«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ



04.04.2014 Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ

Баныу Ҡаһарманованың мәҡәләһен уҡығандан һуң, көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ шул, тип, алиментҡа ҡағылышлы ике хәл-ваҡиға тураһында яҙмаҡсы булдым.

Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡЯңыраҡ ҡасабала ике ғаилә барлыҡҡа килде – йәш ҡыҙҙар айырылышҡан ирҙәр менән сәстәрен сәскә бәйләне. Ирҙәрҙең икеһенең дә тәүге ҡатындарынан берәр балаһы үҫә. Йәш кәләштәр (йәш кенә булһалар ҙа, баштары етеп!), бер-бер артлы бала табып, тәүге ҡатындың балаһына алимент аҡсаһы әҙерәк булһын өсөн, үҙҙәре менән йәшәүсе ирҙәрен алиментҡа бирҙе. Атай кешеләр, ҡатындарынан ҡурҡыпмы, әллә уларға ярарға тырышыпмы, был хәлгә риза булды. Тәүге ҡатындан да бала мөхәббәттән яралғандыр бит. Ни өсөн ул атайһыҙ ҙа үҫергә, алимент аҡсаһын атаһы эргәһендә үҫкәндәгеләрҙән кәм дә алырға тейеш? Был турала йәш кәләштәр уйланманымы икән?

Мәҡәлә иҫләткән икенсе хәл бик ҡыҙғаныс тамамланды. Ғаилә тарҡалғас, ҡатын ирен алиментҡа бирҙе. Күп тә үтмәй, ир икенсегә өйләнеп, яңы ҡатыны менән матур ғына йәшәп китте. Татыу ғаиләлә дүрт бала тыуҙы. Ауыл ерендә эш булмағанлыҡтан, ирҙең тәүге балаһына алименты бик күп йыйыла. Шуға ла суд приставтары ошо күп балалы ғаиләнең күҙ терәп торған һыйырын конфискацияланы. Ошондай юл менән теге ҡатын, иренең икенсе ғаиләһенең ауыҙынан өҙөп булһа ла, барыбер алиментты түләттерҙе. Тик ул аҡса бәхет килтермәне: ун һигеҙ йәше тулып күп тә үтмәне, ирҙең тәүге балаһы, әсәнең берҙән-бер улы, сирҙән кинәт вафат булды. Моғайын, һыйыр­ҙарын етәкләп алып сыҡҡан саҡта дүрт бала әсәһе рәнйемәй ҡалмағандыр (ауылда күҙ терәп торғаның мал бит инде), бәлки, рәнйеше лә төшкәндер, кем белә...

Балаларҙы яңғыҙ үҫтереүе бик ауыр. Алимент, атаһы вафат булғандан һуң бирелгән пособие аҡсаһы ла тере атайҙы алмаштыра алмай. Шуға күрә йәштәр ғаилә ҡорор алдынан бик етди уйлан­һын ине, өйләнгәс, ғүмерлеккә булһын! Айырылышырға ашыҡмаҫҡа, түҙерлек булһа – мотлаҡ түҙергә, сабыр итергә һәм, иң мөһиме, бер кемде лә рәнйетмәй йәшәргә кәрәк.

Гөлсәсәк СӘЛИХОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға