14.03.2014 «Һуғыш беҙҙе бер һыуға, бер утҡа һалып сыныҡтырҙы...»
Хеҙмәт ветераны Исрафил Үтәрбаев, беҙҙең быуын иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы бер кемгә лә күрергә яҙмаһын, ти
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан Үтәрбаевтар ғаиләһенә бер-бер артлы оло һынауҙар килә. Уларҙың башы – 1942 йылдың февралендә, сөнки тап шул айҙа ғаилә башлығы Исмәғил фронтҡа китә. Ә ҡатыны Әлимә дүрт бала менән тороп ҡала.
– Миңә ул саҡта 13 йәш ине, – тип хәтерләй Исрафил Үтәрбаев. – Һуғыш башланғас, бейәләр көтөүсеһен фронтҡа алдылар, һәм мине уның урынына эшкә ҡуштылар. Көҙөн уҡырға октябрҙә генә барҙыҡ, сөнки эш күп ине – башланғыс синыф уҡыусылары башаҡ сүпләне, ә беҙ, өлкәндәр, баҫыуҙан тирмән эргәһендәге токка көлтә ташыныҡ. Октябрҙә уҡырға барғас, көндөҙ уҡыныҡ, ә төнгөлөккә тағы эшкә сыҡтыҡ. Йоҡо туймай торғайны, дәрестә йоҡлайбыҙ ҙа китәбеҙ, уҡытыусылар асыулана... Тиф ауырыуы башланғас, мәктәпте яптылар, унда сирлеләрҙе һалдылар. Беҙҙе, етенсене бөттөләр, тип, дәфтәр битенән танытма эшләп, мәктәптең штампын ҡуйып, уҡытыусылар ҡултамғаларын ҡуйып, Темәс педучилищеһына уҡырға ебәрҙеләр.
Шулай итеп, 1942 йылдың декабрендә улар, бер төркөм үҫмер – өс ҡыҙ ҙа, дүрт малай – Темәс педучилищеһына уҡырға бара. Әммә унда аслыҡтан үлә яҙғас, тыуған тупһаға ҡайтып үләйек, тип кире ҡайтырға сығалар. Бер ауылға килеп етәләр, мейесе яғылған, унда йылы буласаҡ, тип тәҙрәһе ирегән өйгә ҡунырға инәләр.
– Ҡужанда шулай бер әбейгә индек, – тип һөйләй Исрафил Исмәғил улы. – Мейесендә картуфы бешеп ултыра ине, беҙгә өсәрҙе бүлеп бирҙе. Улы эштән ҡайтҡас, беҙҙе йәлләп, әсәһенән тағы өсәр картуф бирҙертте. Ләкин кесеһенән үтте, олоһона барып етмәне, тигән кеүек, ас кешегә был бик аҙ булып ҡалды. Кеҫәлә үҙем яһап алған бәке ята ине, шуны сығарып, ҡулымда уйнатып ултырам, егет һораһа, бирермен, тим. Күреп, ҡыҙығып китте. Ҡалай матур бәке, бирәһеңме әллә, ти. Картуф бирһәң, бәке һинеке, тим. Алмаштыҡ шулай. Ҡәнәғәт рәүештә, рәхмәт уҡып, юлыбыҙҙы дауам иттек. Ҡыш бит, Йәлембәт тигән ауылға килеп еткәнсе картуф өшөнө. Унда бер өйгә инеп, тимер мейескә картуфты йәбештереп, сейле-бешле ашаныҡ шунда. Ана шулай ҡаңғырып, мең михнәт менән юлһыҙ-ниһеҙ, бата-сума, бер аҙнанан ашыу тигәндә саҡ ауылыбыҙға ҡайтып йығылдыҡ.
Ҡайтып килгәс, колхоз рәйесе Исрафилды кәнсәгә саҡырта. Үҫмер барып ингәс тә, ул аҡырып ебәрә:
– Нимә, ҡасып ҡайттыңмы?
– Юҡ, – ти ҡурҡҡан бала. – Аслыҡтан ҡайттыҡ.
– Нимә, бында туйырмын, тинеңме?
– Юҡ, исмаһам, ҡайтып үләйек, тинек тә, ҡайттыҡ...
– Уҡытыусы булғың килмәгәс, көтөүсе бул! Һыйыр ҡара! Хәҙер үк фермаға бар!
Ул саҡта бындай ҡылыҡ өсөн төрмәгә ултыртыуҙары ла ихтимал ине, шуға ла рәйестең аҡырыуынан ҡалтырап торған үҫмерҙең эсенә йылы йүгерә. Ул ҡыуанысынан тиҙ генә өйөнә ҡайтып, шатлығын әсәһе менән бүлешә лә, фермаға саба. Бәләкәймен, тип тормай, өлкән ҡатындарҙан ҡалышмай эшләй. Ҡышты имен-һау сыҡҡас, йәйге көтөү башлана. Мал көтөп йөрөгәнендә Исрафилға үгеҙ һөжүм итә. Нисек шунда тере ҡалғандыр, үҙе лә аңламай. Үҫмерҙе үгеҙ һөҙөп үлтерә яҙғас, уға күтәртеп ятҡан атты бирәләр. Былай ҙа аяғында саҡ баҫып торған малды йәлләп, Исрафил уны етәкләп кенә йөрөтә. Үгеҙҙе күргән һайын үс алыу тойғоһо менән янған малай, ат менерлек булып нығынғас, теләген тормошҡа ашырырға ниәтләй. Оҙон һуйыл ҡырҡып алып, үгеҙҙең артынан һыбай барып, арҡаһына үсе ҡанғансы елгәрә. Әммә аңғармай ҡала – үгеҙ йәһәт кенә әйләнеп, аты менән уны ҡуша һөҙә лә ҡуя. Исрафил саҡ ҡасып ҡотола, ә ат меҫкен ике көндән һуң теге донъяға китә...
1943 йылда тағы бер фажиғәле хәл була. Февралдә фермала тел бешмәһе ауырыуы (ящур) килеп сыға. Ауыл һыйырҙарына йоға, тип, ферма һыйырҙарын һыу эсергә сығармаҫҡа ҡушалар. Исрафил уларға мискә менән мәкенән һыу ташый. Бер көн ул мәкенән биҙрә менән һыу алып торғанда, боҙҙоң сите ярылып китеп, үҫмер мәкегә оса. Мәке оҙон, киң була, үҙе тәрән, һыуы ҡайнап, урғылып ята. Биҙрә күҙ асып йомғансы боҙ аҫтына китә. Исрафил, мин дә шул биҙрә артынан китермен инде, тип ҡото осоп, мәкенең йә бер яғына, йә икенсе яғына һуғылып йөҙөп йөрөй. Нисек, күпме йөҙгәндер, инде бөттөм, тигәндә, уны Хоҙай аралай: һыу урғылып, күтәреп ебәргәндә, Исрафил эсе менән мәке ситенә аҫылына. Бәхетенә бер туң һыйыр тиҙәге ҡулына эләгә. Күгәреп өшөгән ҡулдары менән шуға йәбешеп, тырмаша-тырмаша, саҡ мәкенән килеп сыға. Мәкенән сығыуы була, кейеме ҡыбырлағыһыҙ булып туңа ла ҡуя. Саҡ санаға барып йығылып, атты ферма яғына ҡыуа. Ат фермаға ингәс, ул ҡысҡыра, тик берәү ҙә ишетмәй. Шулай әрәм генә булырмын, тип өмөтө өҙөлөр саҡта, ике ҡатын килеп сығып, уны күреп ҡала. Береһе – баштан, икенсеһе аяҡтан – туң утын шикелле – күтәреп, үҫмерҙе быҙау ояһына индереп һалалар (Исрафил шунда мейес артында һалам түшәп, фуфайка ябынып, йоҡлап йөрөгән була). Йөрәгенә ҡәҙәр өшөгән, боҙло кейеме тәненә ҡуша туңған бала шул саҡта нисек ыҙаланғанын үҙе белә лә, Хоҙай белә... Кейемдәре бер аҙна буйы кибә. Исрафил Сәлимә исемле әбейҙең йоҡа ғына кәзәкейен кейеп, һыуыҡтан һыны ҡатып, көс-хәлгә эшләп йөрөй...
“Их-х, туйғансы икмәк ашарға ине”, – яҙғы һалҡын ямғыр аҫтында күшегеп, теше тешкә теймәй ҡалтыранған ҡаҡса үҫмер ябыҡ һыйырҙарҙың һыулы ҡабырғаларына йылышып йылынырға маташа. Үҙе һарыҡ көткән иптәшен, Әбделхәт Йәһүҙинды уйлап, уны йәлләй: “Ярай, мин һыйырҙарға аҙ булһа ла ышыҡланып тора алам, ә ул бахыр бөтөнләй туңды инде...” Ҡайтыуына өйҙә бәлә: 1943 йыл өсөн ит, йомортҡа, тире, йөн, май буйынса һалым түләмәгәнһегеҙ, тип, әсәһен зар илатып, һыйырҙарын, алты баш һарыҡтарын алып сығып киткәндәр... Бына ҡайҙа ул ауыл халҡы иңенә төшкән оло фажиғә...
“Исмәғил Үтәрбаев хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр килгәс тә, уны көтөүҙән туҡтамай, михнәттәргә ҡарамай, тырышып, бар күңелен һалып эшләй үҫмер. Һәм уға малдарҙы көрәйткәне өсөн райком секретары бер һыйыр бирергә ҡуша. Тик һыйыр урынына колхоздан башмаҡ бирәләр. Алла бирһә, һөтлө булырбыҙ, тип өмөтләнеп үҫтергән башмаҡтарын тана итеп алыуға, бүре йыҡҡан колхоз һыйыры урынына кире алып ҡуялар. Шулай итеп Үтәрбаевтар тағы ла малһыҙ тороп ҡала...
Һуғыш тамамланғандан һуң бер нисә ай үткәс, өйҙәрен шатлыҡҡа күмеп, Исмәғил ҡайтып төшә. Керчь утрауында ҡаты яралы килеш пленға эләккән башҡортто концлагерҙан совет һалдаттары 6 майҙа сығарған була. Тик фашистарҙан ҡотолһалар ҙа, үҙебеҙҙең илгә ингәс, станция һайын һорау алыуҙар башлана. Ауылда ла уға тыныслыҡ эләкмәй: һис бер туҡтауһыҙ һорау алыуҙар, тикшереүҙәр, эҙәрлекләүҙәр дауам итә. Ә Исрафил ФЗО-ға уҡырға инә. Эй, рәхәт була уға! Тамағы туйып ҡала: көнөнә берҙе генә эләккән шып-шыйыҡ өйрә түгел алдында, ә икмәк, аш, сәй... Өс тапҡыр ашаталар ашханала! Ике пар ботинка, бушлат, башлыҡ һәм тағы ла әллә күпме әйбер бирәләр! Бына ҡайҙа икән ул ожмах, тип уйлап, бәхетле йөрөгәнендә, уға уҡыуҙы ҡалдырып, ауылға кире ҡайтырға тура килә, сөнки яҙмыш тағы бер һынау ебәрә: аслыҡтан ғаиләһен күрше ауылға йәшәргә күсергән атаһын, пленник колхозды ташлап китте, тип, өлкән ҡыҙы менән бергә биш йылға Себергә һөрәләр. Һуңынан кире ҡайтырҙарына юлға аҡсаны Исрафил йүнәтеп ебәрә. Атаһы менән апаһы Себерҙән бөтөнләй һаулығын бөтөрөп, күләгә ише ҡайта. Йәш ҡыҙ бар көсөн тыуған еренә ҡайтып етеүгә биргән һымаҡ, күп тә тормай, йән бирә... Ә Исмәғил колхозда эшләп хаҡлы ялға сыға, 1982 йылда вафат була.
– Бына шундай ауыр ваҡыттарҙы үткәрергә тура килде беҙҙең быуынға, һуғыш беҙҙе бер һыуға, бер утҡа һалып сыныҡтырҙы, – тип йомғаҡлай һүҙен хеҙмәт ветераны Исрафил Үтәрбаев. – Беҙҙең – 1928 йылғы малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың – иңенә иң ауыр йөк төштө. Әле лә хәтерҙә ғазап сигеүебеҙ, ас-яланғас эшләүебеҙ... Һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын теләп, «Барыһы ла фронт өсөн, Еңеү өсөн!» тигән девиз менән, ас-яланғас, көндө-төнгә ялғап эшләнек дүрт йыл буйына. Хәҙер инде һуғыштың бөтөүенә алтмыш һигеҙ йыл, аллаға шөкөр, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Барыһы ла бар, аҙыҡҡа, кейем-һалымға ҡытлыҡ юҡ, йәшә лә йәшә инде! Беҙҙең күргәнде бер кемгә лә күрергә яҙмаһын!
Исрафил Исмәғил улы 1952 йылда Туйыш ауылынан Килмөхәмәт ҡыҙы Хәтирәне кәләш итеп алып, татыу ғаилә ҡора. Тыуған ауылында колхозда эшләп, тик маҡтау-хөрмәткә күмелеп, пенсияға сыға. Бер-береһен алдан күрмәйенсә, белмәйенсә, атай-әсәйҙең килешеүе буйынса өйләнгән хәләл ефете ун йыл элек вафат булған. Балалары Райхана, Әлфиә, Зиләрә, Рәғиҙә, Ғамир үҙ аллы, яҡшы итеп донъя көтә. Уларға, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарап һөйөнгән хеҙмәт ветераны Исрафил Үтәрбаев йыш ҡына үкенесле лә, һағышлы ла хәтирәләргә сума. Үткәндәрҙе онотоп та, тормош биттәренән алып ташлап та булмай – улар һәр саҡ бер өмөтләндереп, бер төңөлдөрөп, кеше күңелендә ғүмер ахырынаса йәшәй шул...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.