«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кеше булмаған ерҙә радиация хәүефе янамай



25.04.2014 Кеше булмаған ерҙә радиация хәүефе янамай

Кеше булмаған ерҙә радиация хәүефе янамаййәки Тәбиғәт үҙен-үҙе таҙарта, ә кеше балаларына йоҡтора
Апрелдә йыл һайын радиация һәләкәттәрендә ҡорбан булыу­сыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был дата 1986 йылдың 26 апрелендә булған Чер­нобыль фажиғәһе айҡанлы булдырылған. Бөтә донъяны тетрәткән ядро һәләкәте була ул. Һандарға туҡталһаҡ, атмосфераға 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла. Ике аҙна буйына янғын дауам итә. Чернобыль халҡы Хиро­симаға төшкән атом бомбаһы шартлауынан 90 тапҡыр артығыраҡ нурланышҡа дусар була. Бөтәһе 160 мең квадрат километр биләмә бысрана. Авариянан һуң ҡайһы бер илдәр атом энергетикаһы өлкәһендә эшләүҙән баш тарта. АЭС-тарҙың хәүефһеҙлеге ныҡ тикшерелә. Һөйләй китһәң, Чернобыль бәләһе бөгөн дә дауам итә. Кешеләрҙең сире булып, тәбиғәттең һаман таҙармауы, тереклек мөхите зарарланыуы булып.
Атом, ядроның ҡурҡыныс булыуы хаҡында күпме генә яҙмаһындар, уны ҡулланыуҙан кешелек бөтөнләй баш тартмаясаҡтыр, моғайын. Сөнки тап ошо һүҙҙәрҙә көс һәм ҡеүәт, йоғонто яһау, өҫтөнлөк итеү сағылып ҡала һымаҡ.

СССР башлай

Бөйөк Ватан һуғышы тамамлан­ғас, совет ғалимдары атом энергияһын тыныс шарттарҙа файҙаланыу ысулдарын өйрәнә башлай. 1949 йылдың 29 авгусында тәүге атом бомбаһын һынауҙан алдараҡ та энергия алыуҙа ҡулланыу мөмкинлеге ҡарала. Донъялағы тәүге АЭС-тың да тап Рәсәйҙә төҙөлөүе юҡҡа түгелдер. Төҙөлөш 1950 йылдың майында Калуга өлкәһендә башлана ла дүрт йылдан 5 МВт ҡеүәтендә энергия алына. Артабан төрлө үҫешкән илдәрҙә атом электр станцияларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. Әммә Чернобылдәге авария ғына ынтылыштарҙы бер аҙ туҡтата. Шулай ҙа АЭС-тар картаһына ҡараһаң, улар Австралияла, Африканың байтаҡ илендә һәм Европаның бер-ике дәүләтендә генә юҡ.
Һәр атом электр станцияһы тирә-яҡҡа өс йүнәлештә йоғонто яһай: атмосфераға газ бүленә (шул иҫәптән радиоактив газ), ҙур күләмдә йылылыҡ сыға, станция тирәләй шыйыҡ радиоактив ҡалдыҡтар тарала. Бөгөн хәүефһеҙлек саралары тураһында етди хәстәрлек күрелә. АЭС-тар, нормаларға ярашлы эшләгәндә, экология яғынан йылылыҡ электр станцияларына ҡарағанда таҙараҡ та, тиҙәр. Тик авария булһа ғына ғәләмәт зыянлар­ға әҙер тора.
Һәләкәтһеҙ
буламы ни?

Донъяла радиация аварияларының тарихы 1944 йылда башлана. Ошо йылда АҠШ-тың тәүге атом бомбалары эшләү өсөн ядро материалдарын тикшереү алып барыл­ған лабораторияһында уран иретмәһе шартлай. СССР-ҙа беренсе авария 1948 йылда Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ” комбинатында була. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәммәһе лә, шул иҫәптән стройбат һалдаттары ла нурланыш ала. Был ваҡиғанан һуң йыл үтер-үтмәҫтән ошо уҡ комбинаттан шыйыҡ радиоактив матдәләр йылғаға ағып, 41 тораҡ пункт­тағы 124 меңләп кеше ағыулана. Хәтәр нурланышҡа 30 меңгә яҡын кеше дусар була.
Артабан “Ҡыштым һәләкәте” исеме аҫтында тарихҡа инеп ҡалған тағы бер авария 1957 йылда теркәлә. Совет осоронда был фажиғә йәшереп тотола. “Маяҡ”тың “күргәндәре” уның менән генә бөтмәй әле. 1967 йылда комбинат радиоактив ҡалдыҡтар түгеү өсөн файҙаланған Ҡарасай күле ныҡ һайығып, 2 – 3 гектарлап яр буйы, тағы шул күләмдә төбө ҡорой. Шул ҡоро ерҙән радиоактив саң күтәрелеп, 40 меңләп кеше йәшәгән биләмә бысрана.
Канадала, АҠШ-та, Бөйөк Британияла, Швейцарияла атом электр станциялары, реакторҙар шартлай. Япония ла был юҫыҡта зыян күреп кенә тора. 1999, 2004, 2011 йылдарҙа төрлө АЭС-тарҙағы аварияларҙа радиация тарала. Һуңғыһына, “Фукусима – 1” реакторының эшлектән сығыуына, ер тетрәү сәбәпсе. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, радиация Тымыҡ океан буйынса таралған, Аляскаға килеп еткән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре белдереүенсә, аварияның кеше сәләмәтлегенә зыянының ысынбарлыҡтағы һөҙөмтәләре 15 йылдан һуң билдәле буласаҡ.
Фукусимала зарарланған тупраҡты юҡ итеү эше дауам итә. Ерҙең өҫкө ҡатламын алып, махсус һаҡлағыстарға күмәләр. Был эште тамамлау өсөн 30 йыл ваҡыт үтәсәк.

Радиацияның
тәьҫире

Радиацияның барлығы асыҡлан­ғандан (XIX быуат аҙаҡтарында) алып, артыҡ нурланыш тире ҡыҙарыуы менән генә күренә, тип һанал­ған. Ә инде XX быуат урталарында исемлеккә үҙәк нервы системаһы, ашҡаҙан-эсәк юлдары, елек зарарланыу ҙа өҫтәлгән. Тағы ла бер аҙҙан нурланыш эҙемтәләренең шундуҡ ҡына күренмәй, ә бер нисә йыл үткәс тә килеп сығыуы асыҡ­лан­ған. Бындай йәшерен төрө тағы ла көслөрәк сирҙәргә дусар итеүе билдәле булған. Көслө сир тигәнем – яман шеш. Йәнә лә – мутация, йәғни генетик кодтың үҙгәреүе.
Организмдың төрлө ағзаһы радиацияға төрлөсә һиҙгер. Иң ауыр йоғонто – аталыҡ һәм түллек биҙҙәренә. Ошонан сығып, радиацияның тиҙ генә бөтмәүе, хатта балаларға, ейәндәргә хәүеф булып “йәшәүе” хаҡында әйтергә мөмкин. Өҫтәүенә, нурланыш алған кеше насар ғәҙәттәре менән үҙе үк сир ҡурҡынысын көсәйтә. Мәҫәлән, нурланышҡа дусар булған кеше тәмәке тартһа, үпкә яман шеше хәүефен күп тапҡырға яҡынайта.

Тәбиғи радиация һәм кеше “яһағаны”

Ғөмүмән алғанда, тәбиғи радиация һәр ваҡыт булған. Ер, һауа, һыу, үҫемлектәр, йәнлектәр – бөтәһендә лә ниндәйҙер кимәлдә радиоактивлыҡ бар. Радиацияның бындай “йәшәйеш”енә кеше бер нисек тә йоғонто яһай алмай. Тәбиғи радиацияның бер сығанағы – йыһандан. Әгәр атмосфера булмаһа, был ҡеүәтле нурҙар ерҙәге бөтә нәмәне шундуҡ юҡҡа сығарыр ине. Бөгөн кеше эшмәкәрлеге озон тишектәре яһалыуға булышлыҡ итә. Тап ошонан артыҡ радиация инә лә инде. Йыһан нурланыштары ерҙә диңгеҙ кимәленә, киңлектәргә бәйле. Ерҙән ни тиклем юғарыраҡ, космик нурланыш та шул тиклем көслө. Мәҫәлән, экваторҙағы радиация полюстарға ҡарағанда көслөрәк. Ғалимдар шундай асыш яһаған: күп ваҡытын һауала үткәргән стюардессаларҙа һуңғы арала йыш теркәлгән түлһеҙлеккә йыһан радиацияһы “ғәйепле”.
Ерҙәге тәбиғи радиация башлыса минералдарҙа тупланған. Былай ятҡылыҡ янында ғына хәүефле булһа ла, кеше төҙөлөш материалдары менән үҙенә яҡынайта, күмер яндырыу, ергә фосфор ашламалары һибеү ҙә радиоактивлыҡты тарата. Унан инде өҫтәлгә үк килеп ҡунаҡлауына ла күп ҡалмай. Хатта кирбес йә панель йортта радиацияның юғарыраҡ булыуы мөмкин.
Радон тураһында ла ишеткәнебеҙ бар. Ул – радиоактив инерт газ. Ер аҫтында күпләп туплана ла, файҙалы ҡаҙылмалар менән, йә ерҙәге ярыҡтарҙан өҫкә сыға. Был газдан ҡотолоу әллә ни ауыр түгел – бинаны даими елләтеп торһаң, хәүеф бер нисә тапҡырға кәмей.
Яһалма радиацияға килгәндә, быға кеше үҙе юл асҡан. Ядро ҡоралы, сәнәғәт ҡалдыҡтары, атом электр станциялары – төп сығанаҡтар. Былары, әлбиттә, тәбиғи радиацияға ҡарағанда күпкә ҡурҡынысыраҡ. Әммә кешене был туҡтатмай. Хатта Чернобыль һәләкәте кеүектәрҙән һуң да.

Ҡайҙа йәшерергә?

Кеше тәүҙә ниндәйҙер бер хәүефле нәмәне аса, шунан уны күпләп етештерә һәм ҡуллана, артабан унан нисек ҡотолорға белмәй аптырай. Шулар иҫәбендә – ядро яғыулығы, радиоактив матдәләр ҡалдығы. Ер аҫтына ла күмергә уйлайҙар, төпкә, океанға төшөрөргә лә, хатта космосҡа осорорға ла. Юғары радиациялы ҡалдыҡтарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара проект та бар, имеш. Һаҡлағыс сифатында Рәсәй менән Австралия ерҙәре тәҡдим ителә. Әммә Австралия властарын был бер ҙә ҡыуандырмай, улар баш тартҡан. Исемлектә кем ҡалды?
Ҡалдыҡтарҙы күмеү урыны итеп утрауҙар ҙа ҡарала. Йыһанға олаҡтырыу һәйбәт тә, сөнки радиоактив матдәләр мөхиттән ғүмерлеккә “сығарып ебәрелә”, тик бик ҡиммәткә төшәсәк һәм ракеталар аварияға осрап ҡуйыр тип тә ҡурҡалар.
Әйткәндәй

Ғалимдар ҡыҙыҡ ҡына мәғлүмәттәре менән уртаҡлаша. Британия тикшеренеүселәре, Чернобыль һәм Фукусима һәләкәттәренән һуң таралған радиацияның тәбиғәткә зарары улай уҡ ҡурҡыныс түгел, тип раҫлай. Баҡһаң, Чернобылдең тыйылған зонаһында күп тереклек үҙен яҡшы тоя, имеш. Ғалимдар белдереүенсә, быға ул тирәлә кешенең булмауы булышлыҡ итә. Йәғни бөтә бәләләрҙең башы – кешелә. Кеше теге йәки был территорияла юҡ икән, унда тәбиғи тормош сәскә ата. Үҫемлектәр ҙә, хай­уандар ҙа иркен йәшәй.

Фекер

Хәлил КУМБУР, Төркиә профессоры, фән докторы:
– Йылылыҡ электр станциялары мөхитте ныҡ бысрата – атмосфераға күпләп углекислый газ “ырғыта”. Ә атом электр станциялары глобаль йылыныуҙы 20 процентҡа тиклем кәметә.

Украина генетигы, профессор Вячеслав Коновалов Чернобыль һәләкәтенә ҡағылышлы уникаль коллекция туплаған. Бында ул радиациялы биләмә­ләр­ҙән биологик материалдар йыйған. Коллекция хайуан һәм кеше яралғыларынан (аборттан һуң) ғибәрәт. Йөҙҙән ашыу ҡот осҡос мумия төрлө кимәлдәге мутацияны күрһәтә. Заманында ғалим халыҡты ҡурҡыуға һалған коллекцияһы арҡаһында илдән сығып китергә лә мәжбүр булған. Хәҙер экспонаттарҙы киләсәк генетиктары өсөн банкаларға тултырып, ергә күмеп ҡуйған икән.

Ҡаҙағстан, Бөйөк Британия һәм Финляндия ғалимдары берлектә Семипалатинскиҙа булған ядро һынауҙары (СССР-ҙағы беренсе ядро бомбаһы һынауы) эҙемтәләрен тикшереп, шундай һығымтаға килгән: был районда йәшәүсе кешеләрҙең генетик мутацияһы башҡа төбәктәрҙәгегә ҡарағанда дүрт-биш тапҡырға юғарыраҡ. Мутацияның нурланыш алыусыларҙың балаларына, ейәндәренә лә күсеүе күҙәтелгән. 40 ғаиләнең өс быуын вәкиле тикшерелгән. Семипалатинск полигонында 1949 йылдан 1989 йылғаса 400 шартлау ойошторол­ған.

Ядро электр энергияһы етештереүсе илдәрҙән иң алда АҠШ тора. Бында 104 реактор эшләй. Рәсәй – дүртенсе урында. Донъяла 371,923 ГВт ҡеүәтендә энергия етештереүсе 436 атом реакторы бар.

Рәсәйҙә 10 АЭС һанала. Махсус федераль программаға ярашлы, яҡын киләсәктә тағы ла алты станция сафҡа индереләсәк, шуларҙың икәүһе һыу эсендә урынлаштырылып, йөҙмә формала буласаҡ.

Радиация йәш быуынға көслөрәк тәьҫир итә. Фәнни яҡтан был түбәндәгесә аңлатыла: ионлы нурланыш үҫеп килгән йә бүленеү стадияһында булған күҙәнәктәргә көслөрәк йоғонто яһай. Ә өлкән кешенең күҙәнәктәре әкрен бүленә йә, ғөмүмән, туҡтала.

Атом электр станцияларының ҡулланылған ядро яғыулыҡтары (отработавшее ядерное топливо – ОЯТ) тимер-бетон кон­тейнер­ҙарҙа һаҡланған хәлдә лә 240 мең йыл буйына хәүефле буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға