21.03.2014 Альпинарий-рокарий…
Хужалар баҡсаларында, ҙур уңыш алыуҙан тыш, гүзәллек тә күрергә теләй. Шуға ла хәҙер күптәр ағас төптәрендә матур табындар ҡора, күлдәр эшләй, сәскәләр ултырта. Альпинарийҙар быға тиклем төрлө биналар алдында ғына популяр булһа, бөгөн ябай баҡсаларҙа ла күренә башланы. Кемдер баҡсаһында – альпинарий, кемдер рокарий ойоштора. Уларҙың айырмаһын белеү һәм оҡшағанын һайлап алыу талап ителә.
Альпинарий – декоратив тау. Уның матурлыҡ биреп тороуҙан башҡа файҙаһы юҡ. Үҙ зауығыңа ҡарап сәскә һәм башҡа үҫемлектәр үҫтерергә була. Таштары эреле-ваҡлы һәм тау кеүек булып өйөлөп тора.
Рокарий баҡсала ҙур урын биләй, уны баҡсаның буйынан-буйына ла ойошторорға мөмкин. Рокарийҙың таштары эре һәм төрлө ерҙәрҙә “туҙып” ята. Рокарий эсендә һуған-фәлән үҫтерергә, сәскәләр, кәрлә шыршы һәм башҡа үҫентеләр менән композициялар эшләргә була. Ҡыҫҡаһы, рокарий үҙе бер бәләкәй баҡса инде ул.