«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡарҙар ирей, һыу таша... Ә донъя сүплеккә бата



28.03.2014 Ҡарҙар ирей, һыу таша... Ә донъя сүплеккә бата

Ҡарҙар ирей, һыу таша... Ә донъя сүплеккә батаСүп-сар тураһында һүҙ сыҡҡанда йыш ҡына “ҡалдыҡһыҙ етештереү” тигән төшөнсә телгә килә. Әлеге төшөнсә артынса Япония иҫкә төшә. Урынлымы­лыр, белмәйем, мәгәр тап ошо ил ҡалдыҡ, сүп-сар өлкәһендә бик һөҙөмтәле генә эшләй икән. Һис юғы, тырыша. Сәбәбе ябай – Япо­нияла ҙур-ҙур сүплек полигондары өсөн урын юҡ. Хатта бер мәл, макулатура тигән булып, Филиппин утрауына ауыр эшкәртелә торған ҡый-һай ҡалдығын оҙатҡан, ти, был ил. Тотолғас, Филиппин хөкүмәте “макулатура”һын кире алыуын талап иткән. Шунан бирле, хәҙер был ваҡиғаға 15 йыллап ваҡыт үткән, Япония властары ҡалдыҡ эшкәртеүҙе өҫтөнлөклө дәүләт бурысы итеп, шул эш менән арыу ғына шөғөлләнә. Бында ике мең самаһы ҡалдыҡ эшкәртеүсе махсус предприятие бар. Яндыралар, иретәләр, ботар­лай­ҙар, яңы әйбер сығаралар, ҡыҫҡаһы, утрауҙың сүп проблемаһын хәл итеүгә бар көстәрен һалалар.
Беҙ Япония түгел. Йәғни утрау түгелбеҙ, сүп ташларға урын етерлек. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ерҙең иркенлеге йыш ҡына битарафлыҡҡа, моңһоҙлоҡҡа, уңышлы тупраҡтың ҡәҙерен белмәүгә килтерә. Әлбиттә, Рәсәйҙең төньяҡҡа, Себергә ҡараған ҙур ғына ере әллә ни сәскә үҫтерерлек булмаһа ла, был ил биләмәһендә сүплек­тәр­ҙе киңәйтергә тигән һүҙ түгел дә инде.
Яҙ етеү, бер яҡтан, бик күңелле осор булһа, икенсенән, ҡот осоп тора: меҫкен ер-һыуыбыҙ быйылғы йылы миҙгелдә тағы күпме сүпкә батыр? Ер ҡарҙан әрселгәс тә ҡышҡы “күстәнәстәр”ҙең күренә башлауы беҙҙең үҙ еребеҙҙе ни тиклем ҡәҙерләмәүебеҙ тураһында һөйләй түгелме?

Тупһа төбөнән сүплек
башланмағайы

Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтарына ышанһаҡ, Рәсәйҙә сама менән 85 миллиард тонна сәнәғәт һәм 15 миллиард тон­на ҡаты көнкүреш ҡалдығы йыйылған.
Улар тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Әлбиттә, махсус полигондарға йыйылғаны, бәлки, улай уҡ зарар ҙа яһамайҙыр, тип уйлайҙыр бәғзеләр. Хата уй. Өҫтәүенә, беҙҙә санкцияланмаған сүплектәр, кем әйтмешләй, быуа быуырлыҡ. Рөхсәт­тән тыш сүплек, тимәк, бының өсөн яуаплылар ҙа юҡ. Бер кем дә яза алмай.
Бынан тиҫтә йылдан ашыу элегерәк, теүәлерәк әйткәндә, 2002 йылда Рәсәйҙең сауҙа-сәнәғәт палатаһы РФ финанс, иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрҙарына “Тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған өсөн түләүҙәр тураһында” үҙенең закон проектын ебәргән булған. Фәтүәһе булманы, буғай. Шулай ҙа бысраҡ таратыусы предприятиеларға штраф күләмен – биш, 2016 йылғаса хатта 20 тапҡыр­ға арттырыу тураһында һүҙ барғайны-барыуын. Аҙағынаса еткерелдеме икән? Ишетелмәне…
Сүп-сар проблемаһының бер сәбәбе – экологик ҡануниәтте үтәүгә яуап­лылар­ҙың, ҡағиҙәләр үтәлмәһә лә, яза булмаясағын яҡшы белеүе. Ана шул язаһыҙлыҡ яуап­һыҙлыҡҡа килтерә, артабан – битарафлыҡҡа.
Ҡала ерендә йәшәүселәрҙең күбеһе уйлауынса, көнкүреш ҡалдыҡтарын сүплеккә сығараһың да, ҡотолаһың. Ҡый-һай урамда ятмаһа, булды. Әммә бының ни тиклем хата икәнен белмәйҙәр ҙә. Сүплек – үҙе бер эпидемия хәүефе, ҡот осҡос биологик бысраҡлыҡ сығанағы. Бындағы ҡалдыҡтарҙың ҡалаға кире әйләнеп “ҡайтмаясағын” берәү ҙә гарантиялай алмай. Унан килеп, сүплектәрҙе бөгөнгө экология талаптарына ярашлы итеп тоторға ла күп сығым кәрәк. Был сығымдарҙың һуңғы тиненә тиклем маҡсатлы тотонолоуын да беҙ бер ҡасан да белмәйәсәкбеҙ. Шулай булғас, рөхсәтле төҙөлгән полигондарҙан артыҡ зыян юҡ, тип әйтә лә алмайбыҙ.
Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәр сүп-сарҙы полигонға сығарыуҙан бигерәк, уны эшкәртеүҙе хуп күрә. Иң һөҙөмтәле эшкәртеү термик юл менән, йәғни яндырып. Ошонан йылылыҡ һәм энергия алыу яғын да хәстәрләйҙәр. Үрҙә телгә алған Япония ошо алымды ҡуллана. Биләмәһе ҙур булмаған һәм ерен һаҡлауҙы өҫтөн күргән Швейцария, Дания, Германия кеүек илдәр ҙә ҡалдыҡтарҙы яндырыу күләмен арттыра.
Рәсәйҙә эшкәртеү сәнәғәте насар үҫешә. Ҡый-һайҙы ла айырым йыйыу беҙгә “буй етмәҫлек” мәсьәлә кеүек күренә. Был тәңгәлдә итальяндарҙан өлгө алырға була. Илдәге ҡалалар урамдарында ҡалдыҡтар өсөн төрлө һауыттар ҡуйыл­ған. Мәҫәлән, дүрт бүлкәтле урналарҙы күрергә мөмкин. Итальянға ҡағыҙ өсөн тәғәйенләнгәненә – ҡағыҙ, быяла өлөшөнә быяла ташлау бер ни тормай. Шулай йыйыл­ған сүп-сарҙы эшкәртеүгә ебәрәләр. Беҙҙә был алымды ҡулланырға мөмкин, тик мәҙәни кимәлебеҙ итальяндыҡына тиклем “алыҫ” әле. Ташлаған ҡыйы сүп һауытына эләкмәй, урамда туҙып ятып ҡалһа ла, “ыһ” та итмәҫлек кешеләр күп арала.

“Замана һауыты” –
иң проблемалы ҡалдыҡ

Ниндәй һауыт тураһында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр. Бушап ҡалған пластик әйберҙәр бөгөнгө проблемаларҙың береһенә әүерелде. Ҡала урамдарында берәй байрам ойошторолһа, аҙаҡтан халыҡ артынан көрәк менән йыйып алмалы булып ятып ҡала. Йәйҙәрен тәбиғәттә ял итеүселәр ҙә шундай “бүләк” ҡалдыра.
Етештереү арзанға төшөү арҡаһында киң таралған был йәтеш һауыт (һауыт ҡына түгел, әлбиттә, нимә генә эшләмәйҙәр бөгөн плас­тиктан?!) донъя кимәлендә экологик проблема һанала. Ул саманан тыш күп һәм, ҡалдыҡ булараҡ, мөхиткә зыян килтерә. Ә бит плас­тикты эшкәртеп, ошо пролеманы бөтөрөп була. Шәп һәм рентабелле бизнес, ти белгестәр. Уны йыйып алырға ғына кәрәк. Пластик быяла шешәгә ҡарағанда арзан хаҡҡа ҡабул ителә, шуға уны күптәр тапшырмай, ташлай. Был тәңгәлдә кешенең ҡулланған пластикты сүп-сар багының махсус бүлегенә төшөрөүе лә етә. Тик барыбыҙ ҙа быға ғәҙәтләнеп етмәгәнбеҙ әле. Пластиктың шундай ҙур глобаль проблема икәнен аңлау өсөн тағы бер ярты быуат кәрәгер, ахыры.
Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ башлар алдынан “ҡағыҙ эпопеяһы”н үтеү кәрәгәсәк. Бынан ҡотолоу юҡ. Моғайын, бер миҙгел ваҡытығыҙ сарыф ителер. Экология министрлығынан ҡалдыҡ йыйырға һәм эшкәртергә хоҡуҡ биреүсе лицензия алыу иң тәү сиратта башҡарылырға тейеш. Тейешле бинаң, ҡорамалдарың һәм, әлбиттә, аҡсаң булһа, был төшөмлө бизнесҡа тотоноу уңыш килтерәсәк. Конкуренттар әллә ни күп түгел, сеймал иһә – аяҡ аҫтында.
Әйткәндәй

Тымыҡ океанда ҡот осҡос бер биләмә бар. Юҡ, Бермуд өсмөйөшө кеүек түгел, ә глобаль яҡтан уйлағанда, тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Ул урынды нисек кенә атамайҙар – “Тымыҡ океандың сүп-сар өйрөлмәге”, ”Бөйөк Тымыҡ океандың сүп-сар табы”, ”Бөйөк сүплек утрауы” һ.б., һ.б. Бер нәмә асыҡ билдәле: был – кеше эшмәкәрлеге эҙемтәһе. Океанда барлыҡҡа килгән сүплек индустрия прогресына һәм кешенең ҡулланыу ихтыяжының ғәләмәт ҙурлығына бәйле. Сүплек утрауының майҙаны 1 000 000 квадрат километрҙан да ашып киткән. Ярты быуат буйына быға ҡаршы ысын көрәш алып барыу тураһында бер кем дә уйланмаған. Уның барлыҡҡа килеүенең төп сәбәпсеһе – пластик. Тап ошо материал уйлап табылғас, әлеге “утрау” формалаша башлаған. Етмәһә, “Бөйөк сүплек утрауы” ике өлөштән тора. Океан ағымдары ҡыйҙы ике ергә өйә, имеш. Береһе, көнсығыштараҡ булғаны, Америка ярҙарына яҡын – Гавай, Аляска, Калифорния араһында. Материктан көнөнә 2,5 миллион тонна ҡалдыҡ ағып китә. Был миллионлаған ҡош һәм балыҡҡа үлем килә тигән һүҙ. Сүп араһында зажигалкалар, шприцтар, теш щеткалары, ғөмүмән, нимә генә булмай! Икенсе сүплек көнбайыштараҡ – Япония, Ҡытай яғынан килә.
Нимәһе ҡыҙғаныс: Төньяҡ Тымыҡ океандағы һыу өйрөлмәге – нейтраль биләмә. Тимәк, йыйылған сүп-сар тәғәйен генә бер кемдеке лә түгел. Шуға был проблеманы хәл итеү аҙымдары гөбөргәйелдекенән дә әкренерәк. Бында ла әлеге лә баяғы яуапһыҙлыҡ һәм язаһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Ә планеталағы иң ҙур сүплек ҙурайғандан-ҙурая…

Ҡалдыҡтарҙың тәбиғәттә тарҡалыу ваҡыты
(сама менән)
Һөйәк – 8 йыл
Ағас – 10 йыл
Буялған ағас таҡта – 15 йыл
Металл – 100 йыл һәм унан да
күп
Пластмасса шешә – 500 йыл
Алюмин канистра – 500 йыл
Консерва банкаһы – 100 йыл
Тәмәке фильтры – 100 йыл
Полиэтилен ҡап – 200 йыл
Быяла – 1000 йыл йәки бер
ҡасан да тарҡалмай

Шуныһын хәтерҙә тотоу мотлаҡ: тарҡалыу процесында ағыулы матдәләр барлыҡҡа килә. Улар ямғыр йә ташҡын һыуҙары менән ергә һеңеп, һыу аҫты сығанаҡтарын ағыулай. Кеше! Һинең ошоно аңлауың кәрәк!

Фекер

Елена ШАРОЙКИНА, эколог, дөйөм милли генетик хәүеф­һеҙлек ассоциацияһы (Общена­циональная ассо­циация генетической безопасности) директоры:
– Бөгөн Рәсәйҙә сүп-сарҙы утилләштереү системаһы юҡ тиерлек. Беҙ был тәңгәлдә “культураһыҙ”. Бай илдәрҙән айырмалы рәүештә, ҡалдыҡтар­ҙың 90 процентын сүплеккә ташлайбыҙ. Бындай урындар­ҙың күбеһе – рөхсәт ителмәгән.
Сүплектәр тәбиғәткә шул тиклем ҙур зыян килтерә. Үҙ сиратында, был халыҡҡа ла күсә. Төрлө ауыр сирҙәрҙең, шул иҫәптән яман шеш, түлһеҙлек, тыумыштан генетик тайпылыштар осраҡтарының артыуы юҡҡа түгел.

һандар һәм факттар
Рәсәй сүплектәре катастрофик масштаблы була бара. Бөгөн уларҙың майҙаны 2000 квадрат километр. Был – ике Мәскәү һыйырлыҡ урын. Әлеге күләмдәге сүплектәрҙең 58 проценты тораҡ пункттар биләмәһендә. Илдә ҡалдыҡтар өсөн йыл һайын 100 квадрат километр өҫтәмә ер кәрәгеп тора.

Статистика күрһәтеүенсә, кеше йылына 250 кг көнкүреш ҡалдығы “сығара”. Ҡалала, мәҫәлән, уртаса бер сүплек багына төшкән ҡалдыҡтың 25 процентын ризыҡ тәшкил итһә, ҡағыҙ – 10, полимерҙар 50 процент була. Ҡалғаны инде металл, туҡыма, быяла, резина кеүек ҡый-һай.

Мәскәү өлкәһе – Рәсәйҙә халыҡ иң күп йәшәгән урындарҙың береһе. Был биләмәләге йөҙгә яҡын сүп-сар полигонына йылына биш миллион тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы түгелә. Шуның ҡап яртыһы илебеҙ баш ҡалаһынан. Законһыҙ булдырылған сүплектәрҙе берәү ҙә “үлсәмәй”.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға