләйттем, үҙем китәм тормошоңдан. Мин юҡ, тимәк, бер нәмә лә юҡ. Һине түгел, үҙ-үҙемде күрә алмайым. Һабаҡ бирҙең, шуның өсөн рәхмәт. Барыһы өсөн ғәфү ит. Рәхәт йәшә. Исемеңде ҡат-ҡат ҡабатлап, бәхет теләйем һиңә.
¤ ¤ ¤
Һине яратыу – гонаһ, тинең.
Мин гонаһ түгел инем... Мин һөйөү инем. Мине Хоҙай үҙе һиңә бүләк иткәйне.
¤ ¤ ¤
“Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, бәхетле булырға ант итәм!” – быға тиклем ошо ғына антым бар ине. Уны үҙемә үҙем бик ауыр саҡта бирҙем – упҡын ситендә бирелгән ант ине ул. Бынан башҡа һис бер кемгә лә, бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә вәғәҙә бирмәнем – һәр һүҙем минең өсөн мөһим, ҡәҙерле, буштан-бушҡа уларҙы елгә осора торған ғәҙәтем юҡ минең.
“Һинең менән башҡаса осрашмаған хәлдә лә, һиңә ғүмер буйы тоғро булырға ант итәм” – был һүҙҙәрҙе мин иң-иң бәхетле сағымда әйттем, күктең ете мең ете йөҙ ҙә етмеш етенсе ҡатында инем. Тәрән, саф, эскерһеҙ һөйөүем, һиңә булған сикһеҙ ышанысым, һинең менән шул тиклем бәхетле булғаным өсөн ихлас күңелдән әйттем. Лайыҡлы булдыңмы һуң минең тоғролоҡҡа?! Кәрәкме һиңә минең тоғролоҡ?! Был һорауҙар хәҙер мөһим дә түгел. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, уны кире ҡайтарып алып булмай... Ә мин әйткәнемде үтәргә ғәҙәтләнгәнмен...
Тик минең һиңә тоғролоғом һине ҡыуандырмаясаҡ, үкенестәр булып йөрәгеңде яндырасаҡ. Сөнки был антым тәүге антымды юҡҡа сығарҙы. Нисек бынан ары бәхетле булырға?! Һинһеҙ нисек бәхетле булырға?! Нисек һинһеҙ булырға?..
¤ ¤ ¤
Кисә бер балаға берәҙәк эттәр һөжүм итә ине. Ул бала бер-ике аҙым атлай ҙа, ептәй тартылып, таш һын кеүек төп-төҙ ҡата, шул саҡта ул ҡурҡыштан тын да алмай һымаҡ... Ә эттәр уны уратып алып, өҫтөнә менә яҙып ырылдай, өрә, һикерә... Шул балаға ярҙамға барҙым, таланырымды уйламаным. Кемгәлер ярҙам итеп, үҙемде ҡотҡарғым килде. Тик ул эттәр, мин барғас, инде тыныс ҡына бер-ике өрҙө лә, ары китеп барҙы. Баланың янына сүкәйеп ултырып, шашып типкән йөрәген ҡаҡтым: “Ҡурҡма, мин яныңда”...
Эттәр минең ҡарашымды абайлап, ундағы тоғролоҡто күргәс, үҙҙәренеке итеп танынымы? Әллә минең дә улар кеүек ташландыҡ икәнемде белдеме? Әллә түбәнселеккә төшөүемдән мине үҙҙәренеке итеп ҡабул иттеләрме? Мин белмәйем. Әммә яралы йөрәгемә тере тамсы төштө...
¤ ¤ ¤
Минең Аллам, һинекенән айырмалы рәүештә, күпкә мәрхәмәтле: шул бала аша мине Хоҙай ҡотҡарҙы. Һин түгел... Ул миңә үҙемдең юлды яңынан күрһәтеп ебәрҙе – мин һиңә кәрәкмәһәм дә, Уға бында кәрәкмен. Минең Аллам шундай мәрхәмәтле, киң күңелле, ярлыҡаусан... Ул мине нисек бармын – шулай ярата. Ул һалған осҡондо һүндермәй, киреһенсә, уны йәлләмәй, мохтаждарға бүлеп биргәнем өсөн айырыуса ярата, хаталарым өсөн кисерә кеүек. Һәр хәлдә, битараф түгел. Ул минең менән һөйләшә...
¤ ¤ ¤
Мине таш бәғер тип уйлайһыңдыр инде... Ирегәйнем һинең өсөн генә, йөрәгемде шар асҡайным. Язаларһың тип көтмәнем... Һин минең өсөн ябай үткенсе түгел инең бит. Ә һиңә булған наҙҙан тыным ҡыҫылған “һин” инең... Хәҙер нимә тиһәң дә, ышаныс юғалған, мин һиңә кире әйләнеп ҡайтмам.
Ә күңелемдә – һинең һының...
¤ ¤ ¤
Ахыры, уйнар өсөн генә мине бушлығымдан, яңғыҙлығымдан тартып сығарҙың да, тағы ла тәрәнерәк упҡынға ырғыттың. Өмөтһөҙлөк упҡынына... Тағы кемдер, унан сығарам, тип ҡулын түгел, йөрәген һуҙһа ла, ҡабул итмәм...
¤ ¤ ¤
Мөлдөрәмә тулы ғына килеш, тамсыһын да сайпылтмай, йөрәгемдә булған бар һөйөүҙе, бар наҙҙы һинең йылы устарыңа һалдым. Ә һин йылмайып, бармаҡтарыңды яҙҙың...
¤ ¤ ¤
Ҡабаттан тыуырға ине... Һинең менән бер бөтөн булыр өсөн...
¤ ¤ ¤
Ул мине һөйә, тип ышанғанда, “бирешмә” тигән һүҙең мине тамуҡтарҙан алып сыға ине...
¤ ¤ ¤
Исемеңдә – ҡояш нуры...
¤ ¤ ¤
Бер, ике, өс... Йүгергәндә мин хәҙер гел шулай һанайым. Һанағанда уйларға форсат ҡалмағандай... Тик барыбер уйланам, уйҙарыма уйылып китәм... Төңөлһәң ине унан, тип үҙемде, хисле йөрәгемде өгөтләйем, балаларҙы әүрәткән кеүек үҙемә алда әллә күпме бәхет юрайым, тик төңөл генә, тим... Аҡылым минең менән риза. Ә йөрәгем әрнеп, һыҙлап тик тора. Бөгөн төндә хатта шул әрнеүгә түҙә алмай, иланым...
Бер, ике, өс... Миңә һинең йылың етмәй... Йәнем тулы ут-ялҡын булһа ла, бармаҡтарым – боҙ... Уларҙы тыным менән өрөп йылытырға маташам, тик барыһы ла бушҡа – һинең тының, һинең йылың кәрәк ине шул! Бер дуҫым яңылыштан ҡулдарыма ҡағылды ла, ҡайҙа, йылытайым, бармаҡтарың боҙ бит, тип йылы устарын асты. Ә мин, тертләп, ҡурҡып, ҡулдарымды йәшерә һалдым, кәрәкмәй, тинем. Ул, ниңә, тип аптыраны: “Туңғанһың бит!” Мин тик бер кешенең, донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле, яҡын кешемдең йылыһына мохтажлыҡ кисергән, уның ҡағылыуҙарына зар-интизар булған бер бисара икәнемде нисек итеп уға аңлатайым икән һуң?!
Бер, ике, өс... Йүгергән ыңғайы йөрәк дөп-дөп килә. Йөрәктең ҡайҙалығын да белмәй инем әүәл. Һине осратҡанға тиклем.
Үҙемде эш менән күмгәнмен, әллә күпме кеше менән бәйләп, уратҡанмын, бер мәлгә лә яңғыҙ ҡалырға мөмкинлек юҡ... Ә шулай ҙа, тап һин янымда булмағас, мин үҙемде һалҡын, моңһоу ай кеүек яңғыҙ тоям. Яңғыҙлығымдың әселегенән икмәк һалһам, ул ашағыһыҙ булыр ине...
Аҙымдарҙы ҡыҙыулатмаһам да, йөрәк шәберәк тибә.
Бер, ике, өс... Һандарҙы күрә алмаҫ хәлгә еттем. Улар мине һинән айыра! Саҡрымдар булып, йәш айырмаһы булып, айырым үткән көндәр-төндәр булып айыра, айыра, айыра...
Мин йүгерәм. Туҡтарға ярамай. Яңғыҙлыҡ һалҡынынан туңмаҫ өсөн йүгерәм. Ошолай йүгереп, үҙ-үҙеңдән дә ҡасып китеп булһа, мин һәр марафонда беренсе булыр инем...
¤ ¤ ¤
Һин минең өсөн донъя кендеге, ҡояштың үҙе, йәшәү асылы, һөйгәнем… Тәү күргәндән үҙеңә ғашиҡ булдым: һөйкөмлө йөҙөңә, йылмайғанда ирендәреңдән битеңә йүгергән нурҙарға, яғымлы тауышыңа… Ә һине яҡындан белгәс, һине – яҡты кешене – яраттым. Күңелеңде һөйҙөм. Ә һиңә барыбер булған кемде осратыу. Осраҡлы рәүештә һиңә тап булғанмын – шуны белеү мине үлтерә…
Был донъяла бергә булмаһаҡ та, ожмахта бергә булырбыҙ, тигән һүҙҙәрең алдаҡ, буш һүҙҙәр булған – ә кәрәкме миңә ожмах һинһеҙ?
Һин – йәнемдең яртыһы. Һөйөүемде быуып ҡына ташлау мөмкин түгел, шуға бөгөн йәнемдең яртыһына ҡәбер ҡаҙам. Һин йәшәрһең яҡты донъяла, тик минең өсөн түгел. Минең өсөн һин башҡаса булмаҫһың. Бынан ары осраһаң да һине күрмәм, тауышыңды ишетмәм – һинең аша үтә ҡарармын, исемеңде онотормон. Төштәремдә һине һағынып илаһам да, өндә күҙҙәремдә үҙеңә ҡарата бер тойғо күрмәҫһең – унда тик буш һалҡынлыҡ булыр…
Илай-илай ҡәбер ҡаҙам мөхәббәтемә… Үҙемә ҡәбер ҡаҙам…
Ә. МӨХӘММӘТОВА.