«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Анһат юл менән – 4 млн һум аҡса



21.03.2014 Анһат юл менән – 4 млн һум аҡса

Стәрлетамаҡта алдаҡ юл менән 4 млн һум аҡса алырға маташҡан 42 йәшлек ир ҡулға алынған.
Тикшереү материалдары буйынса, ул ҡалалағы химия предприятиеһы етәксеһенә, заводты яҡшы яҡтан күрһәтмәгән видеоматериалдарға алмашҡа 4 млн һум аҡса һорап мөрәжәғәт иткән. Аҡса алған ваҡытта енәйәтсене Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Һуңынан асыҡланыуынса, ул Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса экологик күҙәтеү йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Денис Громов булып сыҡҡан. Был ир Стәрлетамаҡта экология мәсьә­ләләренә ҡағылышлы протест акцияларын ойоштороусы һәм Өфө районында “Кро­ношпан” заводын төҙөүгә ҡаршы әүҙем сығыш яһаусы булараҡ билдәле. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
“Башҡорт сода компанияһы” асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры Сергей Лобастов әйтеүенсә, һүҙ уларҙың предприятиеһы тураһында бара. Һуңғы йылдарҙа был беренсе генә осраҡ түгел. Әлегә тиклем бындай шантаж осраҡтарына иғтибар итмәҫкә тырышһалар, һуңғыһында предприятие етәкселеге хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға