07.03.2014 “Йәр бирмәк – йән бирмәк”
Өсөнсө тарих: “Бәхет төшә тамсы-тамсы...”
Гүзәл
Был осраҡ, бәлки, “Йәр бирмәк – йән бирмәк” әйтеменә тап килеп тә бөтмәйҙер, сөнки йәрен икенсе ҡатынға түгел, үлемгә биргән ҡатын тураһында булыр һүҙем. Ә шулай ҙа уйланырға урын бар һымаҡ ...
Гүзәлдәрҙән гүзәл үк булмаһа ла, ҡарап тороуға һөймәлекле, мөләйем, ихлас ҡына был апай йәш саҡта төшөп ҡалғандарҙан булмаған. Хәҙер ҙә, 60 йәште үтһә лә, етеҙ хәрәкәтле, бер аҙ тулыланған кәүҙәһе лә йәтеш кенә. Яп-ябай, эскерһеҙ, эсендәге тышында үҙенең.
– Яратышып өйләнештек, – ти Гүзәл апай. – Икебеҙ ҙә юғары белемле уҡытыусылар, төрлө ҡалалағы уҡыу йорттарын тамамлап, бер мәктәпкә эшкә килгәйнек. Арыуыҡ ҡына дуҫлашып йөрөп ҡауыштыҡ. Мин алыҫ райондан, был районды ла, төпкөлдәге ауылды ла тәүгә генә күреүем. Шулай ҙа күнегеп, өйрәнеп, матур ғына эшләп киттем, тормошҡа сыҡҡас, иптәшем миңә ҙур терәк булды. Һәүетемсә генә йәшәнек, балалар ишәйҙе...
...Бәхетле йәшәргә бөтә шарттар ҙа бар һымаҡ: ғаилә, йорт, эш, балалар. Әммә ир кешенең күңелендә ниҙер шартлап өҙөлгәндәй тойола, ул ҡапыл һына: эшкә илке-һалҡы ҡарай башлай, йәшәүҙең йәмен тапмай, тормош көтөүгә әүәҫлеге юғала. Бәлки, бар йөрәге менән ысын партия һалдаты булған ир-уҙамандың илдәге түңкәрелеш, коммунизм төҙөп йөрөгән ерҙән, ҡырҡа боролоп, ҡырағай капитализм һәм ҡырағай баҙар шарттарына әйләнеүе уның ышанысын юғалтыуға килтергәндер. Ул быҫҡып-быҫҡып һүнә, эштә лә йүнләп эшләмәгәс, әрләнеүҙәр, иҫкәртеүҙәр, шелтәләр эләгә. Ул арала ир эсергә лә әүәҫләнеп ала. Эсһә, мәктәп директорына ҡаршы сығып, үҙенең хаҡлылығын иҫбат итергә тотона. Эскән кешене мәктәптән ебәреү бер ни тормай – ҡыҫҡартыуға эләгә. Ә бит унан алда ир кеше үҙе тиҫтә йылға яҡын мәктәп директоры вазифаһын атҡарырға ла, абруйлы, дәрәжәле кеше булырға ла өлгөрә. Эштән ебәрелгәс, оҙон-оҙаҡ айҙар буйы “ҡайғыһын йыуып”, түбәгә төкөрөп, тапҡан-таянғанын эсеп ята.
Шулай ҙа киренән аяҡҡа баҫырға көс таба – шәхси эшҡыуар булып китә. Ғүмерендә белмәгән-күрмәгән шөғөлгә тотонһа ла, теләге булғас, эше алға китә, сөнки белмәгәнен һораша, күп итеп үҙәк һәм республика матбуғатын уҡый, махсус әҙәбиәттәр яҙҙыра, фәнни ҡараш менән тотоноп китә был яңы кәсебенә (билдәле сәбәптәр арҡаһында шөғөлөн яҙып тормайбыҙ). Уңыш йылдар үткәс килә: табыш арта, абруйы тағы күтәрелә, ниһайәт, ул йәшәүҙән йәм таба. Әммә... бөтәһе лә ал да гөл тигәндә иргә тағы күңелһеҙ була башлай. Холҡо менән көрәшсе булғандыр, моғайын, уға һәр саҡ көрәшергә, яңылыҡты үҙләштерергә, нимәлер асырға кәрәккәндер, еңеүгә мохтажлыҡ кисергәндер. Ул тағы бойоға, шешәгә үрелә. Ҡатынынан да һүрелә. Гүзәл апай нисек кенә уны өгөтләп, әрләп, эсеүен ташлатырға, инде ҙурайып, тыуған оянан, ата-әсәнең йылы ҡосаҡтарынан сыҡҡан балаларынан оялтырға маташып ҡарамаһын – фәтүә булмай.
Икәүҙән-икәү ҡалған донъя ҡотһоҙлана. Ике хаҡлы ялдағы кеше сөкөрҙәшеп, аңлашып ҡына донъя көтөр урынға көн дә талаш-иреш, кәмһетеү-һүгенеү, иҫерек шешәләштәр менән көнө-төнө кәйеф-сафа ҡороу башлана. Ҡатынын тыңлау түгел, күрергә лә теләмәгән ир Гүзәл апайҙың бынан китеүен талап итә. Ирен һынап ҡарар өсөн Гүзәл апай үҙенең тыуған районына сығып китә, хаҡлы ялда булһа ла, эшкә урынлаша.
Ә был ваҡытта ҙур өйҙә яңғыҙ ҡалған ир эсергә бөтөп айныҡҡан саҡтарында ҡулына ҡәләм ала һәм нимәлер яҙырға, уйлаған уйҙарын, иҫерек саҡта башына килгән афоризмдарын ҡағыҙға төшөрөргә тотона.
“Эскән кешегә шайтан эйәләй”, “Араҡы эсергә шайтан ҡоторта” тигәнде йыш ишетәбеҙ. Тик мәғәнәһе тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Атеистик тәрбиә алған быуын булараҡ, шайтан, ен-бәрейгә ышанмайбыҙ. Шайтан тигән һүҙ ҙә абстракт бер төшөнсә, алйотлоҡ, иҫәрлек кеүек кенә яңғырай беҙҙең өсөн. Әммә бөгөн инде мәрхүм булған был ағайҙың ҡағыҙға төшөргән фекерҙәрен, 1 – 2 юллыҡ “шиғыр”ҙарын уҡығанда ҡапыл ғына башҡа: “Әллә, ысынлап та, уға шайтан эйәләгән булғанмы икән?” – тигән һорау килә. Сөнки күп “әҫәр”ҙәрендә шайтан тигән һүҙ бар. Бына бер нисәүһен генә ҡарап үтәйек әле.
* * *
Хоҙай ҡул бирмәне, күтәрмәне,
“Шайтан, һинән мин бит гонаһлыраҡ”, –
тинем.
Ярай. Ерҙә тыуҙым, китермен ергә,
Мин бит ер кешеһе.
* * *
Хоҙай менән Ғазраил рекламаға мохтаж түгел: тәүгеһе ғүмер бирә, икенсеһе уны юҡҡа сығара.
* * *
Әйткәндәй, шайтан да бар. Ул булмаһа, йөрөр инеңме ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙ артынан сабып, мискә-мискә араҡы эсер инеңме?
Күп кенә яҙмаларында үлем, был ерҙән китеү тураһындағы уйланыуҙары бар.
* * *
Алла – ул дөрөҫлөк. Тик ул юҡ.
Һин уны күрҙеңме?
Алла – мин.
Мин һәр өйгә инә алам, – тине Ғазраил.
* * *
Осто ағасын ташлап һары япраҡ,
Ваҡыт етер, мин дә китермен.
Осормон һинең һымаҡ яҡты донъяны
ташлап.
* * *
Эсһәм, эсәм шайтан һыуын яңғыҙым.
Эй, Хоҙай, ниңә улай яҡшы булғас,
Ғүмер буйы яңғыҙһың?!
* * *
Әйтмә миңә, китмә, тиеп,
Көтмә мине мәңгегә.
Тамуҡ, бәлки, ожмахта булыр,
Бирелмәгән бер кемгә лә кире ҡайтырға.
* * *
Ваҡыт етер, һин килерһең, үлем,
Үҙең минең янға – ожмахҡамы, әллә
тамуҡҡамы?
* * *
Ғүмер буйы мин ынтылдым
Берҙе бергә ҡушырға.
Ләкин сыҡты өслө.
Килтермә ҡәберемә тере сәскәләр,
Улар хәҙер нимәгә?
Тере саҡта әрем, кесерткән булһа ла
Алыр инем мин һинән.
* * *
Бисәм ашаны итен,
Ә этемә ташланы тик һөйәк.
Бисәм китте, этем ҡалды,
Әйтегеҙсе, хәҙер был донъяла мин
кеммен?!
* * *
Һорамайым Хоҙайҙан артығын,
Булһын миңә туйырлыҡ вино һәм мине
туйҙырырлыҡ ҡатын.
* * *
Был донъяла иң яратмағаным
Бесәйҙәр һәм бисәләр.
Ләкин улар һаман да
Ниңәлер минең өйөмдә йөрөйҙәр.
* * *
Мин ҡартайған һайын матур бисәләр
күбәйә башланы.
* * *
Икәү ултыртҡан гөл шиңде,
Ҡояш та һүнде.
Кемдә ғәйеп?
Ҡара ҡайғылар, ҡараңғыла яңғыҙ үҙем,
Гөлдәр шиңде.
Һүнгән өмөт. Төкөрөгөҙ бөтәһенә лә,
Эсегеҙ шарап, дуҫтарым.
Нимәгә һеҙгә Ғүмәр Хәйәм, Высоцкий,
Ер кешеләренә?
* * *
Иртән торғас, баш ауырта икән, тимәк, был донъяла өмөт бар, ниндәйҙер маҡсат бар.
* * *
Япма юрған, бирмә һөйәк,
Атыламын ҡырға, мин бүре.
Тотма мине ситлектә.
Иректә бит ысын тормош, ләкин
Һин әйтмә миңә тура килһә,
Мин бит икенсе.
* * *
Ҡояш үтте – өндәшмәне,
Ай ҙа үтте – өндәшмәне.
Ҡоро япраҡ ҡына шыбырланы:
Йәшә, тине.
* * *
Тишек итектән ҡойолдо боҙло һыу,
Икенсеһе көнләште: ниңә миңә юҡ
боҙло һыу?
Йәнем көйөп йырттым икенсе итекте,
Унда ла, тегендә лә боҙло һыу.
Ике итегем дә өндәшмәй,
Икеһенең дә өндәрен тыҡты боҙло һыу.
* * *
Һин эҙләмә мине берләм юлдан,
Ерҙә минең юлым юҡ.
Һин саф һауа, һинең өсөн мин бер дауыл,
Мин бит һиңә һаман ғашиҡмын.
* * *
Миңә бәргән таштарҙы кире бәрмәйем,
Мин уларҙан мавзолей төҙөйөм.
* * *
Мөхәббәттең бөтөүе – кешеләрҙең
хайуанға әйләнеүе.
* * *
Бөтә донъяны үҙгәртәм тигәнсе, үҙеңдең йөрәгеңде тәртипкә килтер.
* * *
Һәр ҡатындың хатаһында ирҙәрҙең ғәйебе бар.
“Мин – саян (йондоҙнамә буйынса). Әгәр үлһәм, мин үҙемде үҙем сағып үлтерәм”, – ти торғайны, – тип иҫләй Гүзәл апай. – Үҙемә ҡул һалам, тимәне, юҡ, үҙен-үҙе эстән ашап, үҙен юҡ итте, ахырыһы”.
Мәрхүм ағайҙың ошондай “ижады” менән танышҡас, уның был донъяла йәшәүенең фажиғәле булыуын аңлайһың: ул үҙенең ерҙәге тәғәйенләнешен таба алмағандыр, моғайын. Күп яҡтан һәләтле, белемле, рус телен яҡшы белгән (ҡайһы бер фекерҙәрен русса ла теркәгән, байтаҡ шиғырын руссаға тәржемә иткән), ҡулынан эш килгән кеше булған. Тик, ни сәбәптәндер, ул тормошта үҙ урынын таба алмаған. Уға, бәлки, ижад юлынан, журналистика буйынса китергә, камиллашырға кәрәк булғандыр. Бәлки, Гүзәл апайға өйләнеүе лә хаталыр. Сөнки ул матурлыҡҡа ғашиҡ кеше булған: матур ҡатын-ҡыҙ тураһында күп яҙған. Тулыланып, йәшлек һылыулығын юғалтҡан Гүзәл апайҙан төңөлгән, уны элеккесә һомғол, сибәр итеп күрергә теләгән, модалы кейемдәр кеймәүҙә ғәйепләүе лә шунандыр. Йәнә лә Гүзәл апай күмәк бала, тынғыһыҙ эш менән үҫеүҙән туҡтаған, ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән генә йәшәгән, ире ҡыҙыҡһынған фильм, әҙәбиәт, матурлыҡ тураһында фәлсәфәүи һөйләшеүҙәргә көлөп кенә ҡараған, фекерҙәрен уртаҡлашмаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәләл ефетен аңламаған. Тик был осраҡта Гүзәл апайҙы ғәйепләп тә булмай: ауыл ҡатын-ҡыҙының йорт-ҡура, бала-саға араһында ҡайнап, етмәһә, эшләгән кешенең, ундай юғары уйҙар уйларға ваҡыты ла ҡалмағандыр. Арабыҙҙа ошондай тойғолар менән йәшәгән кеше булһа, уға иҫәргә ҡараған кеүек ҡарайҙар түгелме ни? Бигерәк тә ауыл ерендә. Был ағайҙы ла тыңлаусы, аңлаусы булмағандыр, сәйер кеше, иҫәр кеше тип иҫәпләгәндәр бит.
“Бәлки, минән һыуынғас, икенсе ҡатынға әүрәп, киренән йәшәргә ынтылышы тыуыр, тип ҡайтып киткәйнем. Юҡтыр, ул-был хәбәр ишетелмәне. Бер йәш кенә эсергә әүәҫ килен кеше менән шыш-бышы булып алғайны, уны ла мөрхәтһенмәне, бигерәк еңел-елпе ине ул – 20 йәшлек кенә килен бала. Ә минең иргә уйланырлыҡ, фекер алышырлыҡ, дөрөҫлөгөн йә хатаһын иҫбат итерлек, типә-тиң аҡыллы кеше кәрәк булғандыр”, – тигән ҡарарға килгән хәҙер Гүзәл апай.
Хәҙер инде күңеленә бер аҙ һиллек килгән, буш ваҡытында аят, доғалар уҡый, яйлап хаҡ динебеҙ менән ҡыҙыҡһына башлаған. “Сабыр төбө – һары алтын, тиҙәр, сабырлыҡ менән яңғыҙ йәшәргә тырышам. Иптәш ҡатындар менән һөйләшәм, эс-серҙәрен сисәм, борсоған һорауҙарыма яуап эҙләйем. Ҡышҡы кистәрҙә йәйәүләп, саф һауа һуларға сығам”, – тип күҙ йәше аша йылмайған Гүзәл апай өсөн һөйөндөм. Ул да тормоштоң мәғәнәһен, йәшәүҙең гүзәллеген яңы ғына аңлай башлағандыр төҫлө тойолдо.
Иренең вафатынан һуң күп уйланған ул. Икәү бергә булып та, бәхетһеҙ булыуҙарының сәбәбен аңлай алмай яфалана: үҙен дә ғәйепләй, ирен дә. Тик, нисек кенә булмаһын, ғүмер үткән, араларҙа йылдар ғына түгел, фани донъя менән баҡыйлыҡ упҡыны ята. Бәлки, инде ғәйеплене, килешә алмауҙың сәбәптәрен эҙләп, йөрәгеңә яра һалып, үткәндәреңдә соҡонғансы, киләсәктә бәхетле булыу хаҡында уйлау хәйерлерәктер? Ни тиһәң дә, балалар, ейәндәр бар, ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсерлек, арҡа терәп йоҡларлыҡ икенсе яртың булыу ҙа кәрәктер, Гүзәл апай? Шул турала уйланығыҙ әле, тик ҡабат яңылышып ҡына ҡуймағыҙсы, тип әйтке килә...