«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ



21.03.2014 Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ

Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙМин һеҙгә Стәрлетамаҡ райо­нының Мырҙаш ауылында йә­шәүсе Миҙхәт Сәфәрғәле улы һәм Нажиә Йәһүҙә ҡыҙы На­сировтар тураһында яҙырға булдым. Улар – минең ҡайным һәм ҡәйнәм.
57 йыл бергә ғүмер итәләр. Алла бирһә, 60, 70 йылға етергә яҙһын. Ҡайныбыҙ былтыр 80 йәшен тултыр­ҙы. Бала-сағалары, туған-тыумасалары менән уның ҙур юбилейын август айында гөрләтеп үткәреп ебәрҙек.
Насировтар 1956 йылда Мәләүез районының Казанковка ауылында танышып, өйләнешә. Ҡайным ғүмер буйы биргадир булып эшләне, аҙаҡ янғын һүндереүсе, газсы булды. Уның хәстәрлеге менән ауылда күпер төҙөп ҡуйҙылар, урамдарҙа асфальт һалыуҙа, газ индереүҙә лә әүҙем ҡатнашты. Миҙхәт Сәфәрғәле улы үҙен ауылдаштары алдында алсаҡ, тырыш атай тип күрһәтте.
Ә ҡәйнәм һатыусы, һауынсы булып эшләне. Биш бала – ике ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, 12 ейән-ейәнсәрҙәре, туғыҙ бүләләре бар. Олатай һәм өләсәй булып, балаларыбыҙҙы ҡарарға ярҙам иттеләр.
Хәҙерге ваҡытта Миҙхәт һәм Нажиә Насировтар бәләкәй улдары менән тора. Тағы ике улы ауылда донъя көтөп, мал аҫрап йәшәй. “Былай оҙаҡ бергә татыу йәшәүҙең сере нимлә?” – тип һораһаң, улар: “Бер-береңде хөрмәт итеүҙә, тыңлауҙа һәм сабыр итә белеүҙә”, – ти. Йәшәгеҙ әле һеҙ, әсәй, атай, тағы оҙон-оҙаҡ, беҙҙе шатландырып! Һеҙгә бөтә балаларығыҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Г. НАСИРОВА.

Стәрлетамаҡ районы,
Мырҙаш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға