«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәшәү ҡөҙрәте, бөйөк әсәлек тойғоһо уларҙы көслө иткән!



14.03.2014 Йәшәү ҡөҙрәте, бөйөк әсәлек тойғоһо уларҙы көслө иткән!

Йәшәү ҡөҙрәте, бөйөк әсәлек тойғоһо уларҙы көслө иткән!Атайымдың әсәһе Бибикамал өләсәйем вафат булғанда миңә ни бары һигеҙ йәш кенә ине. Уны һуңғы тапҡыр күреүем тоноҡ ҡына булһа ла хәтерҙә ҡалған. Май айы ине булһа кәрәк. Бик ныҡ сирләһә лә, район дауаханаһында оҙаҡлап ятмай ҡайтып килде лә беҙҙә атай-әсәйем менән ихлас һөйләшеп ултырғайны. Һыҙланыуы йөҙөнә сыҡһа ла, кеткелдәп көлә-көлә хәбәрҙәрен теҙҙе, арҡамдан тупылдатып тороп яратып алғайны. Ә июнь баштарында ул беҙҙе ташлап китеп барҙы...
Ул Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Хөсәйен исемле хәлле крәҫтиәндең тәүге ҡатынынан тыуған берҙән-бер генә ҡыҙы була. Бығаса балалары гел үлеп торғас, уны тәҙрә аша һатып алғандар һәм Бибикамал тип исем ҡушҡандар. Бәхеткә күрә, ҡыҙ ата-әсәһен ҡыуандырып йәшәп китә. Тик әсәй наҙын оҙаҡ татырға яҙмағандыр инде өләсәйемә, Бибисафа исемле ҡартөләсәйем йәшләй генә үлеп ҡала. Күп тә үтмәй, Хөсәйен олатай Мәһәҙей ауылынан Тутыя исемле етем ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайта. Уның менән бергә Бибикамал өләсәйем йәшендәге ике эйәрсән һеңлеһе лә килә. Әмәлгә ярағандай, Тутыя Бибикамал өләсәйемде үҙ балаһылай итеп ҡабул итә, үҙ сиратында олатайым да уның һеңлеләрен йәберләмәй генә ҡарай. Тиҙҙән үҙҙәренең дә бер-бер артлы өс балаһы тыуа. Олатайым донъя көтөргә бик әүәҫ, бөтмөр кеше була. Күпләп йылҡы, һыйыр, ваҡ мал үрсетә. Ауылдың хәлһеҙ йәшәгән кешеләре уларҙа ялланып көн иткән. Малынан алған табышты йыш ҡына ул Әүжән баҙарына һатырға алып сыҡҡан. Ололар һөйләүенсә, юлда йөрөгәндә башҡорт һәм урыҫ ылаусылары араһында төрлө ыҙғыштар ҙа булып алған. Мәҫәлән, баҙарҙағы урын йәки юл өсөн. Ҡышын сана юлы берәү генә булғанлыҡтан, ҡапма-ҡаршы осрашҡан саҡта кемдер ылауы менән ситкә, көрткә сығып торорға тейеш булған. Ә минең ҡарт олатайым урыҫ телен һәйбәт белгән, шулай уҡ кәүҙәгә лә бик елле булған, шуғалыр Әүжән урыҫтары уны ихтирам иткән, шөрләгән дә. Ылауҙар осраш­ҡанда тәүҙә гел: “Хөсәйен бармы-юҡмы?” – тип һорап алыр булғандар, әгәр ул булһа, юл биреп үткәреп ебәргәндәр.
Йәшәү ҡөҙрәте, бөйөк әсәлек тойғоһо уларҙы көслө иткән!Колхозлашыу дәүере башланып киткәс, олатайымды кулак тип ҡыҫырыҡлайҙар. Үҙенә ниндәй ҡурҡыныс янағанын яҡшы аңлаған олатайым алдан уҡ ғаиләһенең яҙмышын хәстәрләй. Ҡыҙы Бибикамалды, артынан бер ат, бер һыйыр, селтәр (был биҙәнеү әйбере ул ваҡытта бер һыйыр хаҡы торған) эйәртеп, тиҙ генә Монасип ауылында йәшәүсе дуҫы һунар­сы Ғилмитдин Муллағоловтың улы Ғизитдинға кейәүгә оҙата. Шулай уҡ Тутыяның эйәрсән килгән ике һеңлеһен дә, бер ат, бер һыйыр биреп, кейәүгә бирә һала. Ә ғаиләһен Мәһәҙейгә күсерә. Күп тә үтмәй, уның бер көтөү малын колхоз төҙөү өсөн тартып алалар (хатта өләсәйемә мәһәргә бирелгән атҡа тиклем барып алып ҡайталар!), ә үҙен, кулак мөһөрө тағып, Беломор каналын төҙөшөргә ебәрәләр.
Шулай итеп, өләсәйем Монасип килене булып китә. Ликбез ғына бөткән булһа ла, уҡытыусылар етмәү сәбәпле, Ғизитдин олатайымды төрлө ауылдарға уҡытырға ебәрәләр. Уның менән ғаиләһе лә күсеп йөрөй. Балалары Ғаяз, Мирза, Марат (минең атайым) тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда олатайымды һуғышҡа алалар. Өләсәйем колхозда төрлө эштәрҙә эшләй: һыйыр ҙа һауа, һабан һөрөп, игенен дә сәсә, бесәнен дә саба, хатта һал да ағыҙғандар. Шул уҡ ваҡытта ғаиләһен дә аҫрап өлгөрә. Атайым мәрхүмдең һөйләүҙәре буйынса (һуғыш барған осорҙа ул 2 – 3 йәшлек кенә малай була), таң һарыһынан тороп эшкә киткән өләсәйемде улар, өс бала (Фәриҙә апай ул мәлдә имсәк бала була!), бикле өй эсендә ҡара төн етә яҙғансы илаша-илаша көтөп ултырыр булған. Етмәһә, бер мөйөштә һыйыр ҙа бәйле торған бит әле. “Уныһы ҡолаҡ йыртып баҡыра, өйҙә тын алғыһыҙ һаҫыҡ булып китер ине, ә иң ҡыҙғанысы – имсәк бала Фәриҙәнең биләүҙә асығыуҙан һыны ҡатып сеңләүе...” – тип иҫләй торғайны атайым. Һыйырҙы бикләмәҫ тә ине өләсәй, баҡһаң, уларҙы, хужаларынан һорап та тормай, ат урынына егеп ер һөрөргә, йә йөк ташырға алып китер булғандар. Ә эшкә тотонған малдар күпкә сыҙамаған, күтәртеп үлгән. Бер нисә тапҡыр өләсәйемдән дә килеп һорап йөрөгән колхоз етәкселәре, тик берҙән-бер күҙ терәп торған малынан яҙһа, балаларын ниндәй яҙмыш көткәнен яҡшы аңлаған әсә кеше ҡаты торған: “Һыйырға тейер булһағыҙ, ана, балаларҙы ла ҡуша алып китегеҙ, һыйыр­һыҙ мин уларҙы аҫрай алмаясаҡмын!” – тигән. Һуғыш йылдарында күптәр аслы-туҡлы көн күргән, ғаиләләре менән астан ятып үлеүселәр ҙә күп булған.
Әммә өләсәйем үҙенең һаҡсыллығы, егәрлелеге арҡаһында балаларын бәләләрҙән һаҡлап ҡала алған. Уларҙы аҡтан өҙмәгән, баҡса тултырып картуф сәсеүе лә файҙаға булған. Бәхеткә күрә, олатайым һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта (ул өләсәйемдән бик күпкә ҡалып, олоғайып вафат булды), өләсәйемдең бер аҙ кителеп торған донъяһы тағы ла теүәлләнә. Ғаиләләре лә ишәйеп китә, бер-бер артлы Ғәлиә, Азат, Фәрзәнә, Флүрә, Самат тыуа. Үҙенә уҡыу эләкмәгәнгә күрә өләсәйем балаларын нисек булһа ла уҡытыр­ға тырыша. Мирза бабайым, Темәс педагогия училищеһынан һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына, атайым шул уҡ уҡыу йортоноң филология факультетына уҡырға ингәс, ул бик ҡыуана. Мирза бабайым – тарих фәндәре кандидаты, ғилми хеҙмәттәре әленән-әле донъя күреп тора. Атайым мәрхүмдең исеме новатор уҡытыусы булараҡ республикаға киң билдәле. Үҙе география уҡытыусыһы булһа ла, ерле халыҡтың тарихын ентекле өйрәнгән һәм тикшергән Азат ағайымдың Ырғыҙлы ауылында булдыр­ған крайҙы өйрәнеү музейы районда берәү генә!
Үкенескә күрә, бала ҡайғыһын да етерлек күрә өләсәйем. Ғаяз менән Ғәлиә исемле балалары кескәй генә саҡтарында уҡ фажиғәле үлә. Өфөлә медицина институтында уҡып йөрөгән Фәрзәнә исемле ҡыҙы ла ғүмеренең иң матур йәшлек миҙгелендә ҡапыл ғына вафат булып ҡала. Иңенә шундай ауыр ҡайғылар ятһа ла, өләсәйем бирешмәй, ҡалған балалары менән күңелен йыуата, уларҙы башҡаларҙан кәм-хур итмәй кеше итергә тырыша.
Яҡшы ҡәйнә лә була белгән ул. “Кеше араһында бер ҡасан да беҙҙе, килендәрен, яманлап һөйләп йөрөмәне, киреһенсә, киленем бына тигән, тип маҡтар ине, – тип хәтерләй әсәйем. Шулай уҡ уның шундай зиһенле, диндар әбей булыуын, хәтеренең шәплеген дә һоҡланып телгә ала. Уҡый-яҙа белмәһә лә, ул-был ваҡиғаларҙың ҡасан булғанын һәм кемдең ҡасан тыуғанын көнө, айы, йылы менән иҫләне, ул ғына ла түгел, кем кемгә зат булыуын әллә нисә быуынына тиклем һанап бирер ине, ти. Бәлки, быға аптырарға ла түгелдер, сөнки ҡатындарҙы табип ярҙамында дауаханаларҙа бәпесләтә башлағанға тиклем ауылдың кендек инәһе лә ул булған бит. Бынан тыш, им-том менән дә шөғөлләнгән. Кешеләр тынысһыҙланып илаған сабыйҙарын ҡот ҡойҙорорға йыш ҡына уға килтерер булған.
Һигеҙ йыл ғына өләсәй тәрбиәһе алып ҡалһам да, уның менән бәйле хәтирәләр күңелдә әле лә йәшәй. Үҙе эшсән булғанғалыр, беҙҙе лә эшкә өйрәтеп үҫтерергә тырышты. Ваҡ-төйәк йомоштарын ҡушыр ҙа аҙағынан маҡтап-ҡупайтып ҡуйырға ла онотмай торғайны. Ҡыуана-йүгерә тыштағы баҙынан һөт-ҡаймаҡ, утынлыҡтан утын индереүҙәрем, бер тапҡыр ҡаймаҡлы кәсәмде яңылыш төшөрөп ватып илаулап ултырыуым да иҫтә. Биҙрәләремдең яртыһын да тултырмай иң тәү тапҡыр һыу килтергәнемдә нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ... “Ҡыҙым эшкинде!” – тип яратып-яратып алғайны. Иң иҫтә ҡалғаны – бәләкәй генә аласығында һөт айыртҡаны. Ҡустым менән икебеҙ ағас ҡалаҡ тотоп сепараттан биҙрәгә ҡойолған һөттөң күбеген тәмләп-тәмләп ялар инек. Ә инде икмәккә яңы ғына айыртылған йылы ҡаймаҡты яғып ашау үҙе ни тора!..
Икенсе өләсәйем Рәхилә (бала сағымда мин уны Ҡыпсаҡ өләсәй тип әйтә торғайным), йәғни әсәйемдең әсәһе – Баймаҡ ҡыҙы. Ул 1925 йылда Темәс ауылында Сәмиға һәм Әҙеһәм Ирназаровтарҙың ғаиләһендә донъя­ға килә. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамларға ҡына йөрөгәнендә ҡәһәрле һуғыш башланып китә. Ошоғаса ғаилә йөгөн тартҡан өс ағаһын бер-бер артлы һуғышҡа алалар. Гөрләп торған өйҙә ул оло йәштәге ата-әсәһе һәм кескәй ҡустыһы менән генә тороп ҡала. Етмәһә, күп тә үтмәй, атаһы, ҡапыл сирләп, мәрхүм булып ҡуя. Өлкән ағаһының яуҙа һәләк булыуы тураһында хәбәр ителгән “ҡара ҡағыҙ” уларҙың йөрәгенә тағы бер уңалмаҫ яра һала. Тик өләсәйем бирешмәй. Донъя йөгөн тартыу тулыһынса үҙ иңенә ятһа ла, Темәс педагогия училищеһында уҡыуын дауам итә. Ә кистәрен ауылдағы урыҫтарға (улар баҡса үҫтерергә бик әүәҫ була, шуға хәллерәк тә йәшәй) эш эшләп, әсәһе менән ҡустыһын да туйындыра. Тәүге эш хаҡы – бер сеүәтә картуф алып ҡайтып, өйҙәгеләрен нисек ҡыуандырғанын, уларҙан да бигерәк үҙе шатланғанын бөгөнгөләй хәтерләй ул. Артабан яҙмыш уны шул уҡ училищела уҡып йөрөгән олатайым Мөҙәрис Мөбәрәк улы Ғәликәев менән осраштыра. Әмәлгә ярағандай, өләсәйемде бер нисә әхирәте менән Бөрйән районына эшкә ебәрәләр. Күп тә үтмәй, олатайым менән өләсәйем сәстәрен сәскә бәйләй. Ул ваҡытта уҡытыусыларға мохтажлыҡ ныҡ ҙур булғанлыҡтан, ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәй уларға. Байғаҙы, Ҡолғана, Килдеғол ауылдарында эшләп китәләр. Ҡайһы бер йылдарҙа хатта икеһе ике ауылда эшләгән мәлдәре лә була. “Ул мәлдә техника булмағас, олатайың менән каникулдарҙа ғына күрешер инек, үҙем дә, балалар ҙа һағынып бөтә торғайныҡ”, – тип иҫләй хәҙер өләсәйем. Уларҙың тәүҙә тәғәйен генә йәшәү урыны ла булмай. Ниһайәт, бер нисә йылдан улар олатайымдың тыуған ауылы Әбделмәмбәткә (ерле халыҡ телендә Ҡыпсаҡ ауылы) ҡайтып төпләнәләр. Өй һалып сығалар, шул уҡ ваҡытта икеһе лә мәктәптә эшләүен дауам итә. Ул арала ете бала бер-бер артлы ҙурайып, оло тормош юлына аяҡ баҫа бара: кемеһе – училище, кемеһе юғары уҡыу йортон тамамлап, төрлө урындарҙа эшләй башлай, ғаилә ҡора. Оло ҡыҙҙары Ғәлиә, Фәниә, Зәкиә бөгөн хаҡлы ялда. “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исемен йөрөткән Ғәлиә инәйемде Әбйәлил районында белмәгән кеше һирәктер. Сөнки ул – йөҙәрләгән баланың кендек инәһе булған хөрмәткә лайыҡ табибә. Фәниә инәйем дә шул районда оҙаҡ йылдар халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Өсөнсө ҡыҙы Зәкиә, йәғни минең әсәйем Әбделмәмбәт мәктәбендә балаларға биология фәненән белем бирҙе, тырыш хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә кесе ҡыҙҙары Ғәҙилә әлеге көндә Сибай институтында студенттарға башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса дәрестәр бирә. Иң оло улы Ғәли ауыл советы хакимиәтен етәкләй. Юлай һәм Айҙар ағайҙарым да ауылда төпләнеп, гөрләтеп донъя көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайыма балаларының ошо уңыштарын, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп, оҙаҡ йәшәргә яҙманы, ҡәһәрле сир уны беҙҙең аранан бик иртә алып китеп барҙы.
Рәхилә өләсәйемдең хаҡлы ялда булғанына инде 30 йылдан ашыу. Шул арауыҡта ла ул әллә күпме эш башҡарҙы. Ауылда тәүгеләр­ҙән булып ислам дине ҡанундарын өйрәнде, намаҙға баҫты, ураҙа тотто. Ә инде бәйләм бәйләү, тегеү уның иң яратҡан шөғөлөнә әйләнде. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәне, оҙаҡ йылдар ауылдың ветерандар советы рәйесе булды. Матбуғат биттәрендә донъяуи мәҡәләләре лә әленән-әле донъя күреп торҙо. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә, йылы ойоҡбаштар бәйләп кейҙерә. Ә иң мөһиме – фәһемле кәңәштәренән яҙҙырмай, рухи тормош һабаҡтарын гел унан алабыҙ. “Ғаиләгеҙ ныҡлы булһын тиһәгеҙ, бер-берегеҙҙе аңлап, ихтирам итеп йәшәгеҙ. Кәрәк саҡта өндәшмәй ҡалыу ҙа бер һөнәр. Төшкән ерегеҙҙә минең кеүек таштай батығыҙ”, “Аҙыҡ-түлекте бер ҡасан да исрафламағыҙ, бигерәк тә аҡты унда-бында түккесләмәгеҙ, юғиһә малығыҙ­ҙың ҡото китер”, “Мода тип, үҙегеҙгә килешмәгән кейем кеймәгеҙ (бигерәк тә ҡыҙҙарҙың ҡыҫҡа итәк, салбар кейгәнен яратмай ул), зауыҡ менән кейенегеҙ, бик булмаһа, тегеп кейегеҙ”, – ти ул йыш ҡына. Беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, көндәлек тормошта иң кәрәк, мәҫәлән, йоҡларға ятҡанда, йоҡонан торғас, ашап бөткәс, юлға сығыр алдынан уҡыла торған доғаларҙы ятлатыусы ла өләсәйем. Бәләкәйерәк саҡта уның эргәһенә йоҡларға барыу беҙҙең өсөн ҙур бер байрам булғандыр ул. Ураҙа айҙарында кисен өләсәйемдең тәм-томо менән ауыҙ асыу, иртә менән тороп сәхәр эсеү, йоҡлап киткәнсе тылсымлы әкиәт тыңлау – барыһы ла иҫтә...
Өләсәйемдең маҡтауға лайыҡ тағы бер үҙенсәлекле яғы бар: Бөрйән районына килен булып төшөүенә 65 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китһә лә, ул бер ҡасан да үҙенең данлы Темәсен, абруйлы Ирназаровтар затынан булған туғандарын һис онотмай. Күптән гүр эйәләре булған ата-әсәһе, ағайҙары һәм башҡа яҡындары рухына арнап аяттар уҡыта. Шулай уҡ йылына бер тапҡыр булһа ла тыуған ауылына ҡайтып әйләнер ҙә туғандарының һәр береһенә йөрөп күрешеп, хәл белешеп ҡайтыр ине. Үкенескә күрә, сирләү сәбәпле, һуңғы арала ғына Баймағына бара алғаны юҡ өләсәйемдең.
Өләсәйҙәремдең яҙмышы тураһында, әлбиттә, китап яҙырлыҡ. Аслыҡ-яланғаслыҡ та, һуғыш дәүере ауырлыҡтары ла, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы ла, тормош ғәҙелһеҙлектәре лә уларҙы һындыра алмаған. Тырышып эшләгәндәр, сәмләнеп йәшәгәндәр, итәк тултырып балалар ҙа үҫтергәндәр. Йәшәү ҡөҙрәте, бөйөк әсәлек тойғоһо уларҙы көслө иткән!

Зөлфиә СӘЛИХОВА.
Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға