«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Исеме лә, үҙе лә – меңдәргә берәү



07.03.2014 Исеме лә, үҙе лә – меңдәргә берәү

Исеме лә, үҙе лә – меңдәргә берәүОлолар менән осрашҡанда улар йыш ҡына һуғыш осорон һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы иҫләй. Тиҙерәк илде аяҡҡа баҫтырырға, “бөйөк һәм яҡты киләсәк”те төҙөргә ашыҡтырған партияның нисек итеп ауыл халҡын һалымдар менән быуғанын, баш күтәреп, еңел тын алырға ирек бирмәй, ваҡыт ҡалдырмай эш менән баҫҡанын оноторлоҡ та түгелдер. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар күп осраҡта, үҙҙәренән бигерәк, балаларын йәлләй: “Бәпәй­ләгәндән һуң бер-ике аҙна үтәме-юҡмы, яланға эшкә сы­ғырға мәжбүрһең, ә ас сабыйың ята зарлап илап”, “Бер нисә айлыҡ баланы урындыҡта биленән ойоҡтар менән сөйгә эләктереп бәйләп ҡуйып, һыйыр һауырға йүгерәһең. Ҡайтыуыңа ул илауҙан шешенеп, маңҡаһына, б...на буялып ултыра”, “Арыш икмәген сәйнәп сепрәккә төйнәйһең дә, бәпескә имгес урынына ҡаптырып, быҙау ҡарар­ға китәһең...”.

– Бигерәк ҡаты һынауҙар аша үткән оло быуын кешеләре, беҙҙең өлөшкә лә эләкте улар, беҙ ҙә берәр генә ай декретта ултыр­ҙыҡ, – ошо хәлдәрҙе хәтерләп, Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе Мәүзиға Ғәбитова ауыр һуланы. – Шуға ла депутат итеп һайланғас, иң тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарға декрет ялын оҙайтҡан законды булдырыуҙы хәстәрләнем.
Нисек итеп төпкөлдә йәшәгән ябай ауыл ҡатыны ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың хоҡуҡтарын яҡлаған законды эшләүҙә ҡатнашҡан, тип аптырамағыҙ. Егерме биш йыл элек, йәғни 1989 йылдың 21 мартында киңәйтелгән пленумда йәшерен тауыш биреү юлы менән совет ҡатын-ҡыҙҙары комитетынан СССР халыҡ депутаттары һайлана, шул етмеш биш кеше араһында Башҡортостан вәкиле лә була – Әбйәлил районының Буранғол ауыл советы рәйесе Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы Ғәбитова, әлеге ваҡытта беҙҙе ихлас күңелдән аш менән һыйлаған апай. Уға ҡат-ҡат ҡарайым: күҙ теймәһен, йәш сырайлы, бер кем дә үҙ йәшен бирмәҫ, баҫып йөрөүҙәре ышаныслы, хәрәкәттәре еңел. Тәүге тапҡыр өй телефонына шылтыратҡас, трубканың икенсе яғында йәш тауыш ишетеп, Мәүзиға апайҙы таптыр­ғайным. Был мин, тигәс, ышанмай, шаяртаһығыҙҙыр, тип көлдөм. Ә тауыштың хужаһы, ысынлап та, Мәүзиға апай үҙе булып сыҡты.
– Берәй ҡасан депутат булырмын, тигән уй башыма ла инмәне, ауыл советы рәйесе ҡамытын кейҙергәйнеләр, бар көстө, ваҡытты һалып эшләп тик йөрөлдө, – тип, сынаяҡтағы сәйҙе эҫетеп, сирек быуат элек булған ваҡиғаларға тағы әйләнеп ҡайтты Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы. – Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Вазифа Байтуринаға, мин – ауыл кешеһе, үтә алмаҫмын, башҡа кешене депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтегеҙ, тиһәм, Вазифа Хәмит ҡыҙы, үтәһең, ти ҙә ҡуя. Пленумға килһәм, унда олпат-олпат кешеләр – бөтөн Союзға билдәле фабрикаларҙың директорҙары, исемдәре һәр кемгә таныш журналистар, партия етәкселәре... Бер аҙ ҡаушай төштөм, әммә үҙемде ҡулға алып, ышаныс бағлағас, уны аҡларға кәрәк, тип үҙемде дәртләндереп, әсәйҙәргә өс йыл декрет ялы бирергә, тигән төп фекерҙе сағылдыр­ған доклад менән сығыш яһаным. Һәм үттем! Әле үткәндәрҙе барлайым да, шөкөр, гел яҡшы кешеләр осраны миңә, тим, яман уйлы әҙәмдәр юлымды ҡыйманы.
Һәйбәт кешеләр күп ул, тип һүҙ һайын раҫлаған Мәүзиға апай Буранғол ауылының Совет урамында тыуған. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға, дүрт малайҙан һуң тыуған ҡыҙға, ни бары ике йәш була, ә ҡустыһы Рәил ҡорһаҡта ҡала. Ғаффан Сабит улы башын яуҙа һала... Алты бала менән тол ҡалған Хәсипъямал Мөхәмәтдин ҡыҙы көндөҙ ураҡта, бесәндә эшләй, төндә ферманы ҡарауылларға китә. Өйҙә ҡорһаҡты саҡ ҡына алдатырлыҡ тәғәм ризыҡ та, шәм дә юҡ. Хәсипъямал улдары Мөхтәр, Хә­лидар, Наип, Ситдыҡты, Мәүзиғаға теймәгеҙ, рәнйетмәгеҙ, тип тыйып ҡына тора. Хәйер, ағайҙары рәнйетеү түгел, киреһенсә, берҙән-бер һеңлеләрен хәлдәренән килгәнсә бар ауырлыҡтарҙан ҡурсаларға ынтылған була. Тик ҡайһы саҡ ип­тәш малайҙары аулаҡ­ҡа килеп, һәндерәлә һикерә, урҙа буйлап йөрөй, ел-дауылдай баҫтырыша башлаһалар ғына, ҡурсаҡтай бәләкәй ҡыҙыҡай мөйөшкә һырынып ҡурҡып ултыра. Сабырлыҡты йоҙроҡҡа йомарлап, баш бармаҡты имгес урынына һурып, йәйҙе көтөп алалар: малайҙар һарына, әтлек ҡаҙып алып ҡайта, балыҡ тота, ҡуян аулай – тамаҡ туйып ҡала. Арҡалы балаларҙы атайҙары тубыҡтарына ултыртып, һауаға сөйөп, баштарынан һыйпап һөйгән саҡта, ошо күренештән айырыла алмай ишек ярығынан ҡарап торған ҡыҙсыҡ, их, исмаһам, бер генә “атай” тиергә ине, тип һыҙлана.
– Әсәйем дә, дүрт ағайым да йәшләй үлде, ҡустым да китеп барҙы, – ти күҙҙәренән һағыш бөркөлгән Мәүзиға апай. – Бишәр-етешәр балалары ҡалды. Мине, аят уҡытып торһон, тип ҡалдырғандыр инде. Ҡырҡ биш йыл бергә ғүмер иткән тормош иптәшем дә вафат...
Бәләкәйҙән ағайҙарын, ҡустыһын теҙеп ултыртып, уҡытыусы булып уйнарға яратҡан Мәүзиға бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра алмай. Китапханаға эшкә инә. Армиянан ҡайтҡан Миҙхәт Ғәбитов, атаһының, ярлы ғаиләнән, тип ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, үҙ һүҙен һүҙ итеп, Мәүзиғаға өйләнә. Баҫалҡы, тыныс, оялсан йәш килен, китапхана эшенән тыш, ҡайны-ҡәйнәгә лә ярарға, уларҙың донъяһын гөлдәй итеп тоторға өлгөрә. Ҡайны-ҡәйнәгә, яңы туғандарға ярауы еңел дә булмағандыр йәш ҡатынға, ҡайтып китергә лә уйлағандыр, тик ундай уйҙарҙан әсәһе, кейәүгә сыҡҡас, түҙ, тип кире күндергән. Яндырай холоҡло, шәп, уҡымышлы Миҙхәт, алдынғы ҡарашлы кеше булараҡ, ҡатынының һәр яҡлап үҫеүенә булышлыҡ итә. Хәҙерге заманда мотлаҡ уҡырға кәрәк тип, Өфөләге китапхана техникумына ебәреп, ситтән тороп белем алыуын хуп күргән.
– Атайым аҙаҡ та әсәйемә гел генә терәк булды, уңышлы эшләргә ярҙам итте, – ти иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ уҡытыу­сыһы Илдар Ғәбитов. – Атайым менән әсәйемде оло мөхәббәт тоташтырҙы, бер бөтөн итте, улар ғүмер буйы бер-береһен ихтирам итеп йәшәне. Депутат эше буйынса әсәйем оҙаҡҡа Мәскәүгә китһә, бөтә донъя атайым ҡарамағында ҡала торғайны. Башҡорт иренең һыйыр һауып ултырыуын, икмәк һалыуын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ! Әйт­кәндәй, әсәйем ауыл хәбәрсеһе булараҡ гел район гәзитенә яҙышты. Йәғни гәзит-журналдар менән дуҫлығымда уның йоғонтоһо ҙур.
Китапханала матур итеп эшләп йөрөгән Мәүзиға Ғаффан ҡыҙын барыһы ла ихтирам итә, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлайҙар. Төплө аҡыллы, төрлө идеялары ташып торған, башлаған эшен еренә еткереп ҡуйырға ғәҙәтләнгән ҡатынға ауыл халҡы йыш ҡына донъяуи мәсьәләләрҙә кәңәш һорап килә. Хатта ир менән ҡатын һуғыша ҡалһа ла, йәберһетелгәндәр тәү сиратта Ғәбитов­тарҙың ишеген шаҡый. Шуға ла, тейешле белеме булмаһа ла, 1979 йылда уны ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләүҙәре тәбиғи хәл итеп ҡабул ителә. “Шәжәрә байрамы”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Иң яҡшы ҡәйнәләр”, “Иң шәп килендәр”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Өлгө­лө йорт”, “Өлгөлө урам”, “Өлгөлө ғаилә”, “Өлгөлө ир” һәм башҡа бик күп байрамдар Буранғолда уйлап сығарылып, ошо ауыл советында башланды. “Шәжәрә байрамы”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡаҙ өмәһе” буйынса республика семинары тап ошо ауылда уҙғарылды (һуңғыһы тураһында Василий Песков “Комсомольская правда” гәзитендә яҙып сыҡҡайны).
– “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын иң тәүҙә Һәйетҡолда үткәрҙек, унда егерме һигеҙ генә өй, эшләп ҡарайыҡ та, килеп сыҡһа, Буранғолда ойошторорбоҙ, тинек. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө булманы, шул тиклем күп кеше ҡайтты, байрам күҙ асып йомғансы үтте лә китте, беҙ шунан һуң дәртләнеп башҡа ауылдарҙа ла үткәрергә ниәтләнек, – тип саҡ ҡына йылмай­ҙы әңгәмәсем. – “Өлгөлө ир” конкурсында беренсе еңгән кеше Ғәли Хамматов ине. “Өлгөлө ҡәйнә” Ғәйзамал Таипова булды, ә “Өлгөлө килен” – Гөлйемеш Оморҙаҡова. Килен төшөрөү йолаһы менән айыҡ туй ҙа иң тәүҙә беҙҙә үтте. 1978 йыл ине, буғай. Шул туйҙы Магнитогорскиҙан килеп, киноға төшөрҙөләр. Туй геройҙары Нуридә менән Хәсән Хашимовтар хәҙер өлгөлө ғаилә, биш бала үҫтерәләр.
Ауыл кимәлендә “Дарыу булмаған үлән юҡ” тигән сараны ла үткәрҙек. Тәүҙә уҡытыусы Рәсимә Сәмиғуллина үләндәрҙең файҙаһы тураһында һөйләне, аҙаҡ һәр кем өҫтәмә сығыш яһаны. Халыҡ бик күп кәрәкле мәғлүмәт алды.
“Өлгөлө йорт” конкурсында еңеүселәрҙе билдәләү маҡсатында кешеләрҙең хатта бәҙрәфенә ҡәҙәр ҡарағанбыҙ. Шуның өсөн оят кеүек. Ә бер ҡараһаң, кеше һәр саҡ таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылырға тейеш. Даими рәүештә бысраҡлыҡта йәшәп, яйлап күңел дә бысрана бит. Әбей булһам да, һаманғаса, ауылым, тип янам. Берәй ерҙә Буранғолдо яманлаһалар, мотлаҡ яҡлашам. Беҙ тау буйында матур беседка эшләткәйнек, ауылдаштар шунда ғаиләләре менән сығып ял итте, йәштәр осрашты. Шуны емерәләр! Түҙмәйем, ҡырҙан килеп штакетниктарҙы емермәйҙәрҙер, моғайын, нишләп ауылдың патриоттары түгелһегеҙ, тип йыйылыштарҙа сығыш яһайым. Йәштәрҙе, балаларҙы үҙебеҙ тәрбиәләмәһәк, кем тәрбиәләр?! Беҙ элек бындай күренештәргә юл ҡуйманыҡ. Ата-әсәләр, балалар менән эште эҙмә-эҙлекле, даими рәүештә алып барҙыҡ.
“Беҙ” тигәне – ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзалары Рәсимә Сәмиғуллина, Тәнзилә Тайыпова, Шәүрә Камалова, Зәкирә Килдейәрова, Нәсимә Моратова, Гөлшат Ғәбитова, Алтынбикә Заһитова, Сәкинә Хәйруллина, Рәсилә Садыҡова, Йомабикә Камалова, Мәҙинә Вәлиәхмәтова, Фәрзәнә Йәнбирҙина, Сәфинә Солтанова, Хәлимә Исламова, Нурисафа Лоҡманова һәм башҡа ҡатындар. Улар менән бергә бөтә эштәрҙе атҡарып сығарған ауыл советы рәйесе Мәүзиға Ғәбитова.
Коммунист булһа ла, ул ғүмер буйы халҡыбыҙҙың йолаларын да, дини йолаларҙы ла теүәл үтәй. Хәҙер ысын кимәлдә мөьминә, бер намаҙҙы ла ҡалдырмай. Ҡот ҡоя, өшкөрә белә. Етмеш биш йәштәмен, тип тормай, һаман тынғы белмәй, күпләп мал тота – бейә, тай, ҡолон, һыйыр, башмаҡ, быҙау, һарыҡтары, ҡош-ҡорто бар. Мәүзиға апайҙың өлкән ҡыҙы Роза Дәүләттә уҡытыусы булып эшләй. Илдар улы – Өфөлә, Азаматы ауылда төпләнгән. Ҡарлуғасы Себерҙә йәшәй. Йөрәкте бөтмәҫ үкенестәргә һалып, кинйәкәйҙәре Фазыл был донъянан үҙ ирке менән китеп барған... Ҡалған иҫән балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә йыуана, бауырын уларға баҫа әсә.
Депутат булған сағында Мәүзиға Ғаффан ҡыҙы ауылға, районға күп матди ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Буранғолда мәҙәниәт йорто, ҙур магазин төҙөлә, тәбиғи газ үткәрелә, юлдар рәтләнә, техника ҡайтарыла... Башҡа райондарҙа ла байтаҡ эш атҡарыла. Ул күптәр кеүек баш ҡалала, Мәскәүҙә, ҡалыу яғын да ҡарай ала ине, әммә Буранғол ҡыҙы тамырҙары менән тыуған еренә береккән, тыуған ауылына мөкиббән киткән. Бер ваҡытта кеше башынан йөрөмәгән, башҡаларҙың өлөшөнә инмәгән иҫ киткес намыҫлы кеше, СССР депутаты әле беҙҙең өсөн табын ҡорған. Килгән ҡунаҡтарға шулай уның ишектәре лә, йөҙө лә һәр саҡ асыҡ, самауыры ҡайнап тора, йыуасалары өҫтәлгә теҙелә лә башлай. Бына шулай, бөйөклөк ябайлыҡта ул...

Баныу Ҡаһарманова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға