«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Малайзия “Боинг”ы ҡайҙа ғәйеп булған?



11.04.2014 Малайзия “Боинг”ы ҡайҙа ғәйеп булған?

Малайзия “Боинг”ы ҡайҙа ғәйеп булған?Кеше факторы йәки, техниканың сафтан сығыуынан тыш, авиаһәләкәттәргә аңлатып булмаҫлыҡ хәлдәр ҙә сәбәпсе
8 мартҡа ҡараған төндә MH370 рейсы буйынса Куала-Лумпурҙан Пекин ҡалаһына йүнәлгән “Боинг – 777-200” Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе өҫтөнән осҡан мәлдә уның менән элемтә юғалған. Һәләкәт хаҡында хәбәр килмәгән, маршруттағы көн торошо ла яҡшы булған. Самолет­тың ҡайҙа булыуы шулай уҡ диспетчерҙарҙың экрандарында ла күренмәгән. Бортта бөтәһе 12 экипаж ағзаһы һәм 227 пассажир – йәмғеһе 239 кеше ултырған. Ҡытай, Малайзия, Индонезия, Австралия, Һиндостан, Франция һәм Америка граждандары менән бер рәттән, исемлектә бер Рәсәй, ике Украина кешеһенең барлығы ла билдәле. Самолет Вьетнамдың Тхо-Чу утрауынан 250 саҡрым алыҫлыҡта диңгеҙгә ҡолаған, тигән тәүге хәбәр ялған була.
Донъя авиаһөйөүселәренә “Flightradar24.com” сайты яҡшы билдәле. Унда инеп, әлеге мәлдә ниндәй самолеттың ҡайҙа осҡаны тураһында белеп була. Был сайт “Боинг”тың һәләкәткә тарыуы ихтимал урынды тикшергән һәм лайнер һуңғы мәртәбә элемтәгә сыҡҡан мәлдә уның 200 метр­ға түбәнәйеүен һәм осоу курсын 40 градусҡа үҙгәртеүен асыҡлаған.
Ни өсөн бер туҡтауһыҙ локатор­ҙар аша диспетчерҙар күҙәтеүендә булған, үҙенең ҡайһы урында икәнен сантиметрға тиклем теүәллектә билдәләгән заманса ҡорамаллы, эсендә ике йөҙҙән ашыу кеше ултыр­ған ғәләмәт ҙур лайнер юғалған икән? Малайзия, “Боинг – 777” һәләкәткә осраған, тип рәсми рәүештә белдерҙе. Ваҡиға урынында – һинд океанында эҙләү эштәре бара. Төрлө илдәрҙең караптары быға тиклем самолет өлөштәре тип ябай сүп-сарҙы тапҡан. һыу өҫтөнән эҙләү менән, тәрәнлектә роботтар тикшерә. Ләкин Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенән алып Урта Азия илдәренә тиклемге ара бик ҙур. Был кәбән эсендә энә эҙләүгә бәрәбәр.
Малайзия иленең рәсми белдереүе буйынса, идара итеүҙе бик яҡшы аңлаған кешеләр тарафынан “Боинг” үҙенең курсынан ситкә күсерелгән. Был яһалма Ер юлдаштары мәғлүмәтенән сығып әйтелә. Лайнер һауаға күтәрелеүенә 40 минут үткәс локатор экрандарынан юғалған, ләкин уның ҡайҙа икәнлеген билдәләүсе сигнал ебәргән маяҡтар ете сәғәттән ашыу эшләгән. Быға ярашлы, “Боинг”, яғыу­лығын бөтөрөргә теләп, бер урында әйләнеп осҡан йәки ҡайҙалыр икенсе ергә барып ултырған. Был урындың Ҡаҙағстан сиге йәки Һинд океанындағы берәй аэропорт булыуы ла ихтимал. Әлеге ваҡытта, лайнерҙы ҡыуып алып китеп, Кандагарҙа ултыртҡандар, тигән мәғлүмәт бар. Енәйәтселәрҙең маҡсаты – борттағы Ҡытай белгестәре. Ә ҡалған пассажирҙар Афғанстанда йәшереп тотола.
Лайнерҙың хәрби радарҙарҙан оҫта тайпылып, һауа юлдарын яҡшы белеп осоуына һәм Ер юлдаштарынан алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, уны тәжрибәле енәйәтсе ҡыуып алып китеүе мөмкин. Хоҡуҡ һаҡлаусылар пилоттарҙың был ҡара эшкә ҡыҫылышын тикшерә. Икенсе вариант буйынса, енәйәтселәрҙең, пассажирҙарға ҡорал менән янап, самолетты үҙҙәре теләгән урынға йүнәлтеүе ихтимал. Әйткәндәй, “Боинг” менән идара иткән пилоттарҙың өйөндә үткәрелгән тентеү ҙә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән.
Әйҙәгеҙ, һауа судноларының эҙһеҙ юғалыуы, уларҙың оҙаҡ ваҡыт үткәс табылыуы йәки бөтөнләйгә ғәйеп булыуы тураһында һөйләшеп алайыҡ.

“Бермуд өсмөйөшө”
феномены

Атлантик океанда Флорида, Пуэрто-Рико һәм Бермуд утрау­ҙары араһындағы урын бөтә донъяға билдәле. 1945 йылдың 5 декабрендә Америка хәрби-диңгеҙ көстәренең Форт-Лодердейл базаһынан осоп сыҡҡан торпедалы биш “Эвенджер” бомбардировщигы шул өсмөйөштә эҙһеҙ юғалған. Тәжри­бәле осоусылар идара иткән был ҡеүәтле звеноның ғәйеп булыуы ғәжәйеп хәл. Әйткәндәй, “Эвен­джер”ҙарҙы эҙләп осоусы бер самолет та шул урында эҙһеҙ ғәйеп булған.
“Бермуд өсмөйөшө”ндә һуңғы йөҙ йылда йөҙгә яҡын карап һәм самолет юҡҡа сыҡҡан тиҙәр. Төҙөк булһа ла, экипажһыҙ караптар, улар­ҙың бер урындан икенсе урын­ға күҙ асып йомғансы күсеүе, ваҡыттың тиҙ ағыуы йәки меңәр йылдар алға күсеүе һәм башҡа аномалиялар сығыуы тураһында хәбәр ителә. Хатта яһалма Ер юлдаштары шул тапҡырҙан осоп барғанда ла өҙөклөктәр менән эшләй, имеш. Был мәғлүмәт күп осраҡта уйҙырма булып тора. Бик күп теория ла барлыҡҡа килгән. “Бермуд өсмөйөшө”, ғалимдар әйтеүе буйынса, Атлантик океандың башҡа урындарынан бер нәмәһе менән дә айырылмай.

Ни өсөн 191 һанын авиация транспортында яратмайҙар?

191 һаны. Ҡарамаҡҡа ябай күренгән ошо номерлы рейстар буйынса осоусы самолеттар менән һуңғы ҡырҡ йылда бер нисә һәләкәт теркәлгән. 1979 йылда Чикагола “American Airlines” компанияһының “DC – 10” лайнерында 273 кешенең ғүмере өҙөлә. 1967 йылда “Х – 15” һынау самолеты 191 рейсы буйынса осҡанда һәләкәткә осрай.
Яңыраҡ та ошо һанға бәйле низағ булып алды. 2012 йылда “JetBlue Airways” компанияһы самолеты командиры ниңәлер бик ныҡ ҡурҡа һәм паникаға бирелә. Пассажирҙар уны көскә тынысландыра.
Ни өсөн был һан бәхетһеҙ? Автоһөйөүселәр араһында бик популяр 121, 363, 949 һымаҡ “көҙгөлө”, ике яҡтан да бер иш номер булғанғамы, әллә был һан икенсе хөрәфәткә бәйлеме? Әлегә быны әйтеүе ҡыйын. Һанап киткән ғәҙәт­тән тыш хәлдәрҙе иҫәпкә алып, ҡайһы бер авиакомпаниялар вәкилдәре 191 һанлы рейстарҙы икенсе төрлө атарға мәжбүр булды.

Анд тауҙарындағы
мөғжизә

1972 йылдың 13 октябрендә Уругвай хәрби-һауа көстәренең 45 кеше ултырған чартер самолеты Анд тауҙарында һәләкәткә осрай. Ун ике кеше һәләк була. Бер аҙҙан самолеттың ҡалдыҡтары араһында ышыҡланған пассажирҙарҙың тағы ла алтауһы ҡар ишелеү һөҙөмтәһендә үлә.
Ҡотҡарыусылар авиаһәләкәт тураһында ике айҙан ашыу белмәй. Ә имен ҡалған 16 пассажир мәйеттәрҙе ашап, тере ҡала. 1993 йылда ошо ваҡиға нигеҙендә “Тереләр” тип аталған фильм төшөрөлә.

“Кеше факторы”мы,
әллә мистикамы?

Данлыҡлы кешеләрҙең самолеттары менән бергә юғалыуы һаман да асылып бөтмәгән сер булып ҡала. Исеме билдәле музыкант Глен Миллерҙың Ла-Манш өҫтөндә ғәйеп булыуы, француз яҙыусыһы, шағир Антуан де Сент-Экзюпериҙың да эҙһеҙ юҡҡа сығыуы – шуларҙың иң билдәлеһе.
Ҡайһы берҙә экипаждың хатаһы йәки һауа карабының сафтан сығыуы һымаҡ осраҡтар, аңлата алмаған һәләкәттәрҙе “кеше факторы”на бәйләйҙәр. Шулай ҙа был универсаль яуаптың дөрөҫлөккә тап килмәүе лә ихтимал.
Мәҫәлән, 1997 йылда Иркутск ҡалаһында “Ан – 124 Руслан” ауыр йөк самолетының кеше йәшәгән йорттар­ға ҡолап төшөүе сәбәбе һаман билдәһеҙ. Самолет ерҙән күтәрелгәс, уның беренсе һәм өсөнсө двигателдәре һүнә, бер аҙҙан икенсеһе лә эшлектән сыға. Экипаж бер двигатель тартымында ҡалған “Руслан”ды тигеҙләргә тырыша, ләкин лайнер йорттар өҫтөнә килеп төшә. 72 кеше һәләк була.
Был һәләкәттең күп детале ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙы­ра. Ни өсөн двигателдәр бер-бер артлы һүнгән? Ниңә лайнерҙың “хәл”ен теркәгән магнитофондар – “ҡара йәшниктәр” сафтан сыҡҡан? Осоусылар ниңә самолетты кеше йәшәмәгән урынға йүнәлтә алмаған?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыуы бик ҡыйын. Бер фараз буйынса, “Руслан”да булған пассажирҙың радиотелефон аша һөйләшеүенең һәләкәткә килтереү ихтималлығы күҙаллана.
Дөйөмләштереп әйткәндә, самолеттың сафтан сығыуын күптәр фәнгә билдәле булмаған феномендар, аномаль хәлдәргә бәйләй. Ысынлап та, тәбиғәттең сәйер хәлдәре авиаһәләкәттәргә, самолет­тар­ҙың эҙһеҙ юғалыуына сәбәпсеме, быға ышанырғамы-ышанмаҫҡамы – тәғәйен генә яуап биреүе ҡыйын. Һәләкәттәрҙең күбеһе йәки авариялар нигеҙендә конструкция етешһеҙлеге, идара итеүҙәге хаталар һымаҡ күҙгә күренмәгән фак­тор­ҙар ята. Шулай ҙа мистика, хөрәфәттәргә ышаныусылар ҙа етерлек. Һауа караптарының ҡапыл юҡҡа сығыуы, оҙаҡ ваҡыт табылмауы һаман да аңлашылмаған хәл булып ҡала. Хәҙерге замандың ҡеүәтле компьютерҙары, ғәләмәт ныҡ үҫешкән элемтә саралары киң таралғанда, Ер юлдаштары бар ерҙе ҡарай алған мәлдә Малайзия “Боинг”ы­ның юғалыуы, һаман да табылмауы – быға асыҡ миҫал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға