«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?



28.03.2014 Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?

Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡының киләһе ҡышта һыуыҡ йорттарҙа йәшәргә мәжбүр булыуы ихтимал. Бының сәбәбе – урындағы компанияларҙың һәм ҡайһы бер кешеләрҙең энергетиктар алдындағы бурысын ваҡытында түләмәүе.
2014 йыл башланыу менән Стәрлетамаҡты йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе ойоштороусы “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проблемаға юлыҡҡан. Ни өсөн тигәндә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡулланыусыларҙың күбеһе тотонған йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн аҡса түләмәй башлаған. Әлбиттә, энергетиктарға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн аҡса түләүҙән баш тартыусыларҙың ҡапыл артып китеүе юҡҡа түгел. Бының сәбәптәре мотлаҡ булырға тейеш.
Рәсми сығанаҡтар билдәләүенсә, 2014 йылдың тәүге ике айында уҡ Стәрле­тамаҡ ҡалаһы халҡы һәм предприятиеларының “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдындағы бурысы 400 миллион һумға артып китеп, 1 мартҡа тиклем 597 миллион һумға барып еткән. Бурыслыларҙың күпселеге – юридик шәхестәр. 1 ғинуарҙан ҡалала ҡулланыу­сыларҙы йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеү эше “СТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән “БашРТС”-тың Стәрлетамаҡ филиалына күсергә тейеш булған. Ләкин йылылыҡ менән тәьмин итеүсе муниципаль предприятие был хаҡта абоненттарына ваҡытында хәбәр итмәгән. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, ҡулланыусылар элекке ойошма менән килешеүҙең өҙөлөүе тураһында хәбәр­ҙар булмаған һәм яңыһы менән килешеү төҙөмәгән. Һөҙөмтәлә ҡалала ике ай буйы йылылыҡ бер ниндәй килешеү төҙөмәйенсә генә бирелгән. Әлбиттә, килешеү булмағас, аҡсаны ла ҡайҙа түләргә белеп булмай. Предприятиелар күрһәтелгән хеҙмәт өсөн аҡсаны ваҡытында түләргә теләһә лә, быға юлдар ябыҡ.
Проблеманы икенсе төрлө итеп күреүселәр ҙә бар, әлбиттә. Кемдер Стәрлетамаҡ ҡалаһы предприятиеларының барыһы ла бер төптән булып аҡса түләргә теләмәүен алдан уйланылған акция тип ҡабул итә. Нимә генә булһа ла, әлеге бурыстар арҡаһында аҡсаны ваҡытында түләп барған ябай граждандарҙың бәләгә тарыуы ихтимал. Аҡса етмәгәс, йәйге ремонт кампанияһының сифатлы итеп үткәрелеүе икеле. Ә инде йылылыҡ селтәре комплексының киләһе ҡышҡа йүнләп әҙерләнелмәүенең кире эҙемтәләре буласағы көн кеүек асыҡ.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға