«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...



28.03.2014 Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...

Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...Баймаҡ районы етәкселеге һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтте
Халҡыбыҙ араһында “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигән һүҙҙәр йәшәп килә. Әйтемде элегерәк ҡайҙалыр барып ҡайтыр өсөн мең ыҙа кисергән олатай-өләсәйҙәр әйткәндер. Бөгөн иһә был тәңгәлдә күпкә еңелерәк. Юлдар тигеҙ, транспорт саралары йөрөп тора. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа юлдарҙа барған ҡырылыштар һаны уйға һала. Кешеләрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында күпме кеше тән йәрәхәте ала, ғүмерҙәр өҙөлә. 20 мартта “Белорет –Инйәр – Өфө” трассаһында микроавтобус менән йөк машинаһының бәрелешеүе һө­ҙөмтәһендә ете кешенең яҡты донъя менән хушлашыуы республика халҡын шаңҡытмай ҡалманы.
Мәғлүм булыуынса, был хәл көндөҙгө сәғәт өстәрҙә Архангел райо­ны биләмәһендә теркәлә. Яҡынса версиялар буйынса, юл фажиғәһе “Фольксваген” микроавтобусының ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән. Һәләк булыусылар Баймаҡ һәм Өфө ҡалаларында йәшәгән. Автобуста берҙән-бер иҫән ҡалған кеше – водитель ауыр хәлдә Архангел район дауаханаһына ебәрелгән. Йөк машинаһы водителе Анатолий Касьянов әйтеүенсә, ул баш ҡаланан Белоретҡа барған булған. Алдындағы 10 – 15 метр аралыҡта машина пәйҙә булған һәм уға килеп тә бәрелгән. Көслө һуғылыуға микроавтобус юл ситенә осҡан. “Фура” водителе йәрәхәт алмаған.
Авария ҡорбандарының күбеһе Баймаҡ районынан. Ошо сәбәпле 22 мартта районда матәм көнө иғлан ителде. Фажиғәлә һәләк булған кешеләрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтелде. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.
– Республика башлығы шылты­рат­ҡас та ойоштороу комитеты төҙөлдө. Мәрхүм булыусыларҙың исем-шәрифен, адрестарын белеп, өйҙәренә барҙыҡ. Ҡайғылы хәбәр­ҙе еткереүе ауыр булды, ҡайһы берәүҙәре ишеткән, бәғзеләре белмәй ҙә ине, – ти Баймаҡ муниципаль район советы секретары, махсус комиссия рәйесе урынбаҫары Радмир Ишбулатов. – Район хакимиәте бәләгә тарыусыларҙың ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам күрһәтте. Атап әйткәндә, һәләк булыусыларҙы Өфөләге мәйетхананан алып ҡайтыу өсөн транспорт бүленде. Көн буранлы булғанға күрә юлды таҙалау ҙа даими иғтибарҙа булды. Ҡәбер ҡаҙҙырыу, рәшәткәләрен эшләтеү, ерләү кеүек сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Шулай уҡ ҡаза ҡорбаны булыусыларҙың эш урынынан да ярҙам булды.
Һәр береһе үҙ хәстәре менән баш ҡалаға юлланған мәрхүм булыусыларҙың исемлегенә күҙ һалғанда, ирек­һеҙҙән күҙҙәр йәшләнеп ҡуя. Ҡыҙының туйына барған Ләлә Йосопова яҡты, матур уйҙар менән сәфәргә сыҡҡандыр ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош тигәнең хыялдарҙы селпәрәмә килтереп ҡуя шул. Күптән түгел өйләнешкән Альбина һәм Азамат Ишмаевтар иһә, бер ай тирәһе ата-әсәһе һәм ҡайны-ҡәйнәһе янында отпускыла булғас, ҡайтырға сыға. Ейәндәрен тыуған көндәре менән ҡотларға теләгән Зөмәрә Ягодина менән Реcпублика клиник дауаханаһына барыу ниәте менән юлға сыҡҡан Анна Польшинаның хыялдары тормошҡа ашмай.
– Ҡыҙым Юлиә ике тапҡыр Магаданда эшләп ҡайтҡас, өсөнсө тапҡырға ҙур теләк менән йыйынғайны. Эшенең уңышлы барыуына һөйөндө, мине лә үҙе менән алып барыу теләге бар ине, – ти күҙ йәштәрен тыя алмайынса һөйөклө балаһын юғалтҡан Флүрә Ишморатова. – Кискеһен өйҙә үҙем генә инем. Хакимиәттән ике кеше килеп инде. Инделәр ҙә тапанып тик торалар. “Апай, ҡайғылы хәбәр алып килдек”, – тигәс, “Руслан улыммы, Мөнирме?” – тип һорауҙарымды бирәм. Ҡыҙығыҙ, аварияға осраған, тигәс, ҡойолоп төштөм дә ҡуйҙым.
Ишморатовтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Иң өлкәндәре Юлиә бәләкәйҙән ныҡышмал холоҡло, тырыш була. Мәктәп йылдарында тиҫтә йылға яҡын фортепьяно класына йөрөй. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында ветеринария һөнәре буйынса уҡып сыға.
– Бер минутҡа ла күҙ алдыбыҙҙан китмәй. Кейемдәрен күреп йөрәгем һыҙлай, әсәһенән етем ҡалған ейәнсәрем Дианаға ҡарап күңелем һыҡрай, – ти әсә кеше.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Һау бул, Сибай, сәләм, Өфө!” тигән һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырған Сибай ҡыҙы Светлана Алексеева ла ата-әсәһе, тыуған ҡалаһы менән һуңғы тапҡыр хушлашыуын башына ла индермәгәндер. Ни бары егерме берен тултырған, үҙ аллы тормошҡа яңы ғына аяҡ баҫҡан ҡыҙ баш ҡаланың сауҙа супермаркеттарының береһендә эшләп йөрөгән. Әйткәндәй, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ҡыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Сығымдарҙы ҡаплауҙан тыш, үҙәк ҡала дауаханаһы һәм “Башҡорт баҡыры” техника менән тәьмин итте.
Фажиғәле хәлдең сәбәбенә әйләнеп ҡайтҡанда, микроавтобус водителенең ғәйепле булыуында шик юҡ. Сөнки төрлө экспертизалар 1985 йылғы Сибай егетенең юлдың ҡаршы һыҙатына сығыуын, сәфәр алдынан бер нисә сәғәт кенә йоҡлауын дәлилләй. Тағы ла шуныһы: һуңғы йылдарҙа пассажир ташыу хеҙмәте күрһәтеүселәрҙең һаны ҡырҡа артты. Бөгөн һәр кемдең үҙ йүнен үҙе күрергә тырышыуы, ғаиләһен тәьмин итеү яйын табыуы – яҡшы күренеш. Әммә һан артынан ҡыуыуҙың һөҙөмтәһе билдәле, сифат артҡы планға күсә. Бөгөн таксистарҙың, баяғы хәлгә сәбәпсе егет кеүек, бер нисә урында эшләп йөрөүе, йоҡоһо туймай юлға сығыуы оло хәүеф тыуҙыра. Ул ғына ла түгел, бындай водителдәрҙең машинаһының төҙөкмө-юҡмы икәнлеген кем контролдә тота? Баймаҡ муниципаль районы советы секретары Радмир Ишбулатов фекеренсә, ҡаты талаптар индереү мөһим.
Ошо хәл менән бәйле, һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә ҡыҙа барған фекер алышыуҙарға иғтибар итмәй ҡалмағанһығыҙҙыр. Рөхсәт алмаған (нелегаль) таксистар һанын кәметеү буйынса төрлө юлдар тәҡдим итеүселәр күп. Берәүҙәр ике-өс вагонға ғына ҡалған “Өфө – Сибай” поезына юл хаҡын кәметеүҙе һәм уның расписаниеһын уңайлы ваҡытҡа күсереүҙе һорай. Был йәһәттән уйланыр­ға урын бар. Сөнки баш ҡалаға поезда барыу таксиға ҡарағанда 200 – 500 һумға ҡиммәтерәк килеп сыға. Шулай уҡ мәсьә­ләгә битараф булмағандар буш торған Сибай аэропортын файҙаланыу проблемаһын да күтәрә.
Транспортыңа кеше ултырттың икән, уның яҙмышын үҙ ҡулыңа алдың, тигән һүҙ. Шуға күрә лә такси водителдәре үҙ бурысына яуаплы ҡараһын ине. Тиҙҙән республикала был тәңгәлдәге эштең контролгә алынасағы күңелдә өмөт уята.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.


Юл фажиғәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән район хакимиәте иҫәбенә аҡса күсерергә мөмкин.

Получатель: БФ Баймакского района РБ
ИНН 0254011060
р\с 40703810800290000150
в ФИЛИАЛЕ ОАО «УРАЛСИБ» в г. Уфа
к\с 30101810600000000770
БИК 048073770
Назначение платежа: добровольное пожертвование родным и близким погибших в автокатастрофе в Архангельском районе 20.03.2014 г.

Легаль булмаған таксистарҙы нисек белергә?

Медиктар белдереүенсә, әлеге ваҡытта “Фольксваген” водителе – 29 йәшлек Аркадий Антонов һауыға башлаѓан. Шулай ҙа, табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта.
Автобус водителен Архангел үҙәк район дауаханаһына бик ауыр хәлдә килтергәндәр. Аркадийҙың башы йәрәхәтләнгән, янбаш-бот һөйәктәре һынған.
Әле фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында махсус комиссия төҙөлгән. “Фольксваген” водителенә ҡарата кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса енәйәт эше асылған. Шуныһы мәғлүм: Аркадий Антонов, тиҙлекте арттырып, автобус менән идара итә алмай, ҡаршы һыҙатҡа килеп сыҡҡан. Әгәр ҙә ғәйепле тип табылһа, водителдең ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе бар.
Фажиғәгә осраған “Фольксваген – Каравелла” автобусы кеше ташыусылар реестрында теркәлеү үтмәгән. Водитель медицина тикшереүе, автобусына техник тикшереү үтмәйенсә юлға сыҡҡан. Пассажирҙар ҙа страховкаланмаған булған.
Кеше ташыуға рөхсәт ителгән автобустарҙа:
– пассажир ташыусы тураһында мәғлүмәт,
– пассажирҙар алдында яуаплылыҡты страховкалау тураһында килешеү,
– пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре,
– тикшереү органдары тураһында мәғлүмәт, уларҙың телефондары булыуы мотлаҡ һанала. Ҡала-ара һәм ҡала-яны маршрут таксиҙары автовокзалдарҙан йәки автостанцияларҙан ҡуҙғалырға тейеш.
Еңел автомобиль салонында такси менән ҡулланыу ҡағиҙәләре, водителдең фотоһүрәте төшөрөлгән визит карточкаһы булырға, юл аҙағында водитель касса чегы йәки квитанция бирергә тейеш.

Кәрәгенән тыш, артыҡ кеше ташыйһың икән, 8 мең һум штраф түлә

“ГАЗель” һәм шундай уҡ класлы микроавтобус водителдәренең салонға бер йәки ике ултырғыс­ты өҫтәп ҡуйыуы һәммәбеҙгә лә билдәле. Ҡайһы берҙә водителдәр ике кресло араһына таҡта ҡуйып йәки пассажирҙарға балалар ултырғысы бирергә лә тартынмай юлға сыға. Ниһайәт, быға кәртә ҡуйыласаҡ – 24 мартта Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса кодексына төҙәтмәләр индерелде. Тәү сиратта унда пассажирҙар ташыу буйынса ҡағиҙәләр үҙгәртелде.
Төҙөк булмаған автобусты йөрөткән өсөн уның эйәһенә йәки эшҡыуарға 8 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Салонға өҫтәмә ултырғыс­тар ҡуйыу ҙа хоҡуҡ боҙоуға тиңләштерелә. Белгестәр фекеренсә, пассажирҙар ултырғысы автобус эсендәге иң хәүефле урындарҙың береһе булып тора. Юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә уларҙың иҙәнгә нығытылған урынынан ысҡыныуы мөмкин. Заводтан тыш, үҙ белдеге менән ҡуйыл­ғандары айырыуса хәүефле. Салонды үҙгәрткән өсөн пассажир ташыусылар элек 1 мең һум штраф менән ҡотола ине, хәҙер уның күләме артты, 8 мең һум тәшкил итә.

Көн ҡаҙағында – “Һул” кеше ташыусыларға ҡаршы көрәш

25 мартта Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында БР Хөкүмәтенең 2013 йылдағы эше тураһындағы отчет менән сығыш яһағанда рөхсәтһеҙ кеше ташыусылар темаһына ла туҡталды.
«Юлдарҙа көн һайын кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән фажиғәләр теркәлгәнен беләһегеҙ. Үткән аҙнала ете кеше үлгән юл-транспорт фажиғәһе бар республиканы тетрәтте. Пассажирҙар ташыуҙы лицензияһы булмаған һәм теркәлеү үтмәгән компания яһаған. Беҙ хәҙер кеше ташыусылар өлкәһендәге хәлгә ҡарата ҡәтғи саралар күрәсәкбеҙ», – тине ул парламентарийҙарға.
Рөстәм Зәки улы юлдарҙы ремонтлауҙы дауам итеү кәрәклеге тураһында ла белдерҙе. «Авариялар туранан-тура юлдарҙың торошона бәйләнгән, был юҫыҡта эште дауам итергә кәрәк. Автомобиль юлдары сифатына ҡарата ялыуҙар күп килә. Айырыуса Өфө – Белорет йүнәлеше насар хәлдә. Был юлдың хәле ремонттан һуң яҡшырҙы, ҡышын ҡәнәғәтләндерерлек торошта ине. Күренеүенсә, яҙғыһын уның ҡайһы бер урындары емерелә лә башланы», – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға