«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡотлауҙар



04.04.2014 Ҡотлауҙар

ҠотлауҙарБелорет районының Йөйәк ауылында йәшәүсе ҡәҙерле инәйебеҙ, өләсәйебеҙ
Зәйнәб Мәхмүт ҡыҙы
ӘПСӘЛӘМОВАНЫ
80 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләйбеҙ. Уға ошо күр­кәм байрамы айҡанлы иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерле­беҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, күңел тыныслығы, балаларының изгелек-мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, артабан да бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.
Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа өләшкән йөрәк йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелектәр булып ҡайтһын. Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә – бәрәкәт, ҡот-ырыҫ, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен, рәхим-шәфҡәтенән, сәләмәтлектән айырмаһын.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен әйҙә ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!

Иң изге теләктәр менән –
балаларың, ейән-ейәнсәр­ҙәрең, туғандарың.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға