«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ЯҘМЫШ МЕНӘН КӨРӘШЕП...



28.03.2014 ЯҘМЫШ МЕНӘН КӨРӘШЕП...

ЯҘМЫШ МЕНӘН КӨРӘШЕП...Ете йыл аяғына баҫмаған Артур Фәтхуллинға ярҙам итәйек!
Тормош тигәнең аяуһыҙ шул. Бәғзеләрҙе тик шатлыҡтары менән сорнаһа, икенселәрҙе ҡайғы-бәләһе менән яфалай. Кешеләрҙең төрлөһө – ауырлыҡтарҙы күтәрә алмай сүккәндәре осрап ҡуя, кәртәләрҙе йыра-йыра алға барғандары ла бар. Һуңғылары рәтенә типһә – тимер өҙөрлөк сағында – 25 йәшендә оло ҡазаға осраған Артур Фәтхуллинды индерергә мөмкин. Етенсе йыл түшәктә ятҡан Хәйбулла районының Иләс ауылы егете яҙмышына күнеп, йә булмаһа, тормошона ҡул һелтәп ҡуймай, һәр көнгә өмөт менән бағып, аяғына баҫып китеренә ышанып йәшәй.
Ауылдаштарының күңелендә Артур беләгендә көс уйнап торған мыҡты кәүҙәле, аяғында ныҡлы баҫып торған егет булараҡ урын алған. Шулай булмай, бала саҡ һәм үҫмер йылдарында ат өҫтөнән төшмәй, ҙурая килә спортты үҙ итә. Малайҙар менән футбол уйнай, һәр көн иртәнсәк йүгерә. Ә бына ысын ир-егетлек мәктәбен әрмелә – Чечня Республикаһында үтә. Һуғыштың иң ҡыҙған, күп милләттәшебеҙҙең ғүмерен ҡыйған мәле. Утлы ғәрәсәтте имен-аман үтеп, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Артур Байғусҡар һылыуы Гүзәл менән ғаилә ҡороп ебәрә. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Кем генә уйлаһын ул саҡта, йәш егет бәләгә юлығыр ҙа, ғәрип булып ҡалыр, тип... Көндәрҙән бер көндө фажиғәле ваҡиға Фәтхуллиндар ғаиләһен ҙур һынау алдына ҡуя.
– Ауылдан алыҫ түгел ерҙә бесән сабабыҙ. Ҡайтышлай һәр көн йылғаны аша сыҡҡан урында туҡтап һыу инә инек. Был юлы ла шулай иттек. Һыу аҫтында ни ятырын кем белһен инде? Ҡаза аяҡ аҫтында, тигәндәй, сит ерҙә лә түгел, үҙебеҙ гел һыу инеп йөрөгән урын бит әле. Сумыуым булды, башымдың ниндәйҙер тимергә сәнселгәне һиҙелде. Дуҫым, ошо ауыл егете Данис Ҡонаҡасов һөйрәп сығарҙы, – тип күңелһеҙ хәлде тулҡынланыу менән һөйләй ул.
Әңгәмәгә Артурҙың әсәһе Яңылбикә апай ҙа ҡушыла.
– Шунда уҡ «Тиҙ ярҙам» саҡырҙыҡ. Тәне бер нәмә һиҙмәй, умыртҡа һөйәгенең бишенсеһе онталған, арҡа мейеһе өҙөлөүгә 2 мм ғына ҡалған. Район үҙәгенә алып киттеләр. Өфөнән табип саҡыртып, операция яһанылар. Балалар бәләкәй булғанға күрә килен бушай алмай, дауаханала улым янында үҙемә булырға тура килде. Иң мөһиме: аҡыл-зиһененә зыян килмәне, өйҙәге хәлде һорашып, һөйләшеп ятты, – тип хәтер ебен һүтә әсә кеше.
Башта түшәктә ятҡан, унан инде инвалид коляскаһына ултырырға көс тапҡан Артур ғына түгел, туғандары ла егеттең ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыуына ышанып етмәй, төрлө урындарға, шул иҫәптән им-том оҫталарына ла мөрәжәғәт итә. Массаж менән аяҡҡа баҫыр­ға мөмкин тигән хәбәрҙе ишеткәс, уны ла һынап ҡарайҙар, әммә һөҙөмтә булмай. Уңайлы осраҡ менән файҙаланып, мал-тыуар һатып тапҡан ғына аҡсаларын кеҫәләренә һалыусылар ҙа табыла. Мәҫәлән, былтыр үҙен Баймаҡ районынан тип таныштырған берәү, өс ай эсендә аяҡҡа баҫтырам тип, Фәтхуллиндарҙың барлы-юҡлы 15 мең аҡсаһын алып юҡҡа сыҡҡан.
Ғаиләләренә ҡағылған ҡазанан бөгөлөп төшмәгән, яҙмыш ҡуйған һынауға бирешмәгән, ул ғына ла түгел, өс балаһын аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һалған, ете йылдан ашыу тормош иптәшен ҡараған һәм уға терәк булып ҡала белгән ҡатыны Гүзәлгә һәйкәл ҡуйырлыҡ! Артурҙы башҡа берәүҙәр кеүек яҙмыш ҡосағына ташлап китмәүен, тәү сиратта, ғаиләләге ихтирам һәм мөхәббәт хистәренең ныҡлығы менән аңлатырға мөмкин. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, тиҙәр бит.
– Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тормош үҙе өйрәтте. Ҡәйнәмдең гел янымда йөрөүе, төп таяныс булыуы яҙмыш һынауҙарын еңеп сығырға ярҙам итә, – ти ул.
Уҙған йыл Гүзәлдең күршеләренең балаларын янғындан ҡотҡарып алып ҡалыуы ла уның кешелек сифаттары һәм ҡыйыулығы тураһында һөйләй.
Йәшәү йәмен балаларында күрә Фәтхуллиндар. Искәндәр, Йәнбикә һәм Сыңғыҙ ҡул араһына инеп, уларҙың төп ярҙамсыларына әйләнгән. Балаларға мәғәнәле башҡорт исемдәрен Яңылбикә инәй үҙе ҡушҡан.
– Район хакимиәте, райондың Һауа-десант ғәскәрҙәре вәкилдәрен, яугир-интернационалистарҙы берләштергән ойошмалар ярҙам күрһәтеп тора, – ти Артур.
Ысынлап та, былтыр район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина, шәхсән өйҙәренә килеп, Артур Фәтхуллинға ноутбук тапшырған. Был иһә замандашыбыҙға тормоштан артта ҡалмай, яңылыҡтар менән танышыу, яңы технологияны үҙләштереү мөмкинлеген бирә. Ике йыл элек Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе райондаштары ярҙамы менән Һамар ҡалаһында шифаханала булып ҡайтҡан.
Шайтан ғына өмөтһөҙ, тигәндәй, киләсәккә ышаныс менән баға улар. Эйе, бөгөнгө алға киткән медицина Артур кеүек ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлектәренә эйә. Бер нисә ай элек Фәтхуллиндарҙың күңеленә өмөт һалып, Ҡурған ҡалаһының Г. Илизаров исемендәге “Восстановительная травматология һәм ортопедия” Рәсәй ғилми үҙәгенән операция ярҙамында дауалау мөмкинлеге хаҡында хәбәр иткәндәр. Әммә был ябай ауыл кешеһенең хәленән килерлек түгел. Дауаланыу өсөн 80 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә. Йәш замандашыбыҙ, өс бала атаһы Артур Фәтхуллиндың яҙмышына битараф ҡалмаһаҡ ине. Һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итһә, яҡташыбыҙ аяғына баҫыр, тигән өмөттәбеҙ.

Аҡса күсереү өсөн реквизиттар:
Филиал Башкирское отделение № 8598 ОАО Сбербанк России структурное подразделение № 8598/0754 БИК 048073601.
1) Счет - № 42307.810.2.0600.0371625 – Фатхуллин Артур Хидиятович
2) Карта Сбербанк Маэстро – № 67619600 0118182147

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға