02.05.2014 Эскенән алкоголизмға – бер аҙым
йәки Ҡотолоу юлы бармы?
Апрель аҙағында “Йәшлек” гәзите редакцияһында билдәле нарколог, юғары категориялы табип Азат Рәил улы ӘСӘҘУЛЛИН менән “тура бәйләнеш” үтте. Редакцияға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бик күп шылтыратыуҙар булды. Улы өсөн йөрәге һыҙлап, атай-әсәләр мөрәжәғәт итте, ҡатындар тиҫтә йылдар эскенән ҡотола алмаған тормош иптәше өсөн борсолоуы менән уртаҡлашты, апайҙары һеңлеһенә, ҡустыһына ярҙам эҙләне. Рәил Азат улы уларҙың һәр береһенә төплө һәм аңлайышлы итеп яуап бирергә тырышты.
Нимә ул алкоголизм?
– Алкоголизм насар ғәҙәтме, әллә ауырыумы?
– Алкоголизм – ул хроник ауырыу, ә эскелек – ул алама ғәҙәт. Бер генә хроник ауырыуҙы ла дауалап булмаған кеүек, алкоголизм да үтмәй ҙә, бөтмәй ҙә, ваҡытлыса ғына туҡтап тора. Хроник ауырыуҙарҙан бөтөнләйгә ҡотолоу осраҡтары булыуы ихтимал, әммә бик һирәк. Нигеҙҙә, мөмкин түгел. Ә дауалау ярҙамында ваҡытлыса еңеләйтеп торорға мөмкин. Нарколог булып 11 йыл эшләү дәүеремдә бик күп пациентты ҡабул итергә тура килде. Шулар араһында 9 – 10 йыл эсеүҙән тыйылып тороусылар бар, әммә уларҙы алкоголик түгел тип әйтә алмайбыҙ. Алкоголизм – бик ауыр сир, кешеләр айҙар, йылдар буйы интегә, тик ҡотола алмай. Алкоголь ҡабул итеү – ул ауырыу түгел, ә ауырыуҙың билдәләренең береһе генә. Тағы бер үҙенсәлеге: алкоголизм – ул психиатрик ауырыу. Бармаҡ ауыртһа, йөрәк ауыртһа, шунда уҡ тоябыҙ, ә күңел ауырыуын тойоуы ҡыйын. Шуға күрә лә күп кенә алкоголик үҙенең ауырыуын аңлай алмай.
– Алкоголизм менән эскелектең айырмаһы нимәлә һуң? Бында ниндәйҙер сик билдәләп буламы?
– Йыш ҡына, мин алкоголик түгелме, тип һорайҙар. Яуап бер: әгәр ҙә кисәге эскенән иртәнсәк башы ауыртып килеп торған кешегә бер рюмка алкоголь тәҡдим итһәң, ул уға ҡарай ҙа алмай, еҫенән уҡшый башлай икән, тимәк, унда бәйлелек юҡ. Ә алкоголик өсөн был бер рюмка араҡы тере һыу кеүек, шуны эсмәй тороп, уға йәшәү юҡ.
Бер үк һыҙланыу…
– Мине беҙҙең ауылдағы эскелек проблемаһы борсой. Иптәшем дә ошо сир менән яфалана. Эсмәйенсә бер-ике ай ғына йөрөй ҙә, 4 – 5 көн туҡтамай эсә. 6-сы көнөнә ныҡ итеп ауырый башлай. Бер нисә көн шулай ҡаты ауырып алғандан һуң бер аҙ туҡтап тора ла, тағы ла эсә. Уға нисек ярҙам итергә мөмкин? Һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Бәлки, үҙен һеҙгә алып барырғалыр? Теләге булмаған кешене көсләп дауалап буламы?
– Проблема бар. Беҙгә алып килеү өсөн иптәшегеҙҙең үҙенең был проблеманы аңлауы кәрәк. Күп кенә пациенттарҙың проблемаһы шунда, уларға эсеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыралар. Йәғни ул эсә, ауырый, ә янындағылар, йәлләп, нисек тә хәлен аңларға, ярҙам итергә тырыша. Шуға күрә ул дауаланыуҙың мәғәнәһен дә күрмәй. Уға былай ҙа насар түгел. Әгәр ҙә ысынлап та эсеүен туҡтатырға теләйһегеҙ икән, үҙе эсеүҙән баш тартһын, йә дауаланырға теләге уянһын өсөн түҙеп торғоһоҙ шарттар тыуҙырырға кәрәк. Балаға ла бит гел яңы уйынсыҡ алһаң, шуға өйрәнә. Әммә бер тапҡыр алмаһаң, таптыра-таптыра ла, һуңынан күнә.
Табиптар йыш ҡына, ауырыуҙы башланғыс стадияһында дауаларға кәрәк, ти. Ябай ғына миҫал. Шул уҡ кариесты ла тәүге стадияһында дауалауы еңелерәк тә, арзанға ла төшә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблема килеп тыумайынса табипҡа мөрәжәғәт итмәйбеҙ. Шуның кеүек, алкоголизмды ла тәүге стадияһында дауалауы еңелерәк һәм һөҙөмтә лә икенсе. Ә кешене көсләп дауалау мөмкин түгел. Физик йәһәттән дә, әхлаҡи яҡтан да хоҡуғыбыҙ юҡ.
– Ҡустымдың дауаланырға теләге бар, тик нисек дауаланырға? Код менән дауалау хәүефле түгелме? Был алымдың кешене үлемгә килтереүе ихтимал, тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Кодировкалау хәүефле түгел, ә һуңынан алкоголь менән бәйләнешкә инеү – икенсе мәсьәлә. Кодировкалауға ҡарағанда, алкоголизмдан үлеү осрағы күберәк түгелме ни? Бөтә енәйәттәрҙең 96 проценты тиерлек эскән килеш башҡарыла. Суицид, урлашыу, талау, туҡмау һ.б. Шул уҡ юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһенә эскән водителдәр ғәйепле. Кеше, кодировка үтеп, үлеп ҡуйһам, тип, дауаланмаҫ өсөн сәбәп кенә эҙләй. Күптәр, мәҫәлән, теш табибына йөрөргә ҡурҡа, әммә барырға кәрәк. Шулай бит?! Һәм тағы – күптәр кодировкалауҙы, ампула тегеп ҡуялар, тип аңлай. Был дөрөҫ түгел. Быяла ампуланы бер кемгә лә тегеп булмай. Кодировкалау кеше организмына дарыу ебәреүҙе аңлата. Уның йоғонтоһо ярты йыл, бер, ике, өс йыл дауам итеүе бар. Бөтә ғилләһе шунда – ул кешелә эске килеү тойғоһон баҫа.
– Үҙебеҙҙең ҡайғы менән уртаҡлашып, Бәләбәй яҡтарынан шылтыратабыҙ. Улыбыҙ ярты йыл инде туҡтамай эсә. Үҙенең эсеүҙе ташларға теләге лә юҡ шикелле. Нисек уны был ғәҙәтенән арындырырға? Зинһар, кәңәш бирегеҙ әле.
– Үҙегеҙ генә уға ярҙам итә алмаясаҡһығыҙ, мотлаҡ дауаханаға алып барырға кәрәк. Уны был хәленән сығарыу өсөн оҙайлы дауалау курсы үтергә тура киләсәк. Хатта бер нисә ай дауам итеүе ихтимал. Шуға күрә, үҙегеҙҙең наркологтан йүнәлтмә алып, кәрәкле анализдарҙы тапшырып, Өфөгә, Республика наркология диспансерына килегеҙ.
– Дауаланғым килә, әммә ҡурҡам. Кешеләр минең бахмурҙан ныҡ итеп ауырыуыма ышанмай. Түҙергә тырышып ҡараһам да, түҙә алмайым, баш төҙәтеү теләге минән көслөрәк. Эргәмдәге кешеләргә хәлемде нисек аңлатырға һәм унан нисек ҡотолорға? Үҙемде алкоголик тип һанамайым.
– Кешене ауырыуы түгел, ә был ауырыуға башҡаларҙың мөнәсәбәте борсой. Бында артыҡ ҙур проблема күрмәйем, 40 минут самаһы яҡшы ғына итеп эш алып барыу ҙа етә тип уйлайым. Эске килеү – ул киҙеү ваҡытында танау тонған, йә ангинанан тамаҡ ауыртҡан кеүек үк ауырыуҙың билдәһе. Ауырыу, әлбиттә, яҡшы нәмә түгел. Әммә шуны аңларға кәрәк, ауырыуыңды таныуы ҡыйынмы, әллә ауырыуымы? Ауырыуын таныған кешегә ярҙам итергә әҙербеҙ.
– Һеңлемә ярҙам итергә ине. Ул ауылда йәшәй, эсә, үҙе лә ыҙалана, атай-әсәйемде лә йонсота. Ҡайҙа ғына йөрөтөп ҡараманыҡ, бер ҙә файҙаһы булманы. Нисек һеҙгә эләгергә икән? Дауаланыу түләүлеме?
– Үҙәк район дауаханаһынан йүнәлтмә алып, Республика наркология диспансерына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Йүнәлтмә менән килһәгеҙ, дауаланыу бушлай. Ә дауалау курсының оҙайлығы ауырыуҙың хәл-торошона бәйле. Ғәҙәттә, ете көндән 45 көнгә тиклем.
– Йылайыр районынан шылтыратабыҙ. Ирҙәрҙең эсеүе үҙәккә үтте. Укол да эшләтеп ҡараныҡ, файҙаһы юҡ. 3 – 4 ай айыҡ йөрөйҙәр ҙә, эсеп ала ла китәләр. Бер башлаһалар, аҙна-ун көн дауам итә. Эскелектән ҡотолоу юлы бармы икән?
– Дауаханаға һалып, тикшереү үткәреп, дауаларға кәрәк. Дауалау йылдар буйы дауам итеүе ихтимал, сөнки бөтә торған ауырыу түгел. Оҙаҡ дауаланғанда ғына һөҙөмтәһе күренә. Сибай ҡалаһындағы наркология диспансерына барырға мөмкин, теләгегеҙ булһа, Өфөгә лә килә алаһығыҙ.
– Ирем эсә. Нимә эшләргә лә белмәйем. Ғаиләне һаҡлап алып ҡалып буламы, әллә айырылышырғамы? Уны нисек эскелек йоғонтоһонан арындырырға? Һеҙгә алып барырға мөмкинме?
– Һәр кем үҙе ҡарар ҡабул итә. Алкоголдән башҡа ғаиләне тотоп тороусы башҡа факторҙар ҙа бар бит әле. Эсеүҙең дә төрлөһө була: нисек эсә, күпме… Беҙгә алып килергә ярай, әлбиттә. Консультация алырға мөмкин. Кәрәк икән, дауалау курсы үткәрәбеҙ.
– Республика наркология диспансерына барып, дауаланғым килә лә, һуңынан иҫәпкә ҡуйырҙар, тип ҡыйынһынам. Иҫәптә тороуҙың берәй зыяны бармы? Водитель танытмаһы алыу өсөн кәртә булып тормаҫмы?
– Наркология диспансерында иҫәптә тороуҙан ҡурҡыуҙың мәғәнәһен күрмәйем, ул бер нәмәгә лә ҡамасаулай алмай. “В” категорияһына водитель танытмаһы алырға мөмкин. Әлбиттә, профессиональ водитель була алмайһығыҙ. Эскән кешегә берәү ҙә пассажир тулы автобусты ышанып тапшыра алмай.
– Мин Бәләбәй ҡалаһында йәшәйем. Бер тапҡыр Республика наркология диспансерына барҙым. Сит ил препараты тип, дарыу һалдылар, әммә мине алданылар шикелле. Психолог менән дә һөйләшкәнем булды. Һөйләгәнендә бер яңылыҡ та күрмәнем. Бер рюмка араҡы эсһәм, туҡтай алмай ҙа ҡуям. Миңә хәҙер нимә эшләргә?
– Әйтәләр бит, тәүге рюмканы мин алһам, икенсеһе мине ала, тип. Дауалауға килгәндә, бер кем дә һеҙҙе алдамағандыр, тик ҡайһы берәүҙәр дарыу йоғонтоһона бирелмәй, дарыуҙың уларға көсө етмәй. Тимәк, һеҙҙе икенсе препарат менән дауалап ҡарарға кәрәк. Теләгегеҙ һәм тырышлығығыҙ булһа, яңынан дауалау курсы үтеп ҡарарға мөмкин. Барыһы ла үҙегеҙҙән тора.
Нисек дауаланырға?
– Алкоголизмдан үҙ аллы дауаланып буламы?
– Дауалау һүҙе, ғөмүмән, табиптарға ҡарата ғына ҡулланыла. Табип үҙ-үҙен дауалай ала, ә инде кемдер ниндәйҙер башҡа саралар ҡуллана, өшкөртәме, йә ниндәйҙер препараттар эсәме – ул дауаланыу тип аталмай.
– Һеҙгә был проблема буйынса мөрәжәғәт итеүселәр күпме? Көнөнә күпме кеше ҡабул итәһегеҙ? Дауаланыу ниндәй һөҙөмтәләргә килтерә?
– Беҙҙең стационарҙа 45 урын, уның бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ. Шулай уҡ шәхси ҡабул итеү алып барам, көнөнә мотлаҡ 4 – 5 кеше мөрәжәғәт итә. Теркәп барғандарынан ғына былтыр 2300-ҙән ашыу кеше килеп сыға. Ғөмүмән, наркология диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 80 процентында ыңғай яҡҡа үҙгәреш бар. Әлбиттә, иң мөһиме – пациенттың теләге. Теләге булғанда уның менән эшләүе лә еңелерәк, дауалау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.
– Дауалағанда ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
– Ысулдар бик күп. Иң беренсе рациональ психотерапия ҡулланыла. Йәғни беҙ аңлатырға тейешбеҙ: нимә, нисек, ҡайһылай яҡшыраҡ һ.б. Шул ваҡытта кеше ни өсөн эсергә ярамауы хаҡында уйланасаҡ. Баланы ла, был ярамай, тегеләй эшләмә, тип тыйһаң, унда ҡыҙыҡһыныу көсәйә генә бит. Ҡайһы осраҡта беҙгә пациентты алып киләләр ҙә, ҡурҡытығыҙ, башҡа эсмәҫлек булһын, тиҙәр. Үҙ тормошонда нимә генә күрмәгән әзмәүерҙәй ир-егетте нисек ҡурҡытырға мөмкин һуң?! Наркологтың төп маҡсаты – уның менән һөйләшеп, ауырыуҙың асылын, эҙемтәһен аңлатыу.
– Дарыуханаларҙа алкоголизмдан төрлө препараттар һәм биологик әүҙем ҡушылмалар (БАД-тар) тәҡдим итәләр. Улар ярҙам итәме?
– Препараттар, дарыуҙар күп, бик яҡшылары ла бар. Әммә уларҙы ҡулланыу өсөн табипҡа күренергә кәрәк. Бер үк дарыуҙың бар кешегә лә тура килмәүе ихтимал. Шуға күрә табип ниндәй дарыу эсергә үҙе тәғәйенләй. Ә биологик ҡушылмаларға килгәндә, уларҙы ҡулланмайым да, тәҡдим дә итмәйем.
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙең дауалау алымы халыҡ табиптарыныҡынан нимәһе менән айырыла? Кемдер өшкөрә, кемдер гипноз менән дауалай… Шуларҙың ҡайһыныһы иң дөрөҫө?
– Ниндәйе килешә, шуныһы дөрөҫтөр. Беҙҙең дауалау нимәнән ғибәрәт? Пациент менән осрашабыҙ, һөйләшәбеҙ, лаборатор тикшереүҙәр үткәрәбеҙ, шунан һуң ғына уға дауалау схемаһын тәҡдим итәбеҙ. Йә стационарҙа ятып дауалана, йә амбулатор-стационар дауаланыу курсы ала, йә реабилитация үҙәгенә ебәрәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең республикала бик яҡшы ике реабилитация үҙәге бар. Унда бушлай реабилитация үтергә мөмкин.
– Аноним рәүештә дауаланыу мөмкинлеге бармы?
– Бар, түләүле.
– Наркодиспансерға эләгеү өсөн ниндәй документтар кәрәк? Наркологтан йүнәлтмә алыу мотлаҡмы? Түләүле дауаланыу курстары бармы? Яҡынса күпмегә төшә?
– Бушлай дауаланыу үтеү өсөн үҙегеҙҙең наркологтан мотлаҡ йүнәлтмә алырға кәрәк, анализдар ҙа бирергә тура килер, ә түләүле дауаланыуға булмаһа ла ярай. Хаҡтарға килгәндә, ятып дауаланғанда, өс урынлы палатала бер урын көнөнә 1300 һум, ике урынлы палатала – 1400 һум.
– Киҙеүҙән, ҡыҙылсанан, башҡа ауырыуҙарҙан профилактика рәүешендә прививкалар эшләтәләр. Эскелектән прививка уйлап табырҙармы икән?
– Генетика шул кимәлгә етһә, бик тә булыуы ихтимал. Әлегә юҡ.
– Ә тәмәкенән?
– Тәмәкенән дә юҡ, дарыуҙар ғына бар.
Эскелек ниндәй эҙемтәләргә килтерә?
– Эскән ата-әсәнең балаһы эскегә тиҙ бирешә, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– Алкоголизм – ул генетик бәйле кәмселек. Беҙ әле тикшереүҙәр алып барабыҙ, ДНК сылбырын өйрәнәбеҙ. Ата-әсәһе эскелек менән мауыҡҡан балаларҙа генетик кәмселеге булған гендар кимәле, башҡа тиҫтерҙәре менән сағыштырғанда, күпкә юғары. Алкоголизмдың үҫешеү хәүефе лә көслө. Бер яҡтан, биологик бәйлелек көслө булһа, икенсенән, ғаилә тәрбиәһе лә ҙур роль уйнай. Көн һайын ата-әсәһенең эсеүен күреп үҫкән бала уны норма тип ҡабул итә башлай, үҙе лә шулай йәшәргә өйрәнә.
Кемдәр эсә?
– Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрегеҙҙән сығып, алкоголиктарҙың уртаса йәшен билдәләй алаһығыҙмы?
– Яҡынса 35 – 45 йәш. Шуныһы ҡыуаныслы, йәшерәк быуын эсеүҙең зыянын аңлай башланы. Эсеү ул иҡтисади яҡтан да отошһоҙ. Беренсенән, иҫерткес эсемлек һатып алыу өсөн аҡса түгергә кәрәк, икенсенән, эсеп, эшкә бармаһа, эш хаҡы түләнмәй, йәғни, тағы аҡса юғалтаһың, тигән һүҙ. Әлбиттә, эш аҡсала ла түгел, сәләмәтлек юғала. Тормошта уңышлы кеше булыу өсөн сәләмәтлек кәрәк.
– Эскән ҡатындар күберәкме, ирҙәрме?
– Бик бәхәсле мәсьәлә. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында көслө зат вәкилдәре күберәк. Эш дәүеремдә ҡатындар алкоголизмы менән ирҙәр алкоголизмы араһында айырма күрмәнем. Ә бына эскән ир менән эскән ҡатынға ҡарата йәмәғәтселектең мөнәсәбәте айырыла. Урамда эскән ир күрһәләр, әллә ни иғтибар ҙа итмәйҙәр, ә иҫерек ҡатын бөтөнләй икенсе ҡараш уята. Шуның кеүек, эскән ҡатынға табипҡа барып, үҙенең эсеүен таныуы ла оят. Миңә йыш ҡына ҡатындар – ирҙәрен, әсәләр улдарын дауаларға алып килә, ә ир кеше ҡатынын алып килгән осраҡ ни бары ике тапҡыр ғына булды. Улары ла һуңынан ҡатындарын айырып, икенсегә өйләнгән булып сыҡты. Шуны әйтергә теләйем: ҡатындар ирен алкоголизмдан ҡотҡарыу өсөн аҙаҡҡаса көрәшһә, ирҙәр был мәсьәләгә башҡасараҡ ҡарай.
– Ниндәй һөнәр кешеләре алкоголизмға тиҙ бирешә? Берәй статистика бармы?
– Статистика бар, әлбиттә. Иң беренсе сиратта күберәк стресҡа килтергән һөнәрҙәр. Бында адвокатура, көс структуралары, шул уҡ медицина өлкәһен индерергә мөмкин. Ғөмүмән, медицина иң алдынғы урындарҙың береһен биләй. Минең пациенттарым араһында ла табиптар бар. Быны нисек аңлатырға? Әйтәйек, хирург төнгө дежурҙа. Аварияға эләккән, йә башҡа сәбәп менән йәрәхәтләнгән ауырыуҙы килтерәләр. Бите-ҡулы ҡан, эсендәге яранан эсәктәре сығып килә һ.б. Ошо күренеш бер нисә көн күҙ алдынан китмәй, йоҡлай алмай интегә. Бына шунда берәр рюмка эсһә, онотола, еңел булып ҡалған кеүек. Һәм яйлап-яйлап үҙенең араҡы ҡолона әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Шулай уҡ ауыр физик эш менән бәйле һөнәр кешеләре араһында ла алкоголиктар күп. Сәбәбе – эштәге арыуын баҫыу өсөн эсә башлайҙар. Ғөмүмән, пациенттарым араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: механизатор ҙа, уҡытыусы ла, табип та, мәҙәниәт хеҙмәткәре лә, бизнесмен да, профессор ҙа, академик та.
– Эскелеккә ихтыярһыҙҙар тиҙ бирешә, тиҙәр…
– Юҡ. Минең ауырыуҙарым араһында бер кеше бар, ул университет бөткән, Мәскәүҙә аспирантура тамамлаған, сит ил вуздарында уҡыған, үҙенең эшен асҡан, бик тә уңышлы кеше. Әммә ваҡыты-ваҡыты менән беҙгә килеп, дауаланып сыға. Мин уның хаҡында, ихтыяр көсө юҡ, тип әйтә алмайым. Көслө ул, әммә алкоголизм менән ауырый.
Ҡайһыныһы ҡурҡынысыраҡ?
– Һуңғы ваҡытта һыра алкоголизмы йышайҙы. Уның айырмаһы нимәлә?
– Айырма бар, әлбиттә. Дауалауҙа түгел, ә ауырыуҙың үҫешендә. Кешеләрҙең иң төп хатаһы – һыра менән мауығыуҙың хәүефен күрмәүҙә. Беҙгә был мәсьәлә менән киләләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында үҫмерҙәр ҙә бар.
– Наркомания нимәһе менән ҡурҡыныс? Уны дауалап буламы? Һеҙгә наркомандар менән күберәк эшләргә тура киләме, әллә алкоголиктар менәнме?
– Наркомания – ул күпкә ҡатмарлыраҡ һәм хәүефлерәк. Хәҙер наркотиктарҙың тарта, һура торған яңы төрҙәре барлыҡҡа килде. Улар элеккеләренә ҡарағанда күпкә көслөрәк, ярты йыл, йыл ярым эсендә кешенең психикаһын тотош юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Аҙаҡ бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Шуға күрә, әй, ул тәмәке кеүек кенә бит, тип ҡарарға ярамай, улар героинға ҡарағанда ла яманыраҡ емергес көскә эйә. Беҙҙең пациенттар араһында алкоголиктар күберәк.
– Үҫмерҙәрҙе наркобәйлелектән нисек һаҡларға?
– Иң беренсе сиратта, ата-әсәһе, мәктәп менән эш алып барырға кәрәк. Сөнки үҫмер бөтә хәүефте аңлап етмәй. Уның әле үлемдән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаған сағы. Үлемдең нимә икәнен кеше ул йәштә аңлап етмәй. Тыйыу кәрәк. Икенсенән, спортҡа, башҡа ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә йәлеп итеү мөһим. Ваҡыты файҙалы шөғөл менән үтһен, үҙенең һәләтен, мөмкинлектәрен үҫтерһен.
– Улым, Азат, Ейәнсура районынан шылтыратабыҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә. Ауылдан бер нисә кешене алып барып дауаланыҡ. Күпме кешене эскелек һаҙлығынан ҡотҡарҙығыҙ. Эсеп, йонсоп, үлер сиккә еткәйнеләр. Ағыулы Ҡаҙағстан араҡыһы әҙәм балаһын бөтөрөп бара бит. Иҫән-һау ғына булығыҙ, ҡыуанып йәшәгеҙ. Бәхетле булығыҙ. Шул тиклем һеҙгә рәхмәтлебеҙ.
– Рәхмәт.
“Тура бәйләнеш”те
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА, Илфат ИШМӨХӘМӘТОВ ойошторҙо.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.