28.03.2014 Кеше ғүмере – бер мәл
йәки Был тормоштоң, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп йәшәүгә бер ни етмәй
Һау-сәләмәт булырға, бер ҡасан да ауырымаҫҡа теләһәк тә, сир беҙҙән һорап тормай. Көтмәгәндә-уйламағанда, ҡапыл ауырыйһың да китәһең. Күп ваҡыт, үтер әле, тип ауырыуҙы аяҡ өҫтө үткәрәбеҙ. Ә инде үҙ аллы һауығырлыҡ булмаһа, табиптарға күҙ төбәп барабыҙ. Улар, тикшергәндән һуң кәрәк тип тапһа, дауаханаға ла һалып ҡуя. Мин дә шулай дауахана койкаһына барып эләктем.
Дауаханала айырым бер тормош ҡайнай. Палатаға инеп урынлашҡас та, ауырыуҙар бер-береһе менән таныша башлай. Мине лә был йола урап үтмәне: сәй эскән арала танышып, әкренләп бер-беребеҙ тураһында һорашып-белешеп тә алдыҡ. Настя исемле әбей эргәһенә ҡыҙы килеп, күстәнәстәр ҡалдырып киткән, ул шуға һөйөнә-һөйөнә, тәм-томдо өҫтәлгә теҙҙе. «Улым яҡында ғына йәшәй ҙә бит, дауаханала ятҡанымды белмәйҙер, күрәһең, килеп киткәне юҡ әле, – тип уфтанып та ҡуйҙы. – Ир бала – ир бала инде, әсәй хаҡында бик ҡайғыртып бармай…» Уның ҡарауы, ҡыҙың көн дә килеп хәлеңде белеп тора, тиеште башҡа ҡатындар.
Кискәрәк палатабыҙға ҡайнар һыуға бешкән тағы бер әбейҙе индереп һалдылар. Үҙен бер йәш кенә ҡыҙ оҙатып килгән. Социаль хеҙмәткәр булған икән, ул әбейҙе ҡалдырҙы ла, ҡайтып китте. Ошо Ғәлиә исемле әбей менән Настя тиҙ генә уртаҡ тел тапты, икеһе ике милләттән булыу уларға аралашырға һис тә ҡамасауламаны. Өлкәнәйгәс, бөтә һүҙ балаларға барып төртөләлер, күрәһең, сөнки ололарҙың һүҙе гел ул-ҡыҙҙары тирәһендә суратылды. Ғәлиә әбейҙең дә өс улы бар икән. Өс улым булғансы, бер ҡыҙым булһа, олоғайған көнөмдә ҡараулы булыр инем, килен кеше ҡыҙыңды алмаштыра алмай шул, тип зарланды ул. Ғүмер буйына сөгөлдөр үҫтергән, һауынсы булып эшләгән, хәҙер инде аяҡтары ла йүнләп йөрөмәй икән әбейҙең. Мунсала йығылып, ҡайнар һыуға бешеүе лә шуның касафаты.
Бер нисә көндән күрше палаталағылар менән дә дуҫлашып алдыҡ.
Күршеләребеҙ Камила менән Оля әбейҙәргә лә аралашыу етмәгәнлеге һиҙелеп тора – яндарына инеүең була, һәр береһе кемуҙарҙан үҙе хаҡында һөйләп ҡалырға ашыға. Камила әбей минән нисә балам барлығын һораны. Икәү, тип яуаплағас, нишләп аҙ ғына, ике бала бала буламы ни, тип асыуланып уҡ ҡуйҙы.
– Ҡартым ғүмер буйына аҡсалы эштә эшләне, үҙем балалар уҡыттым. Уҡытыусы әсәйемде тыңлаған булып, ни эшләп бер бала менән ҡалғанмын икән, тип үкенәм хәҙер. Әле бына ҡара-ҡаршы ултырып, тәмләп сәй эсергә, бергә үткән ғүмер юлдарын хәтерләргә ҡартым да эргәмдә юҡ. Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә ул, ҡартайғанда бергә йәшәүгә ни етә?! Яңғыҙыма донъя көтөүе ауыр, бик ауыр… Улым баш ҡалала, ҙур урында эшләй. Уға асыуланмайым, минең янға йыш килеп йөрөргә ваҡыты юҡ. Бер нисә балам булһа, береһе бушамаһа, икенсеһе барыбер килер ине, тим дә бит… – тине ул.
Икәү менән сикләнмә, тағы бәпестәр алып ҡайт, ҡартайғас, һөйөнөп ултырырһың, тип киҫәтеп тә ҡуйҙы хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Ысынлап та, Камила әбейгә олпат кәүҙәле, уҡымышлылығы йөҙөнә сыҡҡан ир-егет килеп киткәнен күрҙем. Әсәһенең һикһән йәшлек юбилейы дауаханала ятҡан сағына тура килгәнгә күрә сәскәләр, емеш-еләк, ҙур торт ҡалдырып китте. Тик, эш кешеһе булғанлыҡтан, әсәһе янында оҙаҡ тотҡарлана алманы, ҡабаланды. Ул килеп киткәндән һуң күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ла, бер аҙ моңһоулыҡ та сағылған Камила әбей, улымдың күстәнәсе тип, торт менән шәфҡәт туташтарын, палаталағы иптәштәрен ихлас күңелдән һыйланы.
Камила әбей менән бер палатала ятҡан Оля әбейҙең яҙмышы ҡатмарлыраҡ кеүек. Ире Иван менән улар бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләгән. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡандан һуң балалары алыҫ тарафтарҙа төпләнгән. Бабайы вафат булып ҡалған. Оля әбей күп йылдар шәкәр диабеты менән ауырый. Артыҡ тән ауырлығы арҡаһында ул аяҡтарына ла баҫа алмай. Әсәләрен тәрбиәләргә тип, балалары һөйләшеп ҡалдырып киткән ҡараусы ҡыҙ әбейҙең аяҡтары серей башлағанлығы хаҡында әйтте. Күп тә үтмәй, Оля әбейгә операция эшләнеләр. Операциянан һуң хәле нисек булғандыр, артабан уны кем тәрбиәләгәндер, билдәһеҙ...
Эргәбеҙгә ауыр хәлдәге Хәнифә әбейҙе килтерҙеләр. Аяғындағы шеше һыҙлауға түҙә алмайынса ятҡанда ла әбей балаларын маҡтап бөтөрә алманы. Ысынлап та, һүҙ тейҙерерлек тә түгел шул уның ул һәм ҡыҙҙарына – әсәләре янында йүгерешеп кенә торҙолар, әле береһен, әле икенсеһен алып килделәр. Шулай тырыша торғас, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп тиҙ арала әсәләрен аяҡҡа ла баҫтырҙылар!
Шулай төрлө яҙмышлы әбейҙәр менән аралашып, ғүмер көҙө яҡынайғанда балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарына, наҙына, мөхәббәтенә сорналып йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡлығына инандым. Кеше ғүмере – бер мәл генә, тип юҡҡа әйтмәйҙер ололар. “Яңы ғына йәшәй башлаған кеүек инек, ҡартлыҡҡа ла килеп еткәнбеҙ”, – тигәнде йыш ишетергә тура килә улар ауыҙынан. Шуға ғүмерҙең һәр минутын заяға үткәрмәй, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп, уларҙың хөрмәтен тойоп йәшәүгә бер ни етмәй. Һәр беребеҙ иғтибарға, ҡайғыртыуға мохтаж.
Гөлсәсәк СӘЛИХОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.